Эстәлеккә күсергә

Бусаргин Роман Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бусаргин Роман Викторович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 29 июль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны Большая Сакма[d], Горновское муниципальное образование[d], Краснопартизанский район[d], Һарытау өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы губернатор Саратовской области[d] һәм губернатор Саратовской области[d]
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт аграр университеты
Рәсәй кооперация университеты[d]
Ғилми дәрәжә социология фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Рәсми сайт saratov.gov.ru/governor/
 Бусаргин Роман Викторович Викимилектә

Бусаргин Роман Викторович (29 июль 1981 йыл Оло Һаҡма ауылы, Һарытау өлкәһе, РСФСР, СССР) — Рәсәй сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2022 йылдың 10 майынан Һарытау өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы[1][2].

Һарытау өлкәһе Краснопартизанский районының Оло Һаҡма ауылында тыуған. 2003 йылда Вавилов исемендәге Һарытау дәүләт аграр университетын, 2017 йылда — Рәсәй хеҙмәттәшлек университетын тамамлай.

2005 йылдан 2008 йылға тиклем Һарытау районы хакимиәтендә эшләй. 2008 йылдан 2009 йылға тиклем Һарытау районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була.

2009 йылдан 2011 йылға тиклем Бусаргин Энгельс муниципаль районы Волга буйы хакимиәте башлығы урынбаҫары була. 2011 йылдың ғинуарында Энгельс муниципалитеты хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2013 йылдан 2018 йылға тиклем Энгельс муниципаль районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү, яғыулыҡ-энергетика комплексы, транспорт һәм элемтә комитеты рәйесе вазифаһын биләй.

2018 йылда Һарытау ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү комитеты рәйесе вазифаһын башҡара, Һарытау ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.

2018 йылдың октябрендә Һарытау өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2020 йылдың 21 октябрендә Һарытау өлкәһе хөкүмәтенең вице-губернаторы — рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Социология фәндәре кандидаты[3].

Һарытау өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2022 йылдың 10 майында Рәсәй Президенты Владимир Путин Һарытау өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы итеп  тәғәйенләй. 2012 йылдан төбәкте етәкләгән өлкәнең элекке башлығы Валерий Радаев отставкаға китә, уны президент ҡабул итә[4].

Өйләнгән, ике бала тәрбиәләй[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2021 йылда Бусаргин II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнә.

  1. Встреча с Романом Бусаргиным. Дата обращения: 11 май 2022.
  2. Врио губернатора Саратовской области назначен Роман Бусаргин. Дата обращения: 11 май 2022.
  3. Биография Романа Бусаргина. Дата обращения: 11 май 2022.
  4. Биография врио губернатора Саратовской области Романа Бусаргина. Дата обращения: 11 май 2022.
  5. Врио губернатора Саратовской области Роман Бусаргин. Досье. Дата обращения: 11 май 2022.