Быховская Анна Марковна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Быховская Анна Марковна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Витебская губерния[d], Велижский уезд[d], Велиж[d]
Вафат булған көнө 1996
Вафат булған урыны Үзбәкстан
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми етәксе Роскин, Григорий Иосифович[d]

Анна Марковна Быховская (1901—1996) — Мәскәү дәүләт университетының биология факультетының тәүге деканы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Велиж ҡалаһында тыуған[1]. Урта белемде экстерн ысулы менән ала, сөнки аҡса булмау сәбәпле гимназияла уҡый алмай[2]. Шәхси дәрестәр бирә, башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1920 йылда ВКП(б.) сафына инә.

1927 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетының биология бүлеген тамамлай. Цитология һәм гистология кафедраһына Г. И. Роскинға аспирантураға уҡырға инә. Доцент дәрәжәһенә эйә була.

Мәскәү дәүләт университетының биология факультеты барлыҡҡа килгәндән һуң беренсе декан һәм уның тарихында әлегә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-декан. Был вазифаға 1930 йылдың 21 авгусында тәғәйенләнә. Декан вазифаһын 1930 йылдан алып 1931 йылдар буйынса биләй. 1931 йылдың 18 апрелендә университетта факультет-кафедраль структура бөтөрөлә. А. М. Быховская Мәскәү дәүләт университетының зоология бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1933 йылдың 1 майынан Мәскәү дәүләт университетында факультеттар тергеҙелә — Быховская биология факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1935—1937 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының зоология ғилми-тикшеренеү институты директоры булып эшләй[3].

1937 йылдың 10 июнендә Быховская «үҙенең эшендә күп кенә сәйәси хаталар ебәреүсе һәм партия уяулығын юғалтыусы» булараҡ Биология факультеты менән етәкселек итеүҙән ситләтелә[3]. Шул уҡ 1937 йылда Мәскәү дәүләт университетының зоология ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһында ҡулға алына[1].

1947 йылдан Сәмәрҡәндта медицина паразитологияһы һәм малярияһы институтында, 1960-сы йылдарҙа административ бүлек буйынса директор урынбаҫары вазифаһында эшләй[4].

Бойондороҡһоҙ Үзбәкстанда 95 йәше тулыуға 10 көн ҡалғанда вафат була.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Быховская А. М. 1960. Республиканское совещание и научная конференция по вопросам борьбы с паразитарными заболеваниями в Узбекистане. 1) Мед. ж. Узбекистана. No 11, 74—75.
  • Быховская А. М., Ибадов А. У. Леонид Михайлович Исаев, Ташкент, 1964
  • Крамарь В. С., Быховская А. М., Каторкин Е. Н. и др. — «Мед. паразитол.», 1974, No 6, с. 694—697.
  • Крамарь В. С., Кудрявцева Н. Ф., Быховская А. М. и др. — «Мед. паразитол.», No 3, с. 293—296.

Адресы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1937 йылдың октябренә тиклем — Мәскәү, Маросейка урамы, 9, кв. 34[1].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәҡдим ителгән сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Автобиография — «Фронт науки и техники», 1936, № 3.
  • «За пролет. кадры», 17 июня 1937. Статья нападает на нее за мягкость к «врагам»;
  • «За пролет. кадры», 17 октября 1937. Статья объявляет, что она сама «враг».
  • Слухов Ф. 90 лет ее жизни: В эти весенние праздничные дни старейшая жительница Самарканда А. М. Быховская отмечает свой «круглый» юбилей // Ленинский путь,—1991,—20 марта.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Жертвы политического террора в СССР
  2. Любарский Г. Ю. История Зоологического музея МГУ. Идеи, люди, структуры. М.: КМК, 2009. 744 с.
  3. 3,0 3,1 Летопись Московского университета
  4. М. Поповский. Тот, кто спорит — Повесть о Леониде Исаеве.