Бура мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Культурно-историческая общность • Бронзовый век
Абашевская
Синташтинская

Катакомбная культура
многоваликовой керамики

Белозерская
Бондарихинская

Тазабагьябская

Срубная КИО
Восточноевропейская
степь и лесостепь
Культуры в составе Покровская срубная, Бережновско-маёвская срубная
Датировка XVIII—XII вв. до н. э.
или XVI—XII вв. до н. э.
Территория
распространения
степная и лесостепная полоса между Днепром и Уралом
Этническая
принадлежность
индоиранцы
Тип
хозяйства
стойловое и отгонное скотоводство, земледелие
Основные исследователи Мерперт Н. Я., Отрощенко В. В., Пряхин А. Д., Черных Е. Н.

Бура мәҙәни-тарихи берлеге — һуңғы бронза дәүеренең этномәҙәни берекмәһе (беҙҙең эраға тиклем XVIII—XII быуат, башҡа төрлө баһалар буйынса — б. э. тиклем XVI—XII быуатта), Көнсығыш Европала Днепр һәм Урал араһындағы дала һәм урман-дала һыҙаттарында, Төньяҡ Себерҙә һәм Төньяҡ Кавказда айырым ҡомартҡылары менән киң таралған. Рәсәй археологы В.А. Городцов тарафынан башта 1901—1903 йылдарҙа мәҙәниәт булараҡ билдәләнә[1], әммә 1970 йылдарҙа  Н. Я. Мерперт һәм Е. Н. Черных мәҙәниәт эсендә локаль айырымлыҡтарға иғтибар итә һәм фәнни  әйләнешкә  «бура мәҙәни-тарихи берлеге» төшөнсәһен индерә:[2][3]. Бура мәҙәниәте покровка (б.э тиклем XVIII—XV быуат) һәм бережнов-маёвка (б.э.тиклем XVII—XII быуат) ҡомартҡылары:  ултыраҡтар, боронғо зыяраттар, оҫтаханалар, рудниктар, хазиналар һәм һирәк осрай торған табыштарҙан ғибәрәт.  Торлаҡтар — баҙ өйҙәр, ярым баҙ һәм ер өҫтө өйҙәре. Некрополдәр ҡурған һәм тупраҡ ҡәберлектәрҙән тора. Ҡурғанлы стратиграфияла буралы ерләүҙәр соҡорло һәм катакомбалы ҡәберлектәргә ҡарата өҫкө урынды биләй. Үлгән кешене соҡорҙа йәки ағас бурала  эйелгән хәлдә, һул яғына ҡабырғаға һалып, ҡул суҡтарын йөҙө алдына ҡуйып ерләү йолаһы күҙ уңында тотолған. Шулай уҡ кремация осраҡтары ла билдәле. Ерләү инвентары осло ҡабырғалы һауыттарҙан һәм  банка һауыттарынан, һирәк — металл изделиеларынан ғибәрәт. Климат шарттары үҙгәреү, тәбиғәт ресурстарының ярлыланыуы һәм халыҡ артыҡлығы халыҡ һанының  ҡырҡа кәмеүенә һәм бура берлеге ҡәбиләләренең мәҙәни үҙгәреүенә килтерә.

Тикшеренеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Городцов Василий Алексеевич.jpg
Василий Алексеевич Городцов (бура мәҙәниәтенең беренсе асыусыһы)

Бура мәҙәниәтенең беренсе асыусыһы булып В.А. Городцов тора, ул 1901—1903 йылдарҙа Төньяҡ Донецтың ҡурған ҡомартҡыларын тикшереү барышында ағас ҡыҫандарҙа - бураларҙа ерләнгән мәйеттәрҙең ҡәберлектәренә иғтибар итә.  Ерләү ҡоролмаларының конструктив үҙенсәлектәренә ярашлы уның тарафынан билдәләнгән мәҙәниәт бура исемен ала[4].

Мәҙәниәттең Волга арты полтавкин ҡомартҡыларынан сығышы концепцияһын һәм уның һуңғы этаптағы миграцияһын 1950 йылдар уртаһында О.А. Кривцова- Гракова эшләй[5]. 1970 йылдарҙа  Н. Я. Мерперт[6] һәм Е. Н. Черных бура мәҙәниәте эсендә айырмалыҡтарға иғтибар итә, әммә айырым локаль варианттар һәм мәҙәниәт билдәләү, уларҙың фекеренсә, ул ваҡытта проблемалы була[7].

