Булатов Григорий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Булатов Григорий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 16 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны Слободской[d], Киров өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө разведка[d]
Хәрби подразделение 150-я стрелковая дивизия (3-го формирования)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы Дан ордены "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы

Булатов Григорий Петрович (16 ноябрь 1925 йыл — 19 апрель 1973 йыл) — рядовой, разведчик. 1945 йылдың 30 апрелендә лейтенант Рәхимжан Ҡошҡарбаев менән бергә тәүгеләрҙән булып рейхстаг бинаһы фасадына Еңеү Байрағын ҡаҙай[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Григорий Петрович Булатов 1925 йылдың 16 ноябрендә Свердловск өлкәһе Черкасово ауылында эшселәр ғаиләһендә тыуған. Бүләкләү ҡағыҙында Григорий Булатов милләте буйынса урыҫ тип күрһәтелгән[2]. Шулай уҡ милләте керәшен тигән раҫлауҙар ҙа осрай[3]. Уға биш йәш тулғас, ғаиләһе Урал өлкәһе Көңгөр ҡалаһынан (хәҙерге Пермь крайы) Түбәнге Новгород крайы Слободской ҡалаһына (хәҙер — Киров өлкендәге ҡала) күсенә. Булатовтар Пятериха йылғаһы ярында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәй. Григорий һигеҙ йәшендә Береговая урамындағы 3-сө мәктәптә уҡый башлай[4].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң «Ҡыҙыл якорь» фанера комбинатында эшләй.

Атаһы вафат булғас, 16 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа эләгергә тырыша, әммә уны алмайҙар. 1943 йылдың июнендә Булатов Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[2]. 1944 йылдың апреленән алып фронтта. Башта стрелок, һуңғараҡ 150-се уҡсылар дивизияһының 674-се уҡсылар полкы разведротаһына (1-се Белорус фронты 3-сө Удар армияһы) лейтенант Семен Сорокин ҡарамағына күсерелә.

1945 йылдың 30 апрелендә Рейхстагты алыуҙа ҡатнаша. Версияларҙың береһе буйынса, лейтенант Рәхимжан Ҡошҡарбаев һәм рядовой Григорий Булатов 14 сәғәт 25 минутта «бинаның үҙәк өлөшөнә шыуышып барып етәләр һәм төп инеү урыны баҫҡысында ҡыҙыл флаг ҡуялар». Был ваҡиға шулай уҡ Советтар Союзы Геройы И. Ф. Клочковтың «Беҙ рейхстагты штурмланыҡ» исемле китабында тасуирлана, унда «лейтенант Р. Кошкарбаев колоннаға беренсе булып ҡыҙыл флажок ҡуйҙы», тип яҙыла[5][6].

Икенсе версия буйынса[7], Рейхстагты штурмлауҙа Сорокин взводы яугирҙары ҡатнаша. 14 сәғәттә Рейхстагка беренсе булып Булатов һәм Виктор Провоторов бәреп инә, улар икенсе ҡатта нығыналар һәм флагты тәҙрәгә беркетәләр. Килеп еткән Сорокин, бында бик насар күренә тип, байраҡты бина ҡыйығында ҡуйырға ҡуша, һәм бер төркөм разведчиктар шунда күтәрелә. 14 сәғәт 25 минутта Булатов фронтонда Вильгельм скульптура төркөмө атының сбруяһына ҡыҙыл байраҡ беркетеп ҡуя. 1945 йылдың 3 майында «Тыуған ил яугиры» (Воин Родины) дивизион гәзитендә геройҙарҙың исемдәрен билдәләгән мәҡәлә барлыҡҡа килә[8]:

« Тыуған ил уларҙың исемдәрен тәрән ихтирам менән телгә ала: Проваторов, Булатов, Сорокин, Рәхимжан Ҡошҡарбаев… : Совет батырҙары, халҡыбыҙҙың иң яҡшы уландары! Геройҙарға дан! »

