Бәкерова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бәкерова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

27 декабрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Көйөргәҙе районы, Тимербай ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

19702013

Театр:

Салауат драма театры, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)

Бәкерова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы (27 декабрь 1947 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бәкерова 1947 йылдың 27 декабрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуған.

1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Г. Г. Ғилязев курсы) тамамлай. Училищенан һуң, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй башлай. 1991 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрына эшкә күсә. 1992—2007 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт республика сәнғәт техникумында уҡыта. 1976 йылдан театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғит («Ҡара йөҙҙәр», Ғ. Әмири һәм В. Г. Ғәлимова М. Ғафуриҙың шул уҡ исемдәге повесы буйынса), Эсси («Иблес шәкерте» — «Ученик дьявола», Б. Шоу), Үлем («Ҡанлы туй» — «Кровавая свадьба», Ф.Гарси Лорка), Тауҡай («Онотолған доға» — «Забытая молитва», Ф. М. Бүләков), Гөлсибәр («Күктән төшкән бәхет» — «Счастье, упавшее с неба»; дебют, 1970), Хәтирә («Ҡыҙлы йорт» — «Дом с невестой»; икеһе лә — Н. Асанбаевтыҡы), Маһинур («Бәхтигәрәй» — «Бахтигарей», А. М. Мирзаһитов) һәм башҡалар. Артистың репертуарына комик ролдәр ҙә инә: Фатима («Хужа Насретдиндең биш ҡатыны», Х. Н. Хәмзә), Рәсимә («Буш сәңгелдәк», И. Х. Йомағолов).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995 йыл), БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982 г.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]