Һуңыраҡ, ғилми тикшеренеүҙәр барышында, ҡайһы бер тикшеренеүселәр дала һәм дала-урман ҡомартҡыларының  антропологик, хронологик һәм мәҙәни айырымлыҡтарына иғтибар итә, был бура мәҙәниәте мөхитендәге локаль айырымлыҡтар тураһындағы гипотезаны раҫлай[8]. Н. Я. Мерперт һәм Е.Н. Черных тарафынан фәнни әйләнешкә «бура мәҙәни-тарихи берлеге» тигән төшөнсә индерелә, был уның мәҙәни төрлөлөгөн сағылдыра.  1970 йылдар уртаһында Н.К. Качалова Түбәнге Волга материалдары буйынса бережнов тибындағы ҡомартҡыларҙы билдәләй[9], ә  И. Ф. Ковалева Маёвка ҡәберлеге материалдары буйынса— маёвка төрө ҡомартҡыларын [10]. 1990 йылдарҙа  Н. М. Малов һәм О. В. Кузьмина Покров ҡәберлеге материалдары нигеҙендә айырым покровка мәҙәниәтен айыра[11][12].

Маевка һәм бережнов  тибындағы ҡомартҡыларҙа  ерләү йолаларының дөйөм һыҙаттары   В. В. Отрощенкоға һуңғы бронза дәүеренең бура мәҙәни-тарихи берлеге составында айырым маевка-бережнов мәҙәниәтенә ике төрҙө лә берләштерергә мөмкинлек бирә. Ю. М . Бровендер бура мәҙәниәтенең бережнов-маевка мөхитендә  ҡомартҡыларҙың степанов тибын билдәләй[13]. Шулай итеп, һуңғы бронза дәүеренең бура мәҙәни-тарихи берлеге мөхитендә покровка, бережнов-маевка бура мәҙәниәтен һәм ҡомартҡыларҙың степанов тибын бүләләр, был уның мәҙәни төрлөлөгөн һәм формалашыу үҙенсәлектәрен сағылдыра. 

Бура уртаҡылығының килеп сығышы [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бура мәҙәниәте килеп сығышы мәсьәләһе

Бура уртаҡлығының сығышы буйынса мәсьәләләрҙә фәнни мөхиттә берҙәмлек күҙәтелмәй.[14]. Өс төп ҡараш бар:

  • Бура мәҙәниәте автохтон характер йөрөтә, ул Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйының  иртә мәҙәниәте базаһында формалаша  (Н. Н. Чередниченко);
  • Бура мәҙәниәте Түбәнге Волгала барлыҡҡа  килә, унан уны көнбайышҡа күсеүселәр сығара (О. А. Кривцов-Граков);
  • Бура мәҙәниәтенең формалашыу өлкәһе — Себерҙең  көнбайышы, ә уның беренсе вәкилдәре андроновсыларға туғандаш, һуңынан улар Уралдан көнбайышҡа күсә. (В. В. Отрощенко).

Бура мәҙәниәте килеп сығышы проблемаһы  (аҙаҡ бура мәҙәни-тарихи берлеге) В. А. Городцов тарафынан  тағы 1907 йылда, Төньяҡ Донецта буралар эсендә ҡурған аҫты ҡәберлектәрен асҡас, ҡуйыла. Тикшеренеүсе  килеп сығышының  миграция концепцияһын булдыра[15], ул тулыһынса 1950 йылдар уртаһында  О. А. Кривцова-Гракова тарафынан рәсмиләштерелә. Тикшеренеүсе бура мәҙәниәтен Волга буйында урта бронза быуатында полтавкин мәҙәниәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй.   Был гипотезаның варианты булып, В.С. Бочкаревтың    волга-урал культурогенезы тора[16].

Ғилми берләшмәлә миграция теорияһы абсолют  ярҙам ала алмай. Н. Н. Чередниченко бура мәҙәниәтенең автохон килеп сығышы өсөн тауыш бирә. Уның фекеренсә, бура мәҙәниәтенең локаль варианттары бер үк ваҡыттағы, һәм мәҙәниәттең килеп сығышының берҙәм үҙәге булмай, ә һәр варианттың барлыҡҡа килеүен урындағы археологик шарт үҙенсәлектәренән сығып аңлатырға кәрәк[17].

Отрощенко 1990  йылдарҙа  бура мәҙәни-тарихи берлектең һынташты, дон-волга абашы, бабин мәҙәниәттәренән һәм Урта Волга буйы тибындағы потапов ҡомартҡыларынан уларҙың этномәҙәни  үҙ-ара йоғонтоһо процесындағы  үҫеш концепцияһын эшләй[18][19][20]. Уға ярашлы, тикшеренеүсе дөйөм мөхиттә покровка һәм бережнов-маевка бура мәҙәниәтен айыра, улар, уның фекеренсә, төрлө нигеҙҙә була. Покровка бура мәҙәниәте Дон һәм Волганың  урман-далалы ике йылға араһында һынташты мәҙәниәте вәкилдәренең һуңғы абаш халҡына сәйәси һәм мәҙәни  йоғонтоһо арҡаһында формалаша, унан башҡа төбәктәргә лә тарала.[21][22].

