Булгарский йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Булгарский йорто-һарайы - (груз. ბოლგარსკის სახლი-აგარაკი) - Грузияның баш ҡалаһы Тбилисиҙан 75 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, Каспий муниципалитетың Ахалкалаки (иҫке ҡала) тигән төбәгендәге Гарикула ауылындағы бина [1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1885 йылда поляк инженеры һәм архитекторы Василий Булгарский Ахалкалакиға иғтибар итә һәм бында йорт (дөрөҫөрәге, һарай) һала. Заманы өсөн алдынғы технологиялар менән йыһазландырылған, үҙ электр станцияһы, тәбиғи һыуытҡысы, инфраструктураһы һәм һуғарыу системаһы булған - был ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарырға мөмкинлек бирә. Хужалар шарап етештерә, шафталы (персик) консервалау фабрикаһы аса, тирмән һәм башҡа бик кәрәкле ҡоролмалар була. ХХ быуаттағы революциянан һуң вариҫтары илдән ҡыуып сығарыла [2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина кирбестән һәм һәүерташтан һалынған. Көньяҡ-көнсығышында бер ҡатлы ауыл хужалығы ҡаралтылары урынлашҡан. Ишек балкондың төньяҡ фасадынан. Көнсығыш фасадында - манара (башня). Залы икегә бүленгән. Ике ҡаты ла планы менән тап килә. Бинаның ике ҡатлы өлөшөнөң ҡыйығы черепица менән ябылған . Көнбайыш яғынан - ҙур зал һәм балконы аҫтында подвал урынлашҡан.

Бина фасадтарын һәм подвал фасадтарын тотош урыҫ оҫталары биҙәгән. ХХ быуатта бинаның икенсе ҡатында архитектура йәһәтенән әһәмиәткә эйә булмаған төҙәтеүҙәр индерелгән.

2006 йылда президент указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. * თ. დვალი, საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 2, გვ. 340-341, თბ., 2008 წელი. рус. Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 2, стр. 340-341, тб. , 2008 год.
  2. პოლონელი დიდგვაროვნების ქართული სასახლის ახალი ისტორია рус. Новая история грузинских дворян польской знати
  3. Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

    • თ. დვალი, საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 2, გვ. 340-341, თბ., 2008 წელი. рус. Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 2, стр. 340-341, тб. , 2008 год.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]