5 майҙа «Комсомольская правда» гәзитендә шул ваҡиғаларҙың шаһиты капитан Андреевтың хикәйәһе баҫтырыла[8]:

« Рейхстагка юл өйөмдәр, баррикадалар аша, диуарҙарҙағы уйымдарҙан, ҡаранғы метро туннелдәре аша ята ине. Һәм бөтә ерҙә немецтар бар ине. Беҙҙең яугирҙар өсөнсө тапҡыр атакаға күтәрелде һәм ниһайәт рейхстагка бәреп инде, унан немецтарҙы быраҡтырҙы. Шул ваҡыт Киров өлкәһенән бәләкәй генә, кәкес танаулы, йәш кенә һалдат, бесәй һымаҡ, рейхстаг ҡыйығына үрмәләп менде лә һәм меңләгән иптәштәре хыял иткән эште башҡарҙы. Ул ҡыҙыл байраҡты карнизға беркетте һәм, ҡорһағында ятҡан килеш, пулялар аҫтында, үҙенең аҫта ҡалған рота һалдаттарына: "Йә нисек, бөтәһенә лә күренәме? — тип ҡысҡырҙы. Һәм ул шат һәм күңелле итеп көлөп ебәрҙе. Немецтар ҡабаттан үтә өмөтһөҙ контратакаға ташланыуға һәм хатта беренсе ҡатты биләүгә ҡарамаҫтан, рейхстагтың өҫкө ҡаттарында нығынып өлгөргән беҙҙең яугирҙар үҙҙәрен ошо ҙур янып бөткән бина хужалары итеп тоялар ине. Хәҙер инде уларҙы бынан бер ниндәй ҙә көс этеп сығара алмаҫ ине. »

Күрһәткән батырлығы өсөн Булатов Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, әммә ул тик Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[2]. Бүләкләү ҡағыҙында ошолай яҙылған[7]:

1945 йылдың 29 апрелендә полк Рейхстаг тирәһендә ҡаты алыштар алып барып, Шпрее йылғаһына килеп сыға. Артиллерия ярҙамында ҡул аҫты ҡорамалдарында Шпрее йылғаһы аша сығыу, рейхстаг бинаһына бәреп үтеү һәм уның өҫтөндә Еңеү Байрағын урынлаштырыу буйынса бойороҡ алғандар араһында иптәш Булатов була. Майҙандың һәр метры өсөн алышып, 1945 йылдың 30 апрелендә сәғәт 14-тә рейхстаг бинаһына бәреп инәләр, шундуҡ бер подвалдың инеү урынын биләйҙәр һәм шунда 300-гә яҡын Рейхстаг гарнизоны һалдатын бикләйҙәр. 14 сәғәт 25 минутта, үрге ҡатҡа менеп, Булатов бер төркөм разведчиктар менән Рейхстаг өҫтөнә Ҡыҙыл Байраҡ урынлаштырҙы. «СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ» исемен биреүгә лайыҡ"

Булатов оператор Роман Кармендың кинохроника кадрҙарында рейхстаг ҡыйығындағы флаг фонында төшөрөлгән.

Һуңыраҡ Мелитон Кантария үҙе гәзит өсөн һорауҙарға яуап биргән саҡта шулай һөйләй: «30 апрель иртәһендә рейхстагты күрҙек — бысраҡ-һоро колонналы һәм ҡыйығында көмбәҙе булған ифрат ҙур шомло бина. Рейхстагка беҙҙең разведчиктарҙың беренсе төркөмө бөреп инде: В. Провоторов, Гр. Булатов. Улар фронтонда флагты урынлаштырҙы. Флагты шундуҡ майҙанда дошман уты аҫтында ятҡан яугирҙар күреп ҡалды»[8].

