Бутово полигоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бутово полигоны
Нигеҙләү датаһы август 1937
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дрожжино[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список памятников культурного наследия Ленинского района Московской области[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Юбилейная улица
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Расстрелянные и похороненные на Бутовском полигоне[d]
Карта
 Бутово полигоны Викимилектә

Бутово полигоны — Мәскәү өлкәһенең Ленин районы Дрожжино ауылы эргәһендәге Сталин репрессиялары ҡорбандарын язалау һәм ерләү урындарының береһе булараҡ билдәле ыҙандың тарихи атамаһы. Бында, архив-тикшереү документтарына ярашлы, 19301950 йылдарҙа тиҫтәләрсә мең кеше атып үлтерелгән. 1937 йылдың авгусынан 1938 йылдың октябренә тиклем атып үлтерелгән 20 мең 761 кешенең исеме билдәле[2][3][4].

Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Алексий II Бутово полигонын «Урыҫ Голгофаһы» тип атаны. Полигонда ерләнгән араһында — яҡынса 1000 рухани: Урыҫ сиркәүенең (православие һәм төрлө юрисдикцияға ҡараған правосланыйҙар) һәм башҡа конфессияларҙың вәкилдәре[2][3].

Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең 2001 йылдың 9 авгусындағы ҡарарына ярашлы, Бутово полигоны урындағы тарих һәм мәҙәниәт әһәмиәтендәге һәйкәл тип иғлан ителде[5][3].

Бутово полигонында атыуға тарттырылғандарҙың күпселеге судтан тыш органдар тарафынан — Мәскәү өлкәһе буйынса СССР НКВД Идаралығының тройкаһы һәм СССР НКВДның махсус комиссияһы һәм СССР-ҙың прокуроры — хөкөм ителгән.

Бутово полигонынан бик алыҫ түгел ике элекке махсус объект урынлашҡан: Коммунарка полигоны (Генрих Ягоданың элекке дачаһы, һуңынан — халыҡты күпләп язалау урыны) һәм Суханов махсус режимлы төрмә (Екатеринин ир-ат монастыры территорияһында)[6][7].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуаттың аҙағында Бутово полигоны урынында Космодамианский-Дрожжин имениеһы (изге Косма һәм Дамиан хөрмәтенә исемләнгән) булған. Беренсе тапҡыр Дрожжино ауылы 1568 йылда телгә алына, ул ваҡытта бында земство баяры Федор Михайлович Дрожжиндың усадьбаһы була (Иван Грозный батшаның бойороғо буйынса язалана[8]). 1889 йылда имениеның хужаһы Н. М. Соловьев йылҡы заводына нигеҙ һала, урман буйында тамашасылар өсөн трибуналар менән ипподром төҙөй. Октябрь революцияһынан һуң Бутов имениеһы хужаһы И. И. Зимин дәүләткә бөтә мөлкәтен тапшыра ла ғаиләһе менән сит илгә китә. Йылҡы заводы аттарҙы Ҡыҙыл армия өсөн әҙерләй[9].

1920 йылдарҙа Бутовола (Мәскәү) ОГПУ-ның ауыл хужалыҡ колонияһы ойошторола. 1934 йылда[10], уның 2 км²-лыҡ территорияһы штакетник менән уратыла; унда НКВД-ның атыу полигоны булдырыла, ә территорияһы тәүлек әйләнәһенә ҡораллы һаҡ аҫтына алына. Бынан алыҫ булмаған ерҙә, «Коммунарка» совхозы янында, башҡа махсус объект урынлаша — «Коммунарка» полигоны.

1937 йылдың 31 июлендәге НКВД-ның 00447-се һанлы «Элекке кулактарҙы, енәйәтселәрҙе һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтарҙы репрессиялау буйынса операция тураһында» ғы указын баҫып сығара[11]. Бынан һуң Мәскәүҙә сәйәси репрессиялар барышында бик күп үлем хөкөмө ҡарарҙары сығарыла һәм бойомға ашырыла. Мәскәү зыяраттары был тиклем ҡәберлектәрҙе һыйҙыра алмай. Шул саҡта 1937 йылдың уртаһында НКВД-ға яңы ике махсус объект бирелә — Коммунарка һәм Бутово. «Коммунарка» объектына башлыса партия етәкселеге һәм совет номенклатураһы вәкилдәре,РККА офицерҙары, НКВД хеҙмәткәрҙәре эләгә, ә объект «Бутово» объектында эшселәр, крәҫтиәндәр, священниктар, кулактар, енәйәтселәр, элекке аҡгвардиясылар һәм башҡа «советтарға ҡаршы элементтар» атып үлтерелә. Иң күп кеше 1938 йылдың 28 февралендә атып үлтерелә — 562 кеше[12][13]. 1938 йылдың февралендә атыуҙарҙың иң бейек нөктәһе булыуы ВКП(б-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы Мәскәү өлкәһе өсөн 31 ғиуарҙа раҫлаған 4000-меңлек өҫтөлмә квота менән бәйле була[14].

