Быков Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Быков Николай Николаевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 22 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Һарытау
СССР, РСФСР
СССР
Вафат булған көнө 27 июнь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Һарытау
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Быков Николай Николаевич (19231978) — СССР табибы-хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, 2-се Һарытау өлкә дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Николаевич Быков 1923 йылдың 22 декабрендә һарытау ҡалаһында тыуған.

1942 йылдан, ун туғыҙ йәшендә, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла һәм ғәмәлдәге армияға фронтҡа ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышында 15-се гвардия һауа-десант полкында автоматсы-десантсы вазифаһында ҡатнаша. Төньяҡ-Көнбайыш фронтта һуғыша, 1943 йылдың 9 мартында Иҫке Русса ҡалаһы өсөн алыштарҙа ике аяғына, арҡаһына һәм башына ҡаты яралана. 1943 йылда госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. 1951 йылдың 3 майында Н. Н. Быков һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[1] менән бүләкләнә.

1943 йылдан 1948 йылға тиклем Һарытау медицина институтында уҡый. 1948 йылдан 1955 йылға тиклем Һарытау өлкәһе Базарно-Карабулак районының Хватовск участка табибы вазифаһын башҡара. 1955 йылдан 1957 йылға тиклем һуғыш инвалидтары өсөн Һарытау госпиталендә табип-хирург булып эшләй[2].

1957 йылдан 1976 йылға тиклем, туғыҙ йыл дауамында , Н. Н. Быков 2-се Һарытау өлкә дауаханаһының урология бүлеге мөдире булып эшләй.

1969 йылдың 4 февралендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «совет халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Быков Николай Николаевичҡа Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[2]

1976 йылдан 1978 йылға тиклем 2-се Һарытау өлкә дауаханаһында хирургия бүлеге мөдире вазифаһында эшләй.

Һарытау ҡалаһында 1978 йылдың 27 июнендә вафат була, Елшан зыяратында ерләнә.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Подвиг народа
  2. 2,0 2,1 2,2 С. Карагапольцев Быков, Николай Николаевич. «Герои страны» сайты. 22 август 2020 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ученые-медики - Герои Социалистического Труда / М. К. Кузьмин. - М. : Медицина, 1988 г. — 197 с. — ISBN 5-225-00135-1