Быума

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Быума
Электроэнцефалограмма. Тулҡындың иң юғары нөктәһенең күп комплекстары.
 ICD10       = G4040.-G4141.
МКБ-9 345345
DiseasesDB 4366 4366
MedlinePlus 000694 000694
eMedicine neuro/415  neuro/415 

Быума, быума рәнйеүе, өйәнәк, зыяндаш, ҡуянсыҡ, быума, һуғылма мирекәй, һуғылма, тотанаҡ, яман рәнйеү[1] — (рус. Эпиле́псия ,бор. грек. ἐπιληψία ἐπίληπτος, тотолған («схваченный, пойманный, застигнутый»); лат. epilepsia q`rb caduca) — кешенең иң йыш осрай торған оҙайлы хроник неврологик сире, организмды көтөлмәгәндә ҡорошҡаҡ тотоуы[2][3]. Русса борондан килгән исеме- «падучая». Ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатланып тороусан тартышыу өйәнәге. Ҡайһы бер осраҡта аң кимәленең үтә түбәнәйеүе күҙәтелә[4]; ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үткән нервы системаһы ауырыуы[5]; баш мейеһе зарарланыуға бәйле дауамлы ауырыу, ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үтә[6].

Ошо көтөлмәгәндә башлана торған өйәнәктәрҙең киң таралған һәм йыш ҡулланылған исеме — быума өйәнәге. Быума ауырыуы менән кешеләр генә түгел, хайуандар, мәҫәлән, эттәр, бесәйҙәр, сысҡандар ҙа сирләй.

A group of people standing around a man having an epileptic Wellcome L0005934.jpg

Быума (эпилепсия) аңлатмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Быумаға оҡшаш өйәнәктең бер генә тапҡыр булыуы тере организмдың унда барған процесстарға үҙенсәлекле яуабы булыуы мөмкин. Хәҙерге ҡараштар буйынса, быума — бер иш булмаған, оҙаҡҡа һуҙылған, ҡайтмалы ҡорошҡаҡ тотоу өйәнәге менән айырылып торған, сирҙәр төркөмө. Был сирҙең патогенезында баш мейеһе нейрондарында булған пароксизмаль зарядһыҙландырыу (пароксизмальный разряд) ята. Башлыса быума (эпилепсия) ғәҙәттә төрлөсә була торған ҡайтмалы өйәнәктәр менән айырылып тора — көтмәгәндә кәйеф боҙолоп китеү кеүек быума өйәнәге эквиваленты (дисфория), аң томаланыу, илереү (сомнамбулизм), психиканың эске донъяға йүнәлеше (транс) кеүек психика боҙолоуы, шулай уҡ быума сирлеләрҙә була торған шәхес үҙгәреүе һәм (йәки) аҡыл зәғифлеге. Ҡай бер ваҡытта эпилептик психоздар ( улар киҫкен йә оҙайлы булыуы мөмкин) — ҡурҡыу, эс бошоу,ярһыу ( агрессивлыҡ),йә саманан тыш күтәреңке кәйеф, һаташыу, галлюцинациялар кеүек аффектив боҙолоуҙар ҙа күҙәтелә. Әгәр ҙә быума өйәнәктәре соматик патология менән бәйле икәне дәлилләнһә, был хәл симптоматик быума тип атала. Быума сире эсендә сикә яғы быума сирен (височная эпилепсия) дә айыралар, ул саҡта тартышыу үҙәге мейенең сикә өлөшөндә була. Быума сирен диагнозлау һәм дауалау менән неврологтар һәм эпилептологтар шөғөлләнә.

Ҡайһы ваҡытта өйәнәктәр баш мейеһенең неврологик йәки соматик ауырыуының, йә иһә йәрәхәт менән бәйле (травма) барышын ауырлаштыра.

Быумаға мөнәсәбәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо гректар һәмборонғо римлеләр быума ауырыуын хоҙай ҡушҡан «Геркулес ауырыуы» («падучая»)[7] тип атағандар. Үлгән кешенең йәнен нисек саҡырыу тураһындағы Урта быуаттарҙан һаҡланып килгән бер ҡулланмала йәнде саҡырыу йолаһын дөрөҫ үткәрмәгән сихырсы быума менән һуғылып үлеүе мөмкин тип яҙылған [7].

Быума менән һуғылыусыларға йәмғиәттең ҡарашы, башлыса, тиҫкәре[8]. Бындай сирлеләрҙе тыумыштан йә тормоштан барлыҡҡа килгән сирле тип иҫәпләйҙәр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь терминов народной медицины (Р.Н.Каримова, 2005)
  2. Commission on Epidemiology and Prognosis, International League Against Epilepsy (1993). «Guidelines for epidemiologic studies on epilepsy. Commission on Epidemiology and Prognosis, International League Against Epilepsy». Epilepsia 34 (4): 592–6. DOI:10.1111/j.1528-1157.1993.tb00433.x. PMID 8330566.
  3. Blume W, Lüders H, Mizrahi E, Tassinari C, van Emde Boas W, Engel J (2001). «Glossary of descriptive terminology for ictal semiology: report of the ILAE task force on classification and terminology». Epilepsia 42 (9): 1212–8. DOI:10.1046/j.1528-1157.2001.22001.x. PMID 11580774.
  4. Русско-башкирский дефектологический словарь (Р.Г.Аслаева, 2001)
  5. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  6. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  7. 7,0 7,1 Эпилепсия. Болезни в истории
  8. Казенных Т.В., Семке В.Я. Психотерапевтическая коррекция в системе комплексной терапии больных эпилепсией // Сибирский научный медицинский журнал. — 2006. — № 1.