Эстәлеккә күсергә

Булатов Пантелеймон Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Булатов Пантелеймон Константинович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 август 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған көнө 1975
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө аллерголог, табип
Эшмәкәрлек төрө Аллергологияһы[1] һәм clinical medicine[d][1]

Булатов Пантелеймон Константинович (9 август 19021975) ― совет ғалимы, терапевт, аллерголог, медицина фәндәре докторы, профессор, И. П. Павлов исемендәге Беренсе Ленинград медицина институтының госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире (1957—1975), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968).

Булатов Пантелеймон Константинович1902 йылдың 9 авгусында тыуған.

1925 йылда Ленинград ҡалаһында С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡыуын уңышлы тамамлай. Ҡыҙыл Армия сафында хәрби медик булып хеҙмәт итә. 1934 йылда И. П. Павлов исемендәге беренсе Ленинград медицина институтында Михаил Васильевич Черноруцкий етәкселеге аҫтында эшләй башлай.

Ленинград блокадаһы ваҡытында институттың Урындағы һауа оборонаһы хеҙмәте етәксеһе һәм уның штаб начальнигы була[2].

1957 йылда госпиталь терапияһы кафедраһын етәкләй. Ғүмеренең аҙағына тиклем ошо вазифала эшләй. 1963 йылдан КПСС ағзаһы.

210 фәнни хеҙмәт авторы, улар араһында бронхиаль астма этиологияһына, патогенезына, клиникаһына һәм дауалауға арналған монографиялар. Ул астма ауырыуҙары этиологияһы һәм патогенезының инфекцион-аллергия һәм өҫтөнлөклө теорияһына нигеҙ һалыусы. Профессор Андрей Дмитриевич Адо менән бергә 1969 йылда бронхиаль астма классификацияһы раҫлана, уны СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлай. Бронхиаль астма менән сирләүселәрҙе дауалауҙың бөтөнләй яңы ысулдарының авторы һәм эшләүсеһе булып тора: кире зарядлы һауа иондары, фитонцидтар, новокаин, ганглиоблокаторҙар, электро-йоҡо; гипнотерапия, баротерапия. 1969 йылда астма менән ауырыусыларҙы барокамерала дауалау ысулын асҡан өсөн ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнә. 76 диссертацияның, шул иҫәптән 12 докторлыҡ диссертацияһының етәксеһе була.

Медицина берләшмәләренең әүҙем ҡатнашсыһы. С. П. Боткин исемендәге Ленинград терапевтарының ғилми йәмғиәте рәйесе була. Ҙур медицина энциклопедияһының өсөнсө баҫманың «Аллергология» бүлегенең яуаплы мөхәррире урынбаҫары була.

1975 йылда Ленинградта вафат була. Богословский зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәттәре, монографиялары:

  • Булатов К. П. Бронхиальный астма дауалауға заманса ысулдар, — Ленинград, 1954;
  • Булатов К. П. Чага ҡулланыу һәм уны дауалау, — Ленинград, 1959;
  • Булатов К. П. Бронхиаль астма, — Ленинград, 1964.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Булатов П.К. I ЛМИ в годы Великой Отечественной войны (русский) // Пульс : газета Санкт-Петербургского медицинского института им.акад.И.П.Павлова. — 1992. — № 19 (2230). — С. 2.
  • Булатов Пантелеймон Константинович (К 70-летию со дня рождения), Клиник медицинала, т. 50, № 6, 1972 йыл, 6 С.