Эстәлеккә күсергә

Бутан тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Археология мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙең эраға тиклем 2000 йылда уҡ Бутанда кешеләр йәшәй, әммә боронғо дәүер тураһында яҙма сығанаҡтар юҡ тиерлек. Илдең тарихы башлыса эпизодтар менән билдәле, сөнки 1827 йылда ул ваҡыттағы илдең баш ҡалаһы булған Пунакхала иң ҙур китапхана яна. Хәҙер тарихи ваҡиғалар риүәйәттәрҙән айырлғыһыҙ булып тора.

Археология мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙең эраға тиклем 2000 йылда уҡ хәҙерге илдең территорияһында цивилизация булған. Тарихсылар фекеренсә, Бутан тарихында иң ышаныслы өйрәнелгән осор Лхомон (Lhomon) йәки Мон-Юл (Monyul) дәүләте йәшәгән осорға тура килә. Фараз буйынса, был дәүләт буддизм таралыу алмаған Тибеттың бер өлөшө була. Күҙҙаллау буйынса, Мон-Юл беҙҙең эраға тиклем 500 йылдан беҙҙең эраның 600 йылына ҡәҙәр йәшәгән. Бутан ғалимдарының һаҡланып ҡалған китаптарында илдең боронғо атамалары ла бирелгән Лхомон-Ченденьонг (Lhomon Tsendenjong) һәм Лхомон-Кхаши (Lhomon Khashi).

XIX быуатта илдең дөйөм ҡабул итеп алынған «Бутан» атамаһы, фараз буйынса, йә Bhotaant («Bhot» — Тибеттың һинд атамаһы) санскрит һүҙенән, йә Bhu-uttan («бейек таулыҡ») һүҙенән барлыҡҡа килгән. XVII быуаттан Бутандың традицион атамаһы — Друк-Юл («аждаһа кешеләренең иле»).

Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, тарихҡаса осорҙа был территорияла монпа (Monpa) халҡының вәкилдәре йәшәгән, улар тибет йәки монгол халыҡтарына инмәй. Мон-Юла халҡы шаманизмды тотҡан. Риүәйәттәргә ярашлы, был дәүләттең һуңғы йылдарында Мон-Юла хакимы хәҙерге Һиндостандың Ассам, Көнбайыш Бенгал һәм Биһар территорияларын бойһондороп «дуарҙар» үҙәне районына баҫып инә.

Буддизмдың үтеп инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фараз буйынса, Бутанға буддизм дине II быуатта уҡ үтеп инә башлай.

Тибет короле Сонгцен Гампо (627—649) буддизмды Тибеттың рәсми дине тип иғлан итә һәм Лхасала Джокхаг үҙәк монастырын төҙөй. Гималай тауҙарын яман заттарҙан таҙартыр һәм тыныслыҡ урынлаштырыр өсөн, король бер көн эсендә бөтә Гималай тауҙары буйлап 108 монастыр төҙөргә бойора. Шуларҙың икеһе — Кийчу Лакханг (Паро) һәм Джамбей Лакханг (Бумтанг) хәҙерге Бутан биләләмәләре сиктәрендә һаманда һаҡланып ҡалған.

Паро ҡалаһы янындағы Таксан Лакханг (юлбарыҫ ояһы) монастыре, бында Падмасабхаваның медитация өсөн файҙаланнылған төп мәмерйәләре урынлашҡан.

VIII быуатта Бутанға Падмасамбхаваның бер нисә тапҡыр килеүе тураһында хроникалар хәбәр итә. Падмасамбхава миссияһынан һуң буддизм Бутанда киң ҡолас менн таралыу ала. Һуңыраҡ Тибет короле Ландарма (836—842) буддизмды тыя һәм эҙәрлекләй, күп кенә монахтар һәм ғалимдар Бутанда һыйына. Бутан буддизмы — Друкпа Кагью лама Цангпанан башланғыс алған Кагью мәктәбенең бер тармағы булып тора.

Шабдрунг Нгаванг Намгьял осоронда Бутандың берләшеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тибет монахы һәм рәссамы Шабдрунг Нгаванг Намгьял (1594—1651) 1616 йылда король була, ул Бутанды берләштереүгә ирешә һәм бер нисә нығытылған ҡәлғәләр (дзонгтар) төҙөүҙе ойоштора.

1627 йылда Бутанда беренсе европалылар, иезуит священниктары Эстеван Каселла һәм Джоао Кабрал була, уларҙың хәбәрҙәре оҙаҡ ваҡытҡа Бутан хаҡында берҙән-бер мәғлүмәт булып ҡала.