Атыуға хөкөм ителгәндәрҙе Мәскәү төрмәләренән «ИКМӘК» тип яҙылған машиналарҙа ташығандар. Полигонда уларҙы оҙон баракка индергәндәр, бында төрмә документтары буйынса кешеләрҙең исемлеген дөрөҫләгәндәр. Исемлекте тикшергәндән һуң ғына үлем хөкөмөн иғлан иткәндәр. Атыу ҡояш сыҡҡандан һуң үткәрелгән, хөкөм ителгән кешене пистолеттан соңҡаһына атып үлтергәндәр. Атып үлтерелгәндәрҙе 13 соҡорҙа күмгәндәр, соҡорҙарҙың дөйөм оҙонлоғо 900 метр тәшкил иткән. Һәр соҡорҙоң киңлеге — 4 — 5 метр, ә тәрәнлеге 4 метр тирәһе булған.

Мәрхүмдәрҙе бер ниндәй йыназаһыҙ ерләгәндәр, ерләү тураһында туғандарын иҫкәртеү ҡарамалған була. Атып үлтерелгәдәрҙең туғандары атылыу датаһы менән танытмаларҙы 1989 йыдан ғына ала башлайҙар.

Полигонды артабан ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдан һуң, Бутовола массауи атып үлтереүҙәр туҡтатылғас, полигон Мәскәү төрмәләрендә атылғандарҙы ерләү өсөн ҡулланыла. Ерләү соҡорҙарынан 100 метр алыҫлыҫта урынлашҡан комендатура бинаһы НКВД офицерҙары өсөн ял итеү йортона әүерелдерелә. Бында бер нисә тапҡыр Лаврентий Берия ла килә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Бутово полигоны районында немец хәрби әсирҙәре лагеры була. Уларҙы Варшава шоссеһы төҙөлөшөнә ҡыуып алып киләләр, эшләй алмағандарҙы атҡандар һәм соҡорға ташлағандар.

Полигонды тикшереү һәм ҡорбандар иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылдан алып сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Мәскәү йәмғиәт төркөмө (М. Б. Миндлин төркөмө) ФСК-ФСБ хеҙмәткәрҙәре ярҙамында Бутово полигонында атылғандарҙың делоларын архивта тикшереү эшен башланы, бер үк ваҡытта мәғлүмәттәр туплана һәм буласаҡ Хәтер китабы" өсөн ҡыҫҡаса биографик белешмәләр төҙөлә.

1993 йылдың яҙында һәләк булғандарҙың туғандары беренсе тапҡыр полигонды килеп күрәләр, шул уҡ йылдың көҙөндә уның көньяҡ өлөшөндә гранит мемориаль плита ҡуйыла.

Бутово полигоны 1995 йылға тиклем дәүләт именлеге ғәскәрҙәре һағы аҫтында була. Һуңынан уны Урыҫ православие сиркәүгә тапшыралар һәм шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә килеп күреү өсөн асалар. Бер ҡәберлектә тәре урынлаштырыла (нәҡ Бутовола Урыҫ православие сиркәүе руханиҙары бик күп атылған һәм ерләнгән).

2001 йылда полигон төбәк әһәмиәтендәге тарих һәйкәле тип иғлан ителә.

1995—1996 йылдарҙа полигон территорияһында төҙөлгән һәм 1996 йылдың 11 декабрендә изгеләштерелгән ағастан эшләнгән храм бәләкәй булыуы сәбәпле, 2004 йылдың 15 майында сатыр формаһындағы боронғо урыҫ храмдары стилендә төҙөлгән Рәсәй Новомучениктары һәм исповедниктары храмына нигеҙ һалына. Бөйөк изгеләндереү 2007 йылдың 19 майында үткәрелә[15] .[16][17] Храм диуарҙарының периметры буйлап 51 икона эленгән (атыу көндәренең һаны). Храм притворында 1997 йылда табылған һәләк булғандарҙың әйберҙәре (аяҡ кейеме, кейем ҡалдыҡтары, төйөнсөктәр, гильзалар һәм башҡалар) ҡуйылған экспозиция урынлашҡан. Шулай уҡ экспозицияла полигонда үлтерелгән кешеләрҙең шәхси әйберҙәре күрһәтелгән.

2006 йылда полигонда ер рекультивацияһы үткәрелә, бынан тыш һәр ерләү соҡороноң теүәл сиктәре билдәләнә.

2007 йылдың 30 октябрендә, Золом ҡорбандары иҫтәлеге көнөндә, Бутово полигонына Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Мәскәү һәм бөтә Русь Патриархы Алексий II килеп китте.