Протобережнов ҡомартҡылары Түбәнге Волга буйында тарала, тикшеренеүсе фекере буйынса, һуңғы катакомбалы халыҡҡа көнсығыштан килгән яңы ҡомаҡ этник компонент өҫтәлә[23]. Һуңынан покровка бура мәҙәниәте ҡәбиләләре Төньяҡ Донецтың һул ярына күсәләр, унда тулыһынса бабин мәҙәниәте вәкилдәре  менән оҡшашалар. Һөҙөмтәлә покровка халҡының бабин ҡәбиләләре менән оҡшашыуы арҡаһында бережнов-маевка бура мәҙәниәте барлыҡҡа килә[24].

Покровка бура мәҙәниәте [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Поселение эпохи бронзы Усово озеро.JPG
Усово күле металлург-ҡойоусыларының ултыраҡ реконструкцияһы (покров бура мәҙәниәте)

Покровка бура мәҙәниәте  (б.э. тиклем XVIII—XV быуатта) Төньяҡ Донецтан Волгаға тиклем дала һәм урман-дала һыҙаттарында таралған.  Айырым ҡомартҡылар Уралда бар. Эпонимлы ҡомартҡы булып һарытау Волга буйындағы Покровка ҡәберлеге тора, ул 1920 йылдарҙа Покровск ҡалаһында (хәҙер Энгельс) П.С. Рыков тарафынан тикшерелгән [25]. 1990 йылдар башында Н. М. Малов[26] һәм покровка мәҙәниәте булараҡ О. В. Кузьмина тарафынан билдәләнгән. Һынташты һәм Урта Волга буйының потапов тибындағы ҡомартҡыларҙың туранан-тура йоғонтоһо аҫтында абаш мәҙәниәтенең Дон-волга базаһында формалашҡан. Ҡомартҡылар ултыраҡтар, ҡәберлектәр, хазиналар, рудниктар, оҫтаханалар һәм осраҡлы табыштарҙан ғибәрәт. Ауылдар ҙур булмаған ҡалҡыу урындарҙа йылғаларға яҡын урынлашҡан. Иң өйрәнелгән ултыраҡтар —  Усово күле, Мосоловка, Капитаново, Янохино, Рубцы һәм Проказино ауылдары.

Торлаҡ —каркас-бағаналы төҙөлөшлө  ер өҫтө өйҙәр,баҙ өйҙәр һәм ярым баҙ өйҙәр   ике яҡлы ҡыйыҡ  йәки сатыр ҡиәфәтендәге ҡыйыҡ менән ябылған. Диуарҙар кәҫ, бүрәнә, һирәкләп  — таштан һалынған. Ҙур торлаҡтарҙа йәшәү урыны ярҙамсы-хужалыҡ өлөшөнән йыш ҡына айырымланған. Торлаҡтарҙың эсендә бер йәки бер нисә усаҡ, соҡорҙар, ҡайһы берҙә ҡоҙоҡ урынлашҡан[27]. Ерләү ҡомартҡылары ҡурғанлы һәм тупраҡ ҡәберлектәрҙән тора. Башлыса киртләстәрҙә йәки йылға буйындағы ҡалҡыулыҡтарҙа, һирәкләп — ҡалҡыу урындарҙа урынлаштырыла. Покровка мәҙәниәтенең ҡурған ҡәберлектәре күп булмаған күләмдәге (2-нән алып 15-кә тиклем) өйөмдәргә эйә була. Яңғыҙ ҡурғандар һәм бик ҙур зыяраттар  һирәк күренеш.

