Буранғол (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Буранғол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буранғол исеме төрки сығанаҡлы башҡорт исеме. Буранлы көн тыуған ҡол (кеше), бәндә.[1][2]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буранғол Ҡыуатов (Буранғол Ҡыуат улы Кинйәғолов; 1750—1833) — кантон башлығы, майор (1817). 1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында ҡатнашҡан, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт полкының командиры булып хеҙмәт итә.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (15 декабрь 1888 йыл — 9 март 1966 йыл) — Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944). Фольклорсы, драматург. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11 июнь 1961 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР, 1992 йылдан БДБ һәм 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1992 һәм 1996 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. 1991—1993 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъяның 10 иң яҡшы марафонсыларының береһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).

Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы (28 февраль 1910 йыл — 16 февраль 1979 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975)

Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы (рус. Бурангулова Альбина Ванцетовна; 10 май 1961 йыл, Өфө ҡалаһы) — ғалим-табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Йәмәғәт эшмәкәре. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.

Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы (15 апрель 1961 йыл) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Буранғолов Йәмил Айҙар улы (19 июнь 1958 йыл) — журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904 йыл — 7 март 1943 йыл) — халыҡ йырсыһы, музыкант.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буранғол (Дәүләкән районы) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.

Буранғол (Учалы районы) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.

Буранғол (Ырымбур өлкәһе) — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Буранғол (Әбйәлил районы) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