Быҙаулыҡ ҡарағайлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Быҙаулыҡ ҡарағайлығы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2007
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Территория перекрывается с Һамар өлкәһе һәм Ырымбур өлкәһе
Майҙан 106 000 гектар
Значимое место Һамар
Commons-logo.svg Быҙаулыҡ ҡарағайлығы Викимилектә

Быҙаулыҡ ҡарағайлығы — Рәсәйҙең Һамар һәм Ырымбур өлкәләрендәге милли парк. Парктың майҙаны — 1067,88 км².

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли парк Һамар өлкәһе, Борский, Богатовский, Нефтегорский райондарында һәм Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ һәм Боғорослан райондарында урынлашҡан. Милли паркта 12 урман хужалығы бар. Парктың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Кинель — Ырымбур тимер юлы үтә, тағы ла бер нисә автомобиль юлы бар. Көньяҡта — милли парк офисы һәм музей урынлашҡан Колтубан ауылы.

Климаты континенталь, уртаса йыллыҡ һауа температураһы +3.7 0 С тора, ғинуар айында уртаса температура −13.9 0 С, июлдә +20.5 0 С тора[1] .

Быҙаулыҡ ҡарағай урманы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Паркты һаҡлауҙың иң танылған һәм мөһим объекттарының береһе — шул уҡ исемдәге ҡарағай утрауы (дөйөм алғанда), уның өлөшөнә Волга аръяғы һәм Урал алды далалары араһында, төбәктәр сигендә, яҡынса 60 мең гектар инә. Был урын Быҙаулыҡ ҡалаһынан 15 км төньяҡта, Боровка йылғаһының киң һәм тәрән (100—150 метр) йылға бассейнында урынлашҡан. Быҙаулыҡ ҡарағай урманында Черталык йылғаһы Боровкаға ағып төшә.

Быҙаулыҡ ҡарағай урманы боҙлоҡтан һуңғы осорға ҡарай; уның йәше 6-7 мең йыл. Дөйөм ҡарағай урманы яҡынса өс-дүрт мең йыл элек барлыҡҡа килгән тип һанала . Быҙаулыҡ ҡарағай урманының тупраҡтары ҡом, ҡалынлығы урыны менән 90 метрға етә. Массивтың өстән ике өлөшөн ҡарағай урмандары биләй.

Урмандың иң ҡыҙыҡ урындарының береһе — 300—350 йәштәге ике ҡарағай . Урман һәр яҡтан тиерлек дала менән сикләнгән япраҡлы урман һыҙаты менән уратылған.

Быҙаулыҡ ҡарағай урманында 39 төр имеҙеүселәр, 144 төр ҡоштар, 8 төр һөйрәлеүселәр, 4 төр амфибиялар, 23 төр балыҡтар һәм 800-гә яҡын бөжәктәр бар. Мышы, ҡоралай, ҡабан, бурһыҡ, һыуһар, тейен, ҡондоҙ йәшәй.

Һаҡлау статусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағай урманын даими ҡулланыу XVIII быуат ахырынан дауам итә. 1903 йылда урманда ҡарағай урманы эксперименталь урмансылығы булдырылған, уның ҡул аҫтында хәҙерге ваҡытта дендрологик баҡса эшләй. 1977 йылдан бирле урман зонаһының бер өлөшө айырыуса ҡиммәтле урман майҙаны статусына эйә. 1933 — 1948 йылдарҙа ҡарағай урманының бер өлөшөндә дәүләт ҡурсаулығы булған. 1939 йылдың май айында ҡурсаулыҡ майҙаны һиҙелерлек артҡан[2]

Унан һуң ҡарағай урманы территорияһында дәүләт заказнигы эшләне. 2008 йылдың 9 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо нигеҙендә Быҙаулыҡ Милли паркы булдырыу тураһында ҡарар менән Быҙаулыҡ ҡарағайлығы федераль дәүләт учреждениеһы статусы бирелеп, Росприроднадзор ҡарамағына күсерелгән[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һамар йылғаһы ҡушылдығы булған Быҙаулыҡ йылғаһының исеме боронғо төрки "боҙлоҡ"тан, тимәк, "боҙ"тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фараздар бар. Шулай итеп, ҡар ирегән ваҡытта ғына ташҡан ҙур булмаған йылғаларҙы атағандар[4].

Шулай уҡ, элек башҡорттар күпләп йәшәгән был төбәктә «Быҙаулыҡ» башҡортса «быҙау» тигәндән килеп сыҡҡан тигән фекер ҙә йәшәй[4][5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Местоположение и природно-климатические условия территории национального парка «Бузулукский бор». 26 декабрь 2019 тикшерелгән.
  2. Постановление СНК РСФСР от 10.05.1939 N 211 «Об увеличении территории Бузулукского и Окского Государственных заповедников»
  3. Распоряжение Правительства РФ от 2 июня 2007 г. № 709-р «Об учреждении национального парка „Бузулукский бор“» от 2 июня 2008 года
  4. 4,0 4,1 Поспелов Е. М. Географические названия России: Топонимический словарь. — М.: АСТ; Астрель, 2008. — С. 123.
  5. Никонов В. А. Краткий топонимический словарь. — М.: Мысль, 1966. — С. 68.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бузулукский бор // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Бузулукский бор // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд.
  • Кин Н. О. Флора Бузулукского бора (сосудистые растения). — Екатеринбург, 2009. Архивная копия от 9 марта 2017 на Wayback Machine
  • «Географический атлас Оренбургской области». — М.: Издательство ДИК, 1999. — 96 с.: с ил., карт. — С. 65.
  • «Орденоносное Оренбуржье». — Челябинск: Южно-Уральское кн. изд-во, 1968. — 392 с. — С. 40—42.
  • «По родному краю (Краеведческие очерки)». — Чкалов: Чкаловское книжное издательство, 1954.
  • Бузулукский бор // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]