Ҡурған өйөмө  һуңғы күмеүҙән һуң ҡалҡып сыға. . Ерләүҙәр һаны ҡурғанда 1-ҙән алып  100-гә  тиклем үҙгәрә. Мәрхүмдәрҙе тура мөйөшлө соҡорҙарҙа, ҡайһы берҙә бураларҙа ҡорошҡан хәлдә һул ҡабырғаһына һалып, башын төньяҡҡа ҡаратып ерләйҙәр. Ерләү инветарҙары булып һауыт-һаба, һирәкләп — ҡорал һәм биҙәүестәр тора. Ҡәберҙәрҙә шулай уҡ хайуан һөйәктәре — ит ризыҡтары ҡалдыҡтары теркәлә. Иң өйрәнелгән ҡәберлектәр — Покровка, Новопавловка һәм Иҫке Ябалаҡлы ҡәберлектәре[28]. Мәҙәниәттең керамик комплексы башлыса  геометрик орнаментлы көршәктәрҙән ғибәрәт.  Эш ҡоралдары һәм таштан ҡоралдар төрлө балталар  һәм суҡмарҙарҙан, уҡ башаҡтары, һоҙғаҡ, сүкештәр, бысаҡтар, һандал  һәм абразивтарҙан тора. Биҙәүестәр ҙә билдәле — фаянс  мунсаҡтар, беләҙектәр, сикә сулпылары. Иң киң таралған һөйәктән әйберҙәр: югән өлөшө, беҙҙәр, шымартҡыстар, тишкестәр, энәләр, уҡ башаҡтары. Металдан торған эш ҡоралдары балталар, ураҡ, юнғыстар, ҡасауҙар, тишкестәр, бысаҡтар һәм ҡойолған һаплы хәнйәрҙәрҙән тора. Бронзанан, һөрмәнән һәм алтындан торған биҙәүестәр киң таралған: балдаҡтар, алҡа, беләҙек һәм айылсалар. Покровка мәҙәниәте вәкилдәренең   хужалығы нигеҙен малдарҙы аҙбарҙа аҫрау һәм ҡыуғын малсылыҡ тәшкил итә[29][30]. Покровка бура мәҙәниәте  халҡы этник планда һинд-иран этник төркөмө вәкиле булып тора һәм үҙенең иртә үҫешендә һинд арий билдәләренә эйә була[31].

Бережнов- маевка бура мәҙәниәте [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торлаҡ реконструкцияһы (бережнов-маёв бура мәҙәниәте)

Бережнов-маёвка бура мәҙәниәте  (б.э. тиклем XVII—XII) Ингульцтан Волгаға тиклем дала һәм урман-дала һыҙаттарында таралған. Эпоним ҡомартҡылар булып Волга буйында Бережнов ҡурған ҡәберлеге һәм Днепропетровск ҡалаһы эргәһендә Маевка ҡәберлеге тора. XX быуаттың 70-се йылдарында Н. К. Качалова ҡомартҡыларҙың  бережнов тибын билдәләй, ә И. Ф. Ковалёва — маёвка тибын. Ерләү йолаларының дөйөм һыҙаттары В.В. Отрощенкоға ике типты ла бура мәҙәни-тарихи берлек составында айырым бережнов-маевка мәҙәниәтенә берләштерегә мөмкинлек бирә. Ю. М. Бровендер уның мөхитендә  ҡомартҡыларҙың степанов тибын билдәләй. Ул бабин һәм покровка бура мәҙәниәттәре базаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ҡомартҡылар торлаҡтар, ҡурғанлы һәм тупраҡлы ҡәберлектәр, рудниктар, оҫтаханалар, хазиналар, һәи осраҡлы табыштарҙан тора. Торлаҡтар ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтарҙа йылғалар эргәһендә урынлашҡан. Торлаҡтар баҙ өйҙәр, ярым баҙ өйҙәр һәм нигеҙендә таш стеналы ер өҫтө өйҙәрҙән ғибәрәт. Торлаҡтарҙы йылытыу өсөн усаҡтар ҡулланыла.

Ерләү ҡомартҡылары ҡурғанлы һәм тупраҡлы ҡәберлектәрҙән тора. Ҡурған некрополдәр киртләстәрҙә һәм йылға буйындағы ҡалҡыулыҡтарҙа, һирәкләп — ҡалҡыу урындарҙа урынлаштырыла.  Оҙон ҡурған ҡоролмалар атҡарыла. Мәрхүмдәрҙе тура мөйөшлө соҡорҙарҙа, ҡайһы берҙә таш йәшниктәрҙә, бураларҙа ҡорошҡан хәлдә һул ҡабырғаһына һалып, башын көнсығышҡа  ҡаратып  ерләйҙәр.  . Кремациялау ҙа шулай уҡ билдәле. Бережнов-маевка мәҙәниәтенең тупраҡ ҡәберлектәре башлыса яр ситтәрендә, беренсе һыубаҫар туғайҙар өҫтө киртләстәрҙә һәм һыу баҫар туғайҙарҙың ҙур булмаған тәбиғи ҡалҡыулыҡтарҙа —  йылға һәм торлаҡтар  эргәһендә. Ерләүҙәр ингумация һәм кремациянан тора.  Ингумация йолаһы буйынса ерләү тура мөйөшлө соҡорҙарҙа һәм таш йәшниктәрҙә  үтәлә. Тупраҡ ҡәберлектәр биләмәһендә бураларҙа ерләү теркәлмәгән. Мәйеттәр ҡорошҡан хәлдә һул ҡабырғала, башы менән көнсығышҡа каратып урынлаштырыла. Кремациялар  һауыт-урналарҙа һәм ҙур булмаған тупраҡ соҡорҙарҙа ерләүҙән тора. Ерләү инвентары булып һауыттар, һирәкләп металдан әйберҙәр осрай.

