Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәрйәм Бураҡаева
Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 27 март 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы
Һөнәр төрө яҙыусы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27 март 1943 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы (1992 йылдың 25 февраленән — Башҡортостан Республикаһы) Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ уның журналислыҡ, уҡытыусылыҡ һәм яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. Артабан — профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

« Ул һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна, һәр саҡ иленә, теленә хеҙмәт юлында яңы алымдар уйлап таба, йәше-ҡарты араһында ҡайнап йәшәй. Уй-ниәттәрен кешегә аңлатып биреп кенә ҡалмай Мәрйәм апай, ә бөтә пландарын ғәмәли, аныҡ эштәр менән тормошҡа ашыра бара. Ейәнсура башҡорт гимназияһын асып ебәреү, балалар өсөн «Йәйләү» лагерын, милли ризыҡтар – талҡан, буҙа етештереүҙе ойоштороу, «Тормош һабаҡтары» дәреслеген яҙыу, уны мәктәптәрҙең уҡыу планына индереүгә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәттән, Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылынан перспективаһыҙ мөһөрөн алдырып ташлауға өлгәшеү... Хәйер, уның ҡаҙаныштарын бик оҙаҡ һанарға була. Көрәшеп йәшәргә, эшләргә яратҡан Мәрйәм апай әле лә яңы уй-ниәттәр менән яна.

Шуныһы ҡыҙыҡ – уның идеялары яңы, бер ҡайҙа ла ишетелмәгәнлеге менән һоҡландыра. Йәнә лә ул кешеләргә аҡыл, фәһем биреп кенә ҡалмай, үҙ балалары йөҙөндә эшең дә, һүҙең дә бер булырға тейешлеген күрһәтте. Мәрйәм апай менән Диҡҡәт ағайҙың ил, тел өсөн яныуы улдарында ла, ҡыҙҙарында ла ялҡын булып ҡабынған. Уҡытыусы, көрәшсе генә түгел, Мәрйәм апай – биш балаға йән биргән берҙән-бер башҡорт әҙибәһе лә. Уның хистәрен тағатыуын ҙур диҡҡәт менән тыңланым.

»

[1]

  • ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән берлектә Евразия Яҙыусылар союзы ойошторған драматург Халдун Танерҙың йөҙ йыллыҡ юбилейына арналған Халыҡ-ара пьесалар конкурсында беренсе урын Мәрйәм Бураҡаеваның «Шәүлә» пьесаһына бирелде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 26 ноябрь[2].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Көҙгө ысыҡ», хикәйәләр. — Өфө: Инеш, 2011. — 184 бит.
  • «Арғымаҡ», мемуар-эссе
  • «Тормаш һабаҡтары» : юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма / М. С. Бураҡаева. — Өфө : Китап, 2011. — 196, [1] с., [4] л. цв. ил.; 19 см. — ISBN 978-5-295-05309-2
  • Святая рыба : Повести : [Для ст. и сред. шк. возраста] / Маръям Буракаева. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1993. — 349,[1] с.; 21 см
  • Мне снятся песни… : Рассказы / М. Буракаева; Пер. с башк. З. Буракаевой. — Исянгулово, 1993. — 18, [1] с. : портр.; 20 см.
  • Чудеса Илмень-горы : Сказка : [Для сред. шк. возраста] / Марьям Буракаева; [Худож. М. Биишев]. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1995. — 21 с. : цв. ил.; 29 см
  • Сестричка : Докум. повесть [О боевом пути мед. сестры С. Ахметовой] / Марьям Буракаева. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1985. — 133 с. : ил.; 16 см

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 16 март 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 16 март 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]