Ҡорбандар һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү хөкүмәтенең ведомство-ара даими комиссияһы Бутово полигонындағы 1937 йылдың 8 авгусынан 1938 йылдың 19 октябренә тиклем язаларҙың сәбәптәрен асыҡланы[18]. Күрһәтелгән осор эсендә барыһы 20 765 кеше атып үлтерелә, өс мең кешенең исем-шәрифе билдәләнде, шул иҫәптән енәйәт һәм төрлө статьялар буйынса хөкөм ителгән 5 595 кеше (27 %) бөгөнгө көнгә тиклем аҡланмаған. 2003 йылдың октябренә тиклем 15 166 кеше аҡланған (73 %).

Бутовола Урыҫ православие сиркәүенең 374 дини әһелдәре, метрополит Серафимдан (Чичагов) алып тиҫтәләгән диакондарға, пономарҙәргә һәм тасуири уҡый белеүселәргә тиклем.

Полигон территорияһындағы мемориаль комплекс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылдың 11 декабренән алып Дрожжино ауылының хакимиәте бинаһына ингән урында Мәскәү патриархаты клириктары аят уҡый.

Бутово полигоны территорияһындағы храм

Бутово полигоны территорияһында Урыҫ православие сиркәүенең 935 атып үлтерелгән дини әһелдәренең һәм башҡа ағзаларҙың исемдәре менән стендтар ҡуйылған.

Стендтар һәм башҡа ҡоролмалар (иҫтәлекле таштар һәм башҡалар) килеүселәргә тулы мәғлүмәт бирә алмай, мәҫәлән, аҡланғандарҙың һанын, язаланғандарҙың милли, енес, йәше буйынса составын.

Комплекс шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә асыҡ була. Экскурсиялар экскурсовод менән алдан килешеү буйынса үткәрелә.

Бутово полигонында үлтерелгән билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәңгелек хәтер. «Беренсе март» мәҙәни үҙәге, 2000 йылдың 27 майы
  • Бройде, Соломон Оскарович (1892—1938) — урыҫ совет яҙыусыһы һәм публицист.
  • Амбарцумов Владимир Амбарцумович (1892—1937) — Урыҫ православие сиркәүенең дин әһеле, уйлап табыусы.
  • Ауслендер Сергей Абрамович (1886—1937) — «көмөш быуат» яҙыусыһы.
  • Гельма Ганс (1903—1938) — совет һәм немец физигы.
  • Делекторский Никита Петрович (1876-1937) — Түбәнге Тагил, Орехов-Зуев епископы (Урыҫ православие сиркәүе).
  • Джунковский Владимир Федорович (1865—1938) — Мәскәү ҡалаһының элекке башлығы.
  • Древина Александр Давыдович (1889—1938) — рәссам
  • Головин Федор Александрович (1867—1937) — II саҡырылыш Рәсәй империяһы дәүләт думаһының рәйесе.
  • Фридеш Карикаш (1892—1938) — венгр яҙыусыһы һәм сәйәсмәне.
  • Клуцис Густав Густавович (1895—1938) — рәссам-авангардист.
  • Лейкий Карловна Мария (1887—1938) — актриса.
  • Олсуфьев Юрий Александрович (1887—1938) — реставратор һәм сәнғәт белгесе.
  • Проферансов Владимир Александрович (1874—1937) — Урыҫ православие сиркәүҙәрендә дини әһеле, протоиерей, 2000 йылда Урыҫ православие сиркәүенең изгеләр рәтенә индерелгән.
  • Семашкевич Роман Матвеевич (1900—1937) — рәссам.
  • Серафим (Чичагов) (1856—1937) — Урыҫ православие сиркәүенең епископы, Санкт-Петербург митрополиты.
  • Трубачев Зосима Васильевич (1893—1938) — Урыҫ православие сиркәүенең протоиерейы, 2000 йылда изгеләр рәтенә индерелгән.
  • Загробный Иван Петрович (1876—1938) — дин әһеле.
  • Ченыкаев Николай Сергеевич (1878—1938) — Калуганың элекке губернаторы (1915—1917).
  • Ягодин Василий Александрович (1870—1937) — Урыҫ православие сиркәүенең протоиерейы, 2000 йылда изгеләр рәтенә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Большой террор
  • Бутовский крест
  • ГУЛаг
  • День памяти жертв политических репрессий
  • Коммунарка (атыу полигоны)
  • Собор святых новомучеников и исповедников российских
  • Сталинские репрессии

