Буянов Иван Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Буянов Иван Фёдорович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 9 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йылайыр кантоны, Арҙат
Вафат булыу көнө 30 апрель 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Күгәрсен районы, Мәҡсүт
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Буянов Иван Федорович (1926 йыл1976 йыл) — Башҡорт АССР-ы  Күгәрсен районы   «Октябрьский» совхозы комбайнсыһы.  Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971 йыл).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1926 йылдың  9 октябрендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Арҙат ауылы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

Мәктәптең 7  синыфын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған ауылында ат ҡараусы булып башлай. 

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң  Совет армияһына саҡырыла.

1950—1951 йылдарҙа Мораҡ ауыл хужалығын механизациялау мәктәбендә уҡый, уны тамамлағандан һуң Күгәрсен машина-трактор станцияһында комбайнсы булып эшләй. 1958 йылдың июленән «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы  комбайнсыһы, 1961 йылдан  Күгәрсен районы   «Октябрьский» совхозы комбайнсыһы була. 

1968 йылда комбайнсы И. Ф. Буянов ун ике меңдән ашыу центнер ашлыҡ һуғып ала һәм Мәскәүҙә халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ)  көмөш миҙалына лайыҡ була. 

1969 йылда Буянов Иван, ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә баҫыуҙар күпкә ярлы булғанда, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешә — ураҡ өҫтө мәлендә башҡа механизаторҙар менән бер үк тигеҙ шарттарҙа ете мең центнер иген һуғып ала.

1966—1970 йылдарҙа комбайнында план буйынса 1 500 га урынына 2 062 га майҙанда иген культуралары йыя һәм 18 750 центнер урынына 44 466 центнер иген һуғып ала, бынан тыш 496  га иген культуралары сабып ала. 1970 йылда 10 эш көнө эсендә  251 га иген культуралары йыйып ала һәм сифатлы эш итеп 4 980 центнер иген һуға. 

Башҡортостандың Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында йәшәгән, шунда 1976 йылдың 30 апрелендә вафат булған һәм  Мәҡсүт ауылы зыяратында ерләнгән.

Ауыл хужалығы производствоһы үҫеүендә һәм биш йыллыҡтың дәүләткә   игенселек һәм малсылыҡ продукттарын  һатыу планын үтәүҙә ирешкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән  И.Ф.  Буяновҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Юғары Советы Президиумының  1971 йылдың  8 апрелендәге указы менән Буянов Иван Федоровичҡа уңыш йыйыуҙағы юғары күрһәткестәре өсөн Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. 
  • Ленин ордены, миҙалдар  менән бүләкләнә.  

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡсүт ауылының бер урамы И.Ф.Буянов хөрмәтенә  аталған.  

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]