Бүрәттәр
Бүрәттәр (Бүрәтсә — буряад зон, буряадууд, ᠪᠣᠷᠢᠶᠠᠳ</nowiki>) — Байкал ярҙарында тарихи формалашҡан монгол халҡы, бүрәт телендә һөйләшәләр.
Бүрәт республикаһының, Иркутск өлкәһенең Урҙатамаҡ Бүрәт округының һәм Аға Бүрәт округының (Байкал аръяғы крайы) төп халҡы. Хәҙерге ваҡытта бүрәттәр үҙҙәренең этник территорияһында кәмселек булып тора. Бүрәттәр Рәсәйҙә (Бүрәт республикаһы, Иркутск өлкәһе, Байкал аръяғы крайы), Монголияла (Дорнод, Һәнтей, Сәләнгә) һәм Ҡытайҙа (Эске Монголия автоном районыныү Һөлөн-Буйыр ҡала округы) йәшәй. Төрлө баһалар буйынса, уларҙың дөйөм һаны 550 000 алып 690 000 кеше (барғуттарҙы иҫәпкә алып) тәшкил итә.
Бүрәттәр бүрәт телендә һөйләшә, ул монгол телдәренең береһе булыуына ҡарамаҫтан Рәсәйҙә үҙ әҙәби нормаһына эйә. Монголияла һәм Ҡытайҙа ул монгол теленең диалекты тип иҫәпләнә. Өс дәүләттең һәр береһендә лә бүрәттәр алдында туған телдәрен һаҡлау мәсьәләһе тора.
Дини бүрәттәр башлыса буддизм һәм шаманлыҡ динен тота. Будда динен тотоусы бүрәттәр төньяҡ буддизмдың (мәхийәнә) гелүк мәктәбе яҡлылар. Шаманизм иһә бөтә бүрәттәр араһында ниндәйҙер кимәлдә таралған, ләкин ул бигерәк тә Иркутск өлкәһендәге ҡайһы бер бүрәттәр һәм Ҡытайҙағы боронғо барғуттар араһында көслө йоғонтоға эйә.