Быйма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Быйма
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Кейеҙ баҫыу
 Быйма Викимилектә

Быйма — йылы кейеҙ итек, һарыҡ, һыйыр, кәзә, ҡуян, дөйә йөнө һәм башҡа хайуандар йөнө ҡатышмаһынан, йәки яһалма йөндән баҫыла[1][2].

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быйма — Евразия халыҡтарының ҡоро ҡарҙа йөрөү өсөн ҡулланылған традицион аяҡ кейеме.

Быймалы урыҫ һалдаты саңғыла, фотоһүрәт 1917 йылға тиклем төшөрөлгән

Туҙыуын әкренәйтеү өсөн быйма табанына күн йәки резина олтан һалына йәки калуш менән кейелә. Һыуыҡ ҡышлы урындарҙа быймаларҙы, иҫке быйма ҡунысынан ҡырҡып, төпләйҙәр. Шулай уҡ резиналанған быйма сығарыла. Ғәҙәттә, быйма көрән, ҡара, һоро һәм аҡ төҫтә була, ләкин һуңғы йылдарҙа төрлө төҫтәге быймалар ҙа баҫыла.

Быйма етештереүсе кешеләрҙе ғәҙәттә урыҫ телендә пимокаттар тип атайҙар (башҡорттар «быйма баҫыусы» тип атай). Себерҙә быйманы кейеҙ менән төпләгәндәр йәки иҫкеһенән олтораҡ яһағандар. Олтанды һәр кем эшләй алмаған. Ҡыш көнө резина файҙаланылмаған, сөнки ул тая.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быймаларҙың прообразы булып Евразия күсмә халыҡтарының традицион кейеҙ итектәре тора.

Русь территорияһына быйма Алтын Урҙа төрки һәм монгол ҡәбиләләре аша үтеп инә башлаған, уларҙың ҡайһы берҙәренең аяҡ кейеме йылы тула ойоҡ рәүешендә эшләнгән, уны итек эсенән кейгәндәр. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа шундай беше кейеҙ ойоҡ байпаҡ тип атала. Рәсәйҙә быйма XIX быуаттың беренсе яртыһында, уларҙы сәнәғәт ысулы менән эшләй башлағас ҡына, киң таралыу ала. Быға тиклем улар ярайһы ҡыйбат булған һәм хәлле кешеләр генә ала алған.

Быйма һуңғы тиҫтә йылдарҙа еңел һәм дым үткәрмәгән аяҡ кейемдәре менән алмашынып, популярлығын юғалта бара. Быйма ғәҙәттә ауыл кейеме стиле тип һанала.

Өлгөләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пималар
  • Буркалар
  • Угги

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беловинский Л. В. Валенки73—74 // Иллюстрированный энциклопедический историко-бытовой словарь русского народа. XVIII — начало XIX в. / под ред. Н. Ерёминой. — М.: Эксмо, 2007. — 784 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-24458-4.
  • Буровик К. А. Валенки // Красная книга вещей: Словарь. — М.: Экономика, 1996. — С. 106—107. — 215 с. — ISBN 5-282-01639-7.
  • Буровик К. А. Валенки // Популярная энциклопедия вещей. Исторический магазин. — М.: Дрофа-Плюс, 2004. — С. 108. — 192 с. — 5000 экз. — ISBN 5-9555-0279-3.
  • Валяная обувь // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1956. — Т. I. — Стб. 743—746. — 550 с.
  • Обувь валяная // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. Том 2. — М.: Большая советская энциклопедия, 1959. — С. 379—381. — 772 с.
  • Осипов Д. Русские валенки // Наука и жизнь : журнал. — 2007. — В. 12. — С. 157—160. — ISSN 0028-1263.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]