Бурма Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бурма Александр Иванович
Заты ир-ат
Вафат булған көнө 22 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Бурма Александр Иванович (4 март 1930 йыл22 август 1995 йыл) — совет партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. КПСС-тың Октябрьский (1970—1985) һәм Стәрлетамаҡ (1985—1989) ҡала комитеттарының беренсе секретары. Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданы(1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Иванович Бурма 1930 йылдың 4 мартында Ырымбур өлкәһе Аҡбулаҡ районы Яңы Одесса ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941—1945 йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, А. И. Бурма өлкәндәр менән бер рәттән, колхоз баҫыуҙарында эшләй һәм өй хужалығында әсәһенә ярҙам итә. Атаһы һуғышта булғанға күрә, ғаилә мәшәҡәттәре тулыһынса үҫмер елкәһенә төшә[1].

1948—1953 йылдарҙа Ленинград тау институтында белем ала. 1953 йылдан алып 1959 йылға тиклем нефть сығарыу сәнәғәтендә төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй: «Башнефть» энергетик идаралығының өлкән инженеры, «Октябрьскнефть» нефте-прромысла идарылы начальнигы һәм «Башэнергонефть» махсус төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы[2][1].

1959 йылда ВНИИнефть Октябрьский филиалы етәксеһе итеп тәғәйенләнә, әлеге вазифала 1969 йылға тиклем эшләй. А. И. Бурманың туранан-тура ҡатнашлығында һәм етәкселегендә яңы перспектив автоматика, ҡоралмалар һәм күҙәтеү приборҙар системалары һәм саралар төрҙәре булдырыла.

1969 йылдан алып партия эшенә күсә. 15 йыл дауамында, 1970 йылдан алып 1985 йылға тиклем, КПСС Октябрьский ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана[1], уның туранан-тура етәкселеге аҫтында яңы предприятиелар барлыҡҡа килә, мәҫәлән: Октябрьский Түбән вольтлы электр аппаратураһы заводы, «Автоприбор» һәм «Блокжилкомплект» производство берекмәләре, сәнәғәт үҫешә, социаль һәм торлаҡ төҙөлөшө фонды алып барыла, ғилми, мәҙәни һәм спорт йүнәлешендәге объекттар күтәрелә.

1985 −1989 йылдарҙа А. И. Бурма — КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты беренсе секретары. 1989 йылда А. И. Бурма сыл сит илгә командировкаға Йеменға ебәрелә, унан ҡайтҡандан һуң, ул Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводы кәңәшсеһе булып эшләй[1]

Төп эшмәкәрлегенән тыш, А. И. Бурма һайланған депутаты һәм юғары советы президиумы ағзаһы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының (8, 9-сы, 10-сы һәм 11 саҡырылыш) Президиумы ағзаһы һәм депутаты[3]), КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы[1] итеп һайлана.

1985 йылдың 3 ғинуарында «Октябрьский ҡалаһы үҫешенә ҙур ҡаҙаныштар индергән өсөн» А. И. Бурма Почетлы исемгә лайыҡ була — Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданы[1]

1995 йылдың 22 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Почётные граждане города Октябрьского / Сост.: И. С. Комендантов, Н. И. Пентегов, ред.: Н. И. Пентегов. Октябрьский информационный центр - филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2017 г. — 207 с. — С.68-69
  2. Александр Иванович Бурма оставил след в истории Стерлитамака. 11 июль 2020 тикшерелгән.
  3. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы. / Под ред. К. Б Толкачева. Сост.: В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова — Кн.2. — Уфа: ГРИ "Башкортостан", 2005. — 304 б. — ISBN 5-8258-0204-5.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почётные граждане города Октябрьского / Сост.: И. С. Комендантов, Н. И. Пентегов, ред.: Н. И. Пентегов. Октябрьский информационный центр — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2017 г. — 207 с. — С.68-69