Керамика банкалы, көршәк төрөндәге һәм горизонталь,  ҡыя һыҙыҡлы, кәкерсәктәр, шыршылар һәм башҡа геометрик фигуралы геометрик орнаменттарҙан торған осло ҡабырғалы һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡайһы берҙә һауыттарҙа,  башлыса өҫкө өлөшөндә, шнурлы орнамент һәм тәре, соляр тамғалары рәүешендәге тамғалар,  тура мөйөшлө, һыҙма антропоморфлы һәм зооморфлы һүрәттәр осрай.  Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уларҙа бик боронғо пиктографик яҙыуҙар күрә[32]. Әлегә был билдәләрҙең йөкмәткеһе асылмаған. Ҡәберлектәрҙә шулай уҡ бронза менән ҡапланған ағас һауыт-һабалар осрай. Эш ҡоралдары һәм таштан ҡоралдар төрлө балталар һәм сумарҙар, ҡырғыстар, сүкештәр, бысаҡтар, һалдауҙар һәм абразивтарҙан тора.  Иң киң таралған һөйәк әйберҙәр: югән өлөшө, беҙҙәр, шымартҡыстар, тишкестәр, энәләр, уҡ башаҡтары. Металл ҡоралдар  балта, ураҡ, юнғыстар, ҡасауҙар, тишкестәр,  түңәрәк терәк менән тотҡалы бысаҡтарҙан тора. 

Металдан биҙәүестәр киң таралған: балдаҡтар, сикә алҡалары, сымдан сулпылар. Хужалыҡтың нигеҙен аҙбарҙа  аҫралған  һәм ҡыуғын малсылыҡ тәшкил итә, ул игенселекте тулыландыра. Этник планда бережнов-маевка мәҙәниәте вәкилдәре һинд-европа тел ғаиләһенең иран телле төркөмөнә ҡарай. Һуңғы ваҡытта бура мәҙәни-тарихи берлектең  өҫкө хронологик сиктәренә ҡарата  әүҙем фәнни бәхәстәр бара.  Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уның ваҡытын беҙҙең эраға тиклем IX—VIII быуаттарға тиклем оҙайта[33].

Хужалыҡ төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бура мәҙәниәте вәкилдәренең  хужалығы  күберәк  аҙбарҙа аҫрау һәм ҡыуғын малсылыҡҡа нигеҙләнә, ул  өлөшләтә игенселек менән тулыландырыла. Днепр-Донецк  йылғалары араһында иген орлоғо табыла, был һыубаҫар игенселеге тураһында һөйләй. Кавказ алды һәм Каспий буйы далаларында һәм ярымсүллектәрҙә, бәлки, ярым күсмә малсылыҡ ҡулланылған.  Шуға  ҡарамаҫтан,  һуңғы бронза дәүерендә ултыраҡ бура халҡының хужалығы нигеҙендә  аҙбарҙа аҫрау һәм ҡыуғын малсылыҡ булған. 

Эре мөгөҙлө мал үрсетеү өҫтөнлөклө булып тора, йылҡылар көтөүҙең әҙерәк процентын тәшкил итә. Бура мәҙәниәтендә Халыҡ хужалығының тау-металлургия производствоһы мөһим роль уйнай, ул Урал яны (Карғалы ятҡылығы)[34]һәм Донецк һырттарындағы (Бахмут ятҡылығы)[35] баҡырлы ҡомташтарға нигеҙләнгән, шулай уҡ Урта Волга буйының мәғдәнен сығарыу  ҡулланыла[36]. Металдан изделиелар етештереү башлыса металлург-ҡойоусыларҙың бер нисә  ҡасабаһында  —  Усово күле (Подонечье), Мосоловка (Дон буйы), Юкәле Йырын (Урта  Волга буйы), Таулы 1 (Урал яны) урынлашҡан[37].

Метал эшкәртеү ҡоралдары балта, ҙур һәм бәләкәй сүкеш,  руда ҡырғыс, юнғыс,  яҫы ҡасау, «бура» төрөндәге һаплы бысаҡтар һәм  хәнйәрҙәрҙән тора. Һуңғы бура ваҡытында тимерселәр крица тимерен алыу серен яулай, унан ҙур булмаған һәм сифаты яғынан йомшағыраҡ булған әйберҙәр етештерәләр.  Алтын биҙәүестәр осрай.