Һуғыштан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Григорий Булатовтың дуҫы Виктор Шуклин хәтирәләре буйынса, 1945 йылдың май уртаһында Булатов Сталинға саҡыртыла, уға: «…бөгөнгө көн хәлдәре һеҙҙең урында башҡа кешеләр булыуын талап итә. Һеҙ батырлыҡ ҡылғанығыҙҙы оноторға тейешһегеҙ» тип әйтелә[9]. Ҡабул иткәндән һуң Булатовты хөкүмәт дачаларының береһенә (сығанаҡтарҙа йыш ҡына Л. П. Берия дачаһы телгә алына) алып киләләр. Хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ Булатовты көсләргә маташыуҙа ғәйепләй. Һөҙөмтәлә Булатов йыл ярымға төрмәгә хөкөм ителә. 1946 йыл аҙағында ул төрмәнән сыға һәм эш урынына кире ҡайтарыла[10].

1949 йылда Слободскойға ҡайта һәм ағас ағыҙыуҙа эшләй. Эргә-тирәһендәге кешеләрҙең күбеһе уның батырлығына ышанмай, сөнки Егоров һәм Кантария бөтә илгә танылған була, шуға күрә Булатов бик ныҡ эскегә бирелә. 20 йыл үткәс, ул ҡабаттан үҙенең беренселеген иҫбатларға тырыша, хатта таныштары араһында «Гришка-рейхстаг» ҡушаматын ала[11]. 1970 йылда ваҡ уғрылыҡ өсөн Булатов тағы ла төрмәгә ултыртыла, Маршал Г. К. Жуков үтенесе буйынса ваҡытынан алда иреккә сығарыла[10]. Жуков Булатовҡа: «Гриша! Һинең итектәрең Рейхстаг ҡыйығын тапаны, шул шешәне тапай алмайһыңмы ни?» - тип яҙа (следователь Василий Ситников хатты уҡыған). Маршал Жуков «Хәтирәләр һәм уйланыуҙар» китабында (1-се баҫма, 1969 йыл (608 бит)) фотоһүрәттәр араһында «Ҡолатылған рейхстаг фонында Григорий Булатов» исеме аҫтында бөтә донъяға билдәле фотоны урынлаштыра.

1973 йылдың 12 ғинуарында Григорий Булатов Рәхимжан Ҡошҡарбаевҡа һуңғы хатын яҙа: «...бына инде ярты йыл минең төрмәнән сығыуыма. Тормошом минең ал да гөл түгел, маҡтанырлыҡ түгел. Мин хәҙер бер кемгә лә өмөт итмәйем, беҙ кәрәк саҡта — беҙгә вәғәҙә иттеләр. Беҙ йәш инек бит, беҙҙе алдау еңел булды. Нисек килеп сыҡты, һиңә билдәле. Бына минең ғүмерлек үпкәм». 1973 йылдың 19 апрелендә Григорий Булатов Слободской механик заводы бәҙрәфендә аҫылынып үлә[10][12]. Слободский ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл Байраҡ ордены (№: 121/н , 18.06.1945)[13]

3- сө дәрәжә Дан ордены (№: 71/н, 21.10.1944)[14]

— ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[15](№: 24/н, 08.07.1944; №: 32/н, 09.09.1944)

«Берлинды алған өсөн»[16]

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалы

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Григорий Булатовҡа һәйкәл. Киров. 2019.
Григорий Булатов монументы янында. Киров, 2019.
Кировта Григорий Булатов һәйкәле

2001 йылда Булатов батырлығы тураһында режиссер Марина Дохматскаяның «Һалдат һәм маршал» исемле документаль фильм сыға. 2002 йылда «Һалдат һәм маршал» «Документаль фильм» номинацияһында Бөтә Рәсәй «2001—2002 телевидениеһында мәҙәниәт» конкурсында еңә[17].

