Эстәлеккә күсергә

Бызансы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бызансы
Рәсем
Ил  Тыва Республикаһы
Классификация Хорнбостеля — Закса 321.313
 Бызансы Викимилектә

Бызансы (шулай уҡ бызанчи, пызанчи, монголдарҙа хучир, ҡаҙаҡтарҙа бозаншы) – боронғо һыҙғыслы дүрт ҡыллы (ҡайһы берҙәре ике ҡыллы) оҙон грифлы, пәрҙәләрһез һәм ҡабарынҡы корпуслы (дөйөм бейеклеге 1,2 м) музыка ҡоралы. Эрху ҡытай скрипкаһы менән туғандаш. Ю. Шейкин инструментты «ҡыллы көпшәле пиколютня " тип классификациялай [1].

Бызансы резонатор-корпусы ағастан йәки мөгөҙҙән эшләнгән һәм цилиндр, конус йәки алты-һигеҙмөйөшлө формаға эйә, асыҡ осонда тире менән ҡапланған йәки ағас дека менән ҡапланған . Ҡылдар ат ялынан эшләнә һәм бер тауыштан парлап көйләнә ; 2/4 пары 1/3 парынан квартага юғарыраҡ (әммә, Бөйөк совет энциклопедияһы буйынса, көйләү квинталар буйынса булған).

Бызансы тубыҡҡа ҡуйылып, вертикаль рәүештә тотола. Уйын һыҙғыс менән бер тауыштан көйләнгән пар ҡыл буйлап бер юлы хәрәкәтләндереп башҡарыла. Һул ҡулдың бармаҡтары ҡылдар аҫтына ҡуйыла, уларҙың ҡылдарға тейеүе флажолет эффектын барлыҡҡа килтерә.

Ҡаҙағстанда, Бүрәтиялә, Монголияла, Тывала таралған . Бызансының береһе Алма-Аталағы Ҡаҙағстан музыка ҡоралдары музейында һаҡлана.

  1. ↑ Шейкин, Ю. Практика традиционного музицирования удэ на однострунном смычковом инструменте 2016 йыл 20 декабрь архивланған.. / Ю. Шейкин // Народные музыкальные инструменты и инструментальная музыка. — М., 1988. — Ч. 2. — С. 137—148.
  • Бозаншы // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
  • Г. И. Благодатнов. Бызанчи. Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982. // (dic.academic.ru/dic.nsf/enc_music/1365/Бызанчи)
  • Хучир — статья из Большой советской энциклопедии.