Шабдрунг үлгәндән һуң Бутан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Король Шабдрунг Нгаванг Намгьял вафат булғандан һуң Бутанда граждандар һуғышы башлана, ул 200 йыл дауамында туҡтамай тиерлек. Низағтың сәбәбе айырым әйткәндә ике Дуарҙар («ишектәр») — Ассам Дуары һәм Бенгал Дуары — был биләмәләр тауҙарҙан Брахмапутра йылғаһына юл биргән.

Инглиздәрҙең ҡыҫылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1772 йылда Бутан ғәскәрҙәре Куч-Биһар кенәзлеген биләгәс, уның раджаһы Британ империяһы вәкилдәренән ярҙам һорай һәм Бутан ғәскәрҙәре кенәзлектән ҡыуыла. 1774 йылдың 25 апрелендә Тибет булышлығы менән Британ Һиндостаны генерал-губернаторы Уоррен Гастингс һәм Бутан раджаһы менән солох килешеүе төҙөлә, уның буйынса раджа Куч-Бехарға һөжүмдәрен туҡтатырға вәғәҙә бирә. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Бутанда инглиз дипломатик агенты Джордж Богль була, ул был ил тураһында күм яңы мәғлүмәттәр йыя.

1838 йылда инглиздәр Ассамды үҙ биләмәләренә ҡуша. 1837—1838 йылдарҙа капитан Пембертон бутанлыларҙың Ассамға һөжүмдәрен туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәре уңышһыҙ тамамлана, шунлыҡтан 1840 йылда инглиздәр Бутандан Ассамға алып барған 7 үткәүелде (Ассам Дуарҙарын) биләйҙәр.

1863 йылда Бутан раджаһына килгән инглиз илсеһе Ашли Эден һәм капитан Годвин Аустен Пунакхала мыҫҡыллауҙарға дусар була, улар туҡмала, ҡанда буяла һәм әсиргә алына. Бутан Эдендән инглиздәр биләгән Ассам Дуарҙарын ҡайтарыу тураһында актҡа ҡул ҡуйыуҙы талап итә. Был Англия-Бутан һуғышы (йәки Дуар һуғышы) тоҡаныуына килтерә, һуғыш инлиздәр өсөн әллә ни уңыш килтермәй. 1865 йылдың 11 ноябрендә Буксала тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Бутанға йылына 50000 рупий түләп дуарҙар инглиздәр артынан ҡала, ә Бутан үҙ яғынан Британ Һиндостанына барлыҡ һөжүмдәрҙе туҡтатырға тейеш була. Шулай уҡ инглиздәрҙең ҡулында ике көслө сик буйы позициялары — Бакса һәм Девангири ҡала.

1872—1873 йылдарҙа полковник Грэгемгә Бутан һәс Асса араһындағы сикте билдәләү бойорола. Сик ошолай үткәрелә, Бакса һәм Девангири инглиздәрҙең биләмәләрендә ҡала, бының өсөн Бутанға дуар үткәүелдәре кире ҡайтарыла.

Вангчуктар династияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Король Угьен Вангчук Бутанды йәнә берләштерергә һәм нығытырға ирешә. Беренсе король Угьен Вангчук 1907 йылда яңы династия урынлаштыра, ошо династия вәкилдәре хәҙерге ваҡытта ла хакимлыҡ итә. Король Угьен Вангчук ингиздәр менән бергә хәрби операцияларҙа, шул иҫәптән 1904 йылғы Тибетҡа яуҙа ҡатнаша, сэр титулын һәм инглиз тажы бүләктәрен ала. 1910 йылда король Англия менән солох төҙөй, уға ул ярашлы сюзерен мөнәсәбәттәрен таный, алмашҡа тулы автономия һәм Бутандың эске эштәренә инглиздәрҙең ҡыҫылмауын ала. Бынан алып Бутандың изоляция осоро башлана.