2005 йылда Слободской ҡалаһы зыяратына ингән ерҙә Григорий Булатовҡа һәйкәл ҡуйыла — массив гранит плитала «Знаменосцу Победы» тип яҙылған. Был мемориаль ҡоролмаға аҡсаны «Берҙәм Рәсәй» партияһы иғәнә итә[18].

Слободской ҡала думаһы ҡарары менән 2005 йылда Грин исемендәге ҡала муниципаль китапханаһы ҡарамағында Григорий Булатов исемендәге Патриотик тәрбиә үҙәге асыла[19].

Киров өлкәһе хөкүмәте бер нисә тапҡыр Булатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорай, әммә бер батырлыҡ өсөн ике тапҡыр бүләкләү мөмкин түгел һылтауы менән был үтенестәр кире ҡағыла. 2009 йылда Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых үҙенең блогында, өлкә властары Еңеүҙең 65-йыллығына тарихи ғәҙеллеккә өлгәшергә тырышасаҡбыҙ, тип яҙа[20]. Ошо маҡсаттарға ярашлы август айында Григорий Булатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ойоштороу комитеты төҙөлә. Ойоштороу комитеты Булатовҡа Ҡыҙыл Байраҡ ордены рейхстагты алған һәм байраҡты ҡуйған өсөн бирелмәгәнен иҫбат итә.

2010 йылдың 1 февралендә Григорий Булатовҡа 8 метрлыҡ һәйкәл макеты презентацияһы үтә, ул һуңынан Киров ҡалаһындағы Еңеү паркында ҡуйыла. Һәйкәл өсөн аҡса йыйыуға махсус фонд булдырыла. Һәйкәлдең авторы — Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, скульптор Людмила Дмитриева Леденцова[21].