Рухи мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Красносамарскиҙағы боронғо ҡәберлектәрҙә ҡышҡыһын эттәрҙе даими ҡорбан итеү ҡалдыҡтары табыла, шул нигеҙҙә археолог Д.Энтони бура мәҙәниәте вәкилдәрендә үҫмерҙәрҙең асылын билдәләү (инициациялау) йолаһы булғанлығын фараз итә, был ваҡытта эт итен ҡулланыуға тыйыу боҙола. Сағыштырма һинд-европа мифологияһынан ир балаларҙы үҫмерҙәрҙең хәрбиләштерелгән ир-егеттәр союзына ылыҡтырыуҙары киң билдәле, был ваҡытта егеттәрҙең бүрегә йәки эткә әүерелеүе күҙәтелә[38]

Этник сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙма сығанаҡтар булмауы һуңғы бронза дәүерендәге бура мәҙәниәте ҡәбиләләренең этник сығышы мәсьәләһе буйынса хәлде ҡатмарлаштыра. Шулай итеп, этник сығышын билдәләүҙең төп ысулы булып бура берлеге ҡәбиләләре ареалының һинд-иран гидронимдары һәм топонимдары таралыуы менән  бәйләнешен асыҡлау  тора.  Уның скифҡа тиклемге сығышын  лингвист В.И. Абаев иҫбатлай. Аҙаҡ Н. Л Членова иран гидронимдарын Днепрҙан Обь йылғаһына тиклем дала һәм урман-дала  һыҙаттарында күҙәтә, был тулыһынса бура мәҙәниәте ҡәбиләләренең  һәм андрон  мәҙәни-тарихи берлегенең таралыу ареалы менән тап килә һәм уларҙың сығышын һинд-европа тел ғаиләһенең иран телле төркөмөнә ҡарауын раҫлай[39][40].[41]

В. В. Напольских фекере буйынса,  фин-уғыр телдәрендәге үҙләштереүҙәр бронза дәүере дала мәҙәниәте вәкилдәренең тап һинд-арий төрө  телендә һөйләшеүе тураһында раҫлай. Үҙләштереүҙәр фонетикаһы раҫлаған бындай атрибуцияны ғәҙәттә тарихи характерҙағы сәбәптәр буйынса кире ҡағалар. Көнсығыш иран телмәренең далала таралыуы беҙҙең эраға тиклем II меңйыллыҡта валиклы керамика мәҙәниәте менән бәйле[42]

Бура мәҙәниәте вәкилдәре  хронологик яҡтан скифтар һәм киммерийсыларҙың алдынан була. Был сәбәп буйынса бура мәҙәниәте йыш ҡына Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы беренсе иран диалекттарының археологик оҡшашлығы булараҡ ҡарала. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, мҙәниәт вәкилдәре  — скифтарҙан һәм уларға туғандаш халыҡтарҙан алда килеүселәр. Әммә башҡа фекер ҙә  бар: бура мәҙәниәте ареалы — плацдарм, унан боронғо иранлылар хәҙерге Ирандың төньяҡ-көнбайышына күскәндәр. Ошо ҡарашҡа ярашлы, бура мәҙәниәте ярым күсмә ҡәбиләләре  һәм андрон мәҙәни-тарихи берлектәре үҙенең иртә этаптағы үҫешендә һинд-европа тел ғаиләһенең иран төркөмөнә ҡарай[43][44][45][46][47].

Палеогенетика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бура мәҙәниәтенең 3900—3200 йыл элек йәшәгән алты вәкиленең  Y-хромосомалы  R1a галлотөркөмө билдәләнә R1a1, R1a1a, R1a1a1b2, R1a1a1b2a2a-Z2123 субкладтары),  14 вәкиленең митохондриаль U5a1  галлотөркөмө булыуы билдәле  (2-се өлгөлө), U5a1f2, U5a2a1, K1b2a, I1a1, T1a1, T2b4, J2b1a2a, H2b, H3g (2 -се өлгөлө), H5b, H6a1a[48].

Тарихи яҙмышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы бронза быуатының  иртә һәм урта фазалары Көнсығыш Европала  уңайлы климат шарттарына тап килә —  һауа торошо йылы һәм дымлы. Хужалыҡта   етештереү формаларының киҫкен күтәрелеүе күҙәтелә. Шуға ярашлы, беҙҙең эраға тиклем XVIII—XIII быуаттарҙа көнсығыш европа далаларының һәм урман-далаларының төбәктәрендә күсеп ултырыуҙарҙың иң тығыҙлығы күҙәтелә. Бура мәҙәни-тарихи берлек тыуа, уға бронза дәүерендә Көнсығыш Европала бөйөк этномәҙәни берләшмәләрҙең барлыҡҡа килеү традицияһын тамаларға насип була. Бура берлегендәге демографик күтәрелеш, уның иң юғары нөктәһе б.э. тиклем  XVI—XV быуаттарҙа дала һәм урман-далаға тура килә, ә б.э. XIV—XIII быуаттарҙа далаға, тәбиғәт ресурстарының ярлыланыуына һәм бура мәҙәни-тарихи берлектең тарҡалыуына килтерә.

Бронза дәүере аҙағында климаттың ҡороуы (б.э. тиклем XI—VIII ) бура мәҙәниәтенең тарҡалыуына һәм юғалыуына килтерә.

Климат шарттарының ҡоро һауа торошонан һалҡынға үҙгәреүе,  тоталь күсеп ултырыуҙар  менән берлектә  һәләкәтле эҙемтәләргә килтерә. Халыҡ һаны ҡырҡа кәмей, мәҙәни һәм археологик мәғлүмәттәр буйынса, ултыраҡтар һаны һәм уларҙың мәҙәни  үҙгәреүе кәмей. Бура мәҙәниәте вәкилдәре бронза дәүеренең аҙаҡҡы этабындағы белозер һәм бондарихин мәҙәниәттәрен формалаштырыуҙа туранан-тура ҡатнаша һәм приказан,  поздняк мәҙәниәттәренең йөҙөндә Көнсығыш Европаның урман һыҙаты халҡына һиҙелерлек йоғонто яһай. 

Бура мәҙәниәте предметтарыской общности
Из коллекций Государственного Эрмитажа
Һылап яһалған һауыт
Ромб киҫелешле бысаҡтар
Кельт һәм һалбыр төйҙә балта

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Городцов В. А. Результаты археологических исследований в Изюмском уезде Харьковской губернии, 1901 года // Труды XII АС. — М., 1905. — Т. 1. — С. 174—341.
  2. Мерперт Н. Я. Древнейшая история степной полосы Восточной Европы III — начало II тыс. до н. э.: Автореф. дис. … д-ра ист. наук. — М., 1968. — 84 с.
  3. Черных Е. Н. Древнейшая металлургия Урала и Поволжья // Материалы и исследования по археологии СССР. — 1970. — № 172. — 180 с.
  4. Березанская С. С., Отрощенко В. В., Чередниченко Н. Н., Шарафутдинова И. Н. Культуры эпохи бронзы на территории Украины. — К., 1986. — 163 с.
  5. Кривцова-Гракова О. А. Степное Поволжье и Причерноморье в эпоху поздней бронзы // Материалы и исследования по археологии СССР. — 1955. — № 46. — 167 с. 2014 йыл 26 август архивланған.
  6. Мерперт Н. Я. Древнейшая история степной полосы Восточной Европы III — начало II тыс. до н. э.: Автореф. дис. … д-ра ист. наук. — М., 1968. — 63 с.
  7. Мерперт Н. Я., Пряхин А. Д. Срубная культурно-историческая общность эпохи бронзы Восточной Европы и лесостепь // Археология восточноевропейской лесостепи. — Воронеж, 1979. — С. 7—36.
  8. Круц С. И. Антропологические особенности населения срубной культуры территории Украины // Энеолит и бронзовый век Украины. — К., 1976. — С. 222—232.
  9. Качалова Н. К. О локальных различиях в лесостепной срубной культуре // Археологический сборник Государственного Эрмитажа. — Л., 1977. — Вып. 18. — С. 23—28.
  10. Ковальова І. Ф. Маївський локальний варіант зрубної культури // Археологія. — 1976. — Вип. 20. — С. 3—22.
  11. Малов Н. М. О выделении покровской культуры // Проблемы культур начального этапа эпохи поздней бронзы Волго-Уралья: Тезисы вторых Рыковских чтений. — Саратов, 1991. — С. 50—53.
  12. Кузьмина О. В. Соотношение абашевской и покровской культур // Конвергенция и дивергенция в развитии культур эпохи энеолита-бронзы Средней и Восточной Европы. — СПб, 1995. — Ч. 2. — С. 27—51.
  13. Бровендер Ю. М. Степановский тип памятников бережновско-маёвской срубной культуры // Пам’ятки археології Подніпров’я. — Дніпропетровськ, 2000. — Вип. 3. — С. 123—134.
  14. Mallory J. P., Adams Q. Encyclopedia of Indo-European Culture. — London, 1997. — 829 p.
  15. Городцов В. А. Результаты археологических исследований в Бахмутском уезде Екатеринославской губернии 1903 года // Труды XIII АС. — М., 1907. — Т. 1. — С. 211—285.
  16. Бочкарёв В. С. Волго-уральский очаг культурогенеза эпохи поздней бронзы // Социогенез и культурогенез в историческом аспекте. — СПб., 1995. — С. 24—27.
  17. Чередниченко Н. Н. О некоторых проблемах срубной культуры // Проблемы эпохи бронзы юга Восточной Европы. — Донецк, 1979. — С. 6—8.(недоступная ссылка)
  18. Отрощенко В. В. О возможности участия полтавкинских и катакомбных племён в сложении срубной культуры // Советская археология. — 1990. — № 1. — С. 107—112.
  19. Евразийская степная металлургическая провинция // БРЭ. Т.9. М.,2007.
  20. Цимиданов В. В. Срубная общность в свете циклических теорий развития // Донецкий археологический сборник. — Донецк, 2006. — № 12. — С. 70—102.
  21. Отрощенко В. В. К вопросу о покровской срубной культуре // Эпоха бронзы и ранний железный век в истории древних племён южнорусских степей. — Саратов, 1997. — Ч. 1. — С. 70—72.
  22. Отрощенко В. В. До генези харизматичних кланів // Сучасні проблеми археології. — К., 2002. — С. 169—170.
  23. Отрощенко В. В. К вопросу о памятниках новокумакского типа // Проблемы изучения энеолита и бронзового века Южного Урала. — Орск, 2000. — С. 66—72.
  24. Отрощенко В. В. Історія племен зрубної спільності: Автореф. дис. … докт. іст. наук. — К., 2002. — 33 с. 2016 йыл 7 март архивланған.
  25. Rykov P. Die Chvalinsker kultur an der Unteren Volga // ESA. — Helsinki, 1927. — T. 1. — P. 112—142.
  26. Малов Н. М. О выделении покровской культуры // Проблемы культур начального этапа эпохи поздней бронзы Волго-Уралья: Тезисы вторых Рыковских чтений. — Саратов, 1991. С. 50—53.
  27. Мерперт Н. Я. Из древнейшей истории Среднего Поволжья // Материалы и исследования по археологии СССР. — 1958. — № 61. — С. 45—156.
  28. Отрощенко В. В. К истории племен срубной общности // Доно-Донецкий регион в эпоху бронзы. — Воронеж, 2003. — Вып. 17. — С. 68—96.
  29. Археологія України: Курс лекцій. — К., 2005. — 504 с.
  30. Археология. — М., 2006. — 608 с.
  31. Етнічна історія давньої України. — Київ. 2000. — 280 с.
  32. Захарова Е. Ю. Классификация знаков на керамике срубной культурно-исторической общности // Доно-Донецкий регион в эпоху бронзы. — Воронеж, 1998. — Вып. 11. — С. 101—111.
  33. Берестнев С. И. Срубная культура Лесостепного Левобережья Украины: Автореф. дис. … канд. ист. наук. — Харьков, 1983.
  34. Черных Е. Н. Каргалы забытый мир. — М., 1997. — 176 с.
  35. Татаринов С. И. Древние горняки-металлурги Донбасса. — Артёмовск, 2003. — 136 с.
  36. Матвеева Г. И., Колев Ю. И., Королёв А. И. Горно-металлургический комплекс бронзового века у с. Михайлово-Овсянка на Юге Самарской области (первые результаты исследования) // Вопросы археологии Урала и Поволжья. — Самара, 2004. — Вып. 2. — С. 69—88.
  37. Бровендер Ю. М., Отрощенко В. В., Пряхін А. Д. Картамиський комплекс гірничо-металургійних пам’яток бронзового віку в Центральному Донбасі // Археологія. — 2010. — Вип. 2. — С. 87—102.
  38. Anthony D. W., Brown D. R. The dogs of war: A Bronze Age initiation ritual in the Russian steppes // Journal of Anthropological Archaeology. Vol. 48, December 2017. P. 134–148.
  39. СРУ́БНАЯ КУЛЬТУ́РА / С. В. Кузьминых // Социальное партнёрство — Телевидение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2016. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 31). — ISBN 978-5-85270-368-2.
  40. Членова Н. Л. О времени появления ираноязычного населения в Северном Причерноморье // Этногенез народов Балкан и Северного Причерноморья. — М., 1984. — С. 259—268.
  41. Абаев В. И. Доистория индоиранцев в свете арио-уральских языковых контактов // Этнические проблемы истории Центральной Азии в древности. — М., 1981. — С. 84—89.
  42. Напольских В. В. Уральско-арийские взаимоотношения: история исследований, новые решения и проблемы // Индоевропейская история в свете новых исследований. М.: МГОУ, 2010. С. 229—242. 2014 йыл 14 июль архивланған.
  43. Археология Украинской ССР. — Киев, 1985. — Т. 1. — 473 с.
  44. Кузьмина Е. Е. Арии — путь на юг. — М., 2008. — 560 с.
  45. Кузьмина, Е. Е. Откуда пришли индоарии? : материальная культура племён андроновской общности и происхождение индоиранцев. — М., 1994. — 464 с.
  46. Клейн Л. С. Древние миграции и происхождение индоевропейских народов. — СПб., 2007. — 226 с. 2014 йыл 21 декабрь архивланған.
  47. Абаев В. И. K вопросу о прародине и древнейших миграциях индо-иранских народов // Древний Восток и античный мир. — M., 1972. — C. 26—37.
  48. Iain Mathieson et al. Eight thousand years of natural selection in Europe, 2015

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]