Бутандың бойондороҡһоҙлоғо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылда Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң, шулай уҡ Бутанда бойондороҡһоҙлоҡ ала. Әммә изоляция һөҙөмтәһендә, БМО-ла һәм халыҡ-ара ойошмаларҙа Бутандың вәкиллеге булмай. Өсөнсө король Джигме Дорджи Вангчук 1952 йылда тәхеткә ултырғас, әкренләп модернизация сәйәсәтен башлай. Тибетты Ҡытайҙың баҫып алыуы, Бутанды Һиндостан менән Ҡытай һөжүменән һаҡлау тураһында пакт төҙөргә мәжбүр итә һәм хәҙерге заманға тиклем илдең хәүефһеҙлеге һинд ғәскәрҙәре тарафынан гарантиялана. Өсөнсө король сауҙа итә һәм илдә аҡса әйләнешен әүҙемләштерә. Тик 1971 йылда Бутан БМО-ға инә.

Дүртенсе король Джигме Сингье Вангчук 1972 йылда тәхеткә ултыра һәм бер нисә реформалар индерә. Сит ил журналистарына һәм туристарына сикләнгән һанда Бутанға инеү рөхсәт ителә. Король илде инфраструктура (электрлыҡ, телефон, радиоэлемтә, юлдар) менән тәьмин итергә тырыша.

1974 йылғы сәйәси көрсөк тураһында аҙ һанлы мәғлүмәттәр бар. Көрсөк башланыуҙа Далай-лама XIV ҡустыһы Гьяло Тондуб һәм Бутанда Дайлай-ламаның рәсми вәкиле Ладинг ғәйепләнә. Далай-лама был ваҡиғаларға бәйле булыуы хаҡында барлыҡ ғәйепләүҙәрҙе инҡар итә[1]. Бутан хөкүмәте тарафынан тикшеренеү үткәрә, уның һөҙөмтәләре һаман да сер аҫтында ҡала. Был ваҡиғаларҙан һуң Тибет-Бутан мөнәсәбәттәре насарая һәм тарихи һәм иҡтисади факторҙары менән бергә, һөҙөмтәлә 1979 йылда 2500 тибетлылар Бутандан Непалға, Һиндостанға һәм Ҡытай тарафынан оккупацияланған Тибетҡа депортациялана[2].

1998 йылда король башҡарма власты Министрҙар Кабинетына тапшыра, шуның менән юғары чиновниктарҙың алмашыныуы һәм үҙгәреп тороуы тәьмин ителә. 2002 йылда Бутанда милли телевидение индерелә, быға тиклем телевидение тыйыу аҫтында була. Һуңғы йылдарҙа Бутан ҙур уңыштарға ирешә, халҡының хәле әкренләп арта бара, инфраструктура яҡшыртыла һәм модернизациялана. Шулай ҙа Бутан ныҡ традицияларға бирелгән.

Бутандың оборонаһы Һиндостанға һалынған, Бутан тыныс ил булып тора. Әммә 2003 йылда Бутанға Ассам ҡаршылығына ҡаршы хәрби операция уҙғарырға тура килә.

2005 йылдың 13 ноябрендә ҡытайҙар армия ярҙамында бер нисә урында Хаа, Вангди-Пходранг, Паро һәм Бумтанг округтарында Бутан территорияһына (ҡайһы саҡта 20 километрға тиклем) үтеп инә. Баҫып инеүҙең маҡсаты — аҙыраҡ ил эсенә индереп Бутан-Ҡытай сигендә автомобиль юлдарын һалыу. Һуңыраҡ Ҡытай дипломаттары аңлатыуынса, юлдар көнбайыш Ҡытайҙың инфраструктураһының иҡтисади үҫеш комплекслы программаһының бер өлөшө булып тора. Тағы ла сәбәп шунда, Ҡытай карталарына ярашлы, Бутандың бәләкәй генә сик буйы райондары Ҡытай территорияһы булараҡ билдәләнгән, ә сик тураһында аныҡ килешеүҙәр төҙөлмәгән.

2006 йылдың 14 декабрендә Бутандың дүртенсе короле Джигме Сингье Вангчук (1955 йылда тыуған) улы Джигме Кхесар Намгьял Вангчук (1980 йылда тыуған) файҙаһына тәхеттән баш тарта[3].

2008 йылда Бутан короле бер нисә демократик үҙгәрештәр индереп һәм Бутанда тәүге күп партиялы һайлауҙар ойоштороп тәхеттән баш тартырға ниәтләй.

  1. Indo-Bhutan relations and China interventions. P. 122.
  2. Pulman, Lynn (1983). «Tibetans in Karnataka». Kailash 10: 119–171.
  3. Biswajyoti Das. Bhutan's new king committed to democracy (ингл.). Hindustan Times (со ссылкой на Reuters) (18 декабрь 2006). Дата обращения: 27 ғинуар 2011. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2013 йыл 26 май архивланған.