2015 йылдың 8 майында Киров ҡалаһындағы Еңеү паркында Григорий Булатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтә[22].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Выдержки из документов о штурме Рейхстага
  2. 2,0 2,1 2,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 144)
  3. Кандидат исторических наук Лилия Мухамадеева:.. | ТУГАНАЙЛАР – газета кряшен – Берегите себя | ВКонтакте. Дата обращения: 29 октябрь 2020.
  4. Булатов Григорий Петрович
  5. Клочков И. Ф. Мы штурмовали рейхстаг. — Л.: Лениздат, 1986. — С. 137. — 190 с. — 150 000 экз.
  6. Знамя над рейхстагом водрузил Рахимжан Кошкарбаев — официальное подтверждение Института военной истории МО России 2018 йыл 11 октябрь архивланған. // www.zakon.kz
  7. 7,0 7,1 Серкин С. Гришка-рейхстаг // Родина : журнал. — 1998. — № 7. — С. 83—87.
  8. 8,0 8,1 8,2 Аюпова Л. Ну как? Всем видно! 60 лет назад Григорий Булатов первым водрузил знамя Победы над Рейхстагом // Слободские куранты : газета. — Слободской, 2005. — № от 27 апреля.
  9. «Останетесь в живых и дойдете — получите по золотой звездочке»
  10. 10,0 10,1 10,2 Иван Жилин «Вот моя обида пожизненно» // Новая газета. — 5 июля 2017. — № 71.
  11. Пэма Э. Гришка-«рейхстаг» // Вятский край : газета / Зап. Т. Мельникова. — Киров, 1994. — № от 7 мая.
  12. Юрий Говердовский. Надписи на Рейхстаге. Гудок (30 март 2005). — «...Григорий Булатов в 60-е годы стал рассказывать правду о штурме рейхстага. Но многие не верили ему и даже насмешливо называли его «Гришка-рейхстаг». Не выдержав этого, герой войны покончил с собой.» Дата обращения: 26 ноябрь 2014. 2014 йыл 1 декабрь архивланған.
  13. Булатов Григорий Петрович, Орден Красного Знамени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  14. Булатов Григорий Петрович, Орден Славы III степени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  15. Булатов Григорий Петрович, Медаль «За отвагу» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  16. Булатов Григорий Петрович, Медаль «За взятие Берлина» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  17. В. Фокин И снова о подвиге Григория БУЛАТОВА // Вятский край : газета. — Киров, 2001. Архивировано из первоисточника 3 февраль 2011.
  18. Влад Пионеров Гришку обласкали. Посмертно // Вятский наблюдатель : газета. — Киров, 2005. — № 18. Архивировано из первоисточника 30 июнь 2007.
  19. Центр по патриотическому воспитанию имени Григория Булатова
  20. Григорий Булатов будет Героем России? // Вятский край : газета. — Киров, 2009. Архивировано из первоисточника 5 март 2012.
  21. Н.Василевич Григорию Булатову, знаменосцу Победы, посвящается // Вятский Край : газета. — Киров, 2010-04-27. — В. № 76 (4684). Архивировано из первоисточника 2 апрель 2015.
  22. В Парке Победы установлен памятник Григорию Булатову (9 май 2015).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Морозов, А. Знаменосцы / А. Морозов // Псковская правда. — 1991. — 9 мая. — С. 2. — О воинах штурмовой группы капитана В. Макова, водрузившей Красное знамя на крыше рейхстага ровно в 22 часа 40 минут 30 апреля 1945 года.
  • Кто поднял знамя над рейхстагом: Ошибочное донесение долгие пять десятилетий мешало назвать имена подлинных героев ночного штурма // Псковская правда. — 1995. — 10 июня. — С. 2.
  • Клевцов, В. Штурм Рейхстага… Кто был первым? / В. Клевцов // Аргументы и факты. — 1999. — Май (№ 18). — Прил.: Псков № 4. — С. 1,3. — О трудной судьбе уроженца деревни Ванино Псковской области М. П. Минина, которому выпала честь поднять Красное Знамя над Рейхстагом. Воспоминания М. П. Минина.
  • Клевцов, В. Последний бой войны / В. Клевцов // Стерх. — 2001. — 9 мая (№ 19а). — С. 6. — О группе, водрузившей Знамя Победы над рейхстагом.
  • Герасимова Т. Герои, о которых умолчали / Т. Герасимова // Островские вести. — 2003. — 21 июня. — С. 2. — О встрече молодых воинов частей гарнизона Острова — 3 с Героем Советского Союза Михаилом Петровичем Мининым, который рассказал о своем участии в операции по взятию Рейхстага в 1945 году.
  • Абросимов, А. Михаил Минин: «Мы воевали не за награды» (рус.) // Аргументы и факты : газета. — АиФ. - Северо-Запад, 2004. — № 18 (май). — С. 2.
  • Артемьева Е. Знамена великой Победы // Псковская правда : газета. — 2005. — № от 23—24 февраля. — С. 1, 7. — Об одной из групп советских солдат и офицеров, устанавливавших Красные флаги на рейхстаге — группе в составе М. П. Минина, Г. К. Загитова, А. П. Боброва, А. Ф. Лисименко.
  • Яременко, В. Кто поднял знамя над Рейхстагом? / В. Яременко // Псковская губерн i я. — 2005. — 11-17 мая (№ 18). — С. 12-13. — О группах, устанавливавших знамена на Рейхстаге, в том числе о группе капитана В. Макова, куда входил сержант М. Минин.
  • Павлова, Л. К чему ведут перемены? / Л. Павлова // Стерх. — 2005. — 1 июня (#42). — С. 3. — О ходатайстве депутата обл. Собрания П. Николаева о присвоении звания Героев России участникам Великой Отечественной войны, которые под руководством Владимира Макова установили первое знамя на рейхстаге. Среди них живущий в Пскове Михаил Минин.
  • Владимир Пискарев. Кто водрузил Знамя Победы над рейхстагом? // Эхо веков : журнал. — 1996. — № 1/2. — ISSN 2073-7483. Архивировано из первоисточника 20 март 2016.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]