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Правительства Московской области № 259/28 от 09.08.2001
  2. 2,0 2,1 Протоиерей Кирилл Каледа: «Благодаря тому, что на Бутовском полигоне совершается Бескровная Жертва, здесь происходит изменение духовной обстановки». // patriarchia.ru (11 февраля 2007)
  3. 3,0 3,1 3,2 Буклет «Бутовский полигон». 2013 йыл 18 октябрь архивланған. // archive.martyr.ru
  4. Общество «МЕМОРИАЛ». Послесловие к Книге памяти — спискам захороненных в Коммунарке и Бутово. // memo.ru
  5. Об объявлении памятного места Бутовский полигон в Ленинском районе памятником истории регионального значения и утверждении границ его территории и зон охраны — Российский Прав…
  6. Свято-Екатерининский мужской монастырь (официальный сайт). История. 1931—1991 годы. Свято-Екатерининская пустынь. // ekaterinamon.ru
  7. Храмы России. Екатерининский мужской монастырь. Екатерининская мужская пустынь (учётная карточка, фотографии, на карте). // temples.ru
  8. Валентина Оберемко.  Двуликое Бутово. Когда-то этот район был шикарной «Рублёвкой» // Аргументы и факты. — 2011. — № 30 за 27 июля. — С. 30.
  9. Л. А. Головкова. Спецобъект «Бутовский полигон» (история, документы, воспоминания) 2012 йыл 27 декабрь архивланған. // archive.martyr.ru (12 апреля 2006)
  10. География скорби. Дата обращения: 1 март 2017.
  11. Ксения Лученко. Бутовский полигон. Дата обращения: 1 март 2017.
  12. Владимир Кузьмин. Поминальная молитва. Владимир Путин посетил Бутовский полигон, где похоронены жертвы массовых расстрелов. «Российская газета» // rg.ru (федеральный выпуск № 4506 от 31.10.2007)
  13. Александр Латышев, Богдан Степовой. Владимир Путин — о жертвах сталинских репрессий: «Мы до сих пор ощущаем эту трагедию на себе» Газета «Известия» // izvestia.ru (2 ноября 2007)
  14. ЛУБЯНКА: Сталин и Главное управление госбезопасности НКВД. Постановление политбюро ЦК ВКП(б) «об антисоветских элементах» (документ № 285 от 31.01.1938 года). // alexanderyakovlev.org
  15. Новомучеников и исповедников Российских в Бутове храм
  16. Речь Высокопреосвященнейшего митрополита Лавра на Великом освящении храма в Бутове. // patriarchia.ru (19 мая 2007)
  17. Седмица.ru: «Предстоятель совершил Великое освящение храма-памятника в Бутово». // sedmitza.ru (18 мая 2007)
  18. Серия «Бутовский полигон». 1937—1938. Книга памяти жертв политических репрессий. Вып. 1-7", М., 1997—2003 г. г. Издание общества «Мемориал»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : Книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий; Московский Антифашистский центр. Выпуск первый. — Москва: Институт экспериментальной социологии, 1997. — 364 с. — ISBN 5-87637-005-3. — ISBN 978-5-87637-005-1.
  • Бакиров Э. А. Бутовский полигон, 1937—1938 : Книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий; Московский Антифашистский центр. Выпуск второй. — Москва: Панорама, 1998. — 362 с. — ISBN 5-85895-052-3.
  • Бутовский полигон, 1937—1938 : Книга памяти жертв политических репрессий. Выпуск 3. — М.: Альзо, 1999. — 360 с. — ISBN 5-93547-001-2. — С. 6-16 : Каледа Кирилл, свящ., Алексеев С. Н., Разумова А. Я., Головкова Л. А. Исследования последних лет на Бутовском полигоне.
  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 4. — Москва: Альзо, 2000. — 362 с. — Список сокращений: С. 360—362. — ISBN 5-93547-003-9.
  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 5. — Москва: Изд-во ООО «Панорама», 2001. — 360 с. : ил. — Список сокращений: С.358-360. — ISBN 5-93547-004-7.
  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 6. — Москва: Изд-во ООО «Панорама», 2002. — 320 с. — ISBN 5-93547-004-7.
  • Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 7. — Москва: Альзо, 2003. — 367 с. : ил. — Указатель имён по семи томам книги памяти «Бутовский полигон»: С. 145—299. — ISBN 5-93547-006-3. — ISBN 978-5-93547-006-7.
  • Любимова К. Ф. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 8. — Москва: Альзо, 2003. — 395 с. — ISBN 5-93547-007-1. ISBN 978-5-93547-007-4.
  • Головкова Л. А. Бутовский полигон // Православная энциклопедия. — М. : Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2003. — Т. VI. — С. 393—396. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2.
  • Д. Н. Никитин, П. С. Павлинов 2017 йыл 8 ноябрь [https://web.archive.org/web/20171108205132/https://bigenc.ru/domestic_history/text/3450634 архивланған. Бу́товский полиго́н] // Большая российская энциклопедия. 2016

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]