Бәләкәй Арыҫланғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәләкәй Арыҫланғол
рус. Малоарслангулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла

Ауыл советы

Әбеш

Координаталар

51°47′40″ с. ш. 57°29′39″ в. д.HGЯO

Халҡы

351[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453814

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 805 004

ОКТМО коды

80 655 405 116

Бәләкәй Арыҫланғол (Рәсәй)
Бәләкәй Арыҫланғол
Бәләкәй Арыҫланғол
Бәләкәй Арыҫланғол (Башҡортостан Республикаһы)
Бәләкәй Арыҫланғол

Бәләкәй Арыҫланғол (рус. Малоарслангулово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 351 кеше[2]. Почта индексы — 453814, ОКАТО коды — 80255805004.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 351 180 171 51,3 48,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 69 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оло Әбеш): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 125 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Оло Арыҫланғол ауылында 33 йорт булған һәм 200 кеше йәшәгән. 1816 йылда ауылда 28 йорт һәм 136 кеше иҫәпләнгән. 1816 йылда ауылда ауыл» начальнигы Ильяс Арыҫланғол улы Күскилдин (1766-1851), уның улдары: 1796 йылғы Ҡаҙбулат (1859 йылдан зауряд-хорунжий), Йәнбулат, Ғәбделғәлләм, 1818 йылғы Әхмәтйән (1859 йылдан алып урядник), Дауыт, Муса һәм Ғайса; 1771 йылғы Мөхәмәт Арыҫланғол улы Күскилдин (ҡатыны Һағынбикә), уның улдары:1793 йылғы Аҡбулат Арыҫланғолов, Аллаяр, Искәндәр, ҡыҙы Мәрзиә; Сәфәр Байбулатов;сотник Кайсар Канбулатов; Мәсәғүт Мурзин; Сәйфулла Ураҙғолов;указлы мулла Вәлит Теләғол улы Сурин (1769 йылғы);мәзин Хәйбулла Ниязғолов; Абдрахман Күскилдин,уның улы зауряд - сотник Йәғәфәр; Рәхмәтулла Аралбаев;1729 йылғы Теләғол Сурович, уның улдары:1771 йылғы Хәлит, (Хәлиттең улдары: Бикйән, Мөхәмәтйән, Сәлимйән), Ласын, Ҡарабулат; Мәүли Арыҫланғолов, уның улы: Сәйфитдин (Сәфитдиндең улы Көнфиә).[3]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙыу бар: «Орский уезд, 2-й стан, № 735 дер. Араслангулова (Назаргулова), башк., расположена у р. Сакмара, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 114 верст, от становой квартиры 78 верст, число дворов 50, число жителей: муж. 256, жен. 274. В деревне действовала мечеть.»[4]

19 быуат аҙағында Бәләкәй