Бәйрәкә (ауыл, Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәйрәкә
татар. Бәйрәкә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Ютазы

Ауыл биләмәһе

Бәйрәкә

Координаталар

54°44′ с. ш. 53°20′ в. д.HGЯO

Халҡы

1557 человек (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423963 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 254 805 001

Код ОКТМО

92 654 405 101

Номер в ГКГН

0159188

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бәйрәкә (Рәсәй)
Бәйрәкә
Бәйрәкә
Бәйрәкә (ауыл, Татарстан) (Татарстан)
Бәйрәкә

Бәйрәкә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Бәйрәкә ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Бәйрәкә йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәйрәкә — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Ҡырғыҙ улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан улусы составына керә.

1859 йылда 3 мәсет теркәлгән. 3-сө йәмиғ мәсете ҡарамағындағы «Ғөбәйҙиә» мәҙрәсәһе Һамар губернаһында иң абруйлы һәм иң ҙур мосолман уҡыу йорттары рәтенә кергән. ХХ быуат башында ауылда 5 мәсет, 5 һыу тирмәне булған; кесаҙна һайын баҙар үткәрелгән. 1906 йылда ауылда крәҫтиәндәр күтәрелеше булған[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда 2528 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне (татар сығышлы) йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918861897192219261938194919581970197919892000
252825654064433437192387178320092159193715101557

Инфраструктура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; ауыл хужалығы техникаһы һәм ауыл хужалығы химияһы предприятиелары эшләй. Ауылда урта мәктәп, дауахана, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

5-се йәмиғ мәсете һәм «Ғөбәйҙиә» мәҙрәсәләр комплексы биналары XIX быуат аҙағы — XX быуат башы архитектура ҡомартҡылары булып тора[1].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 127. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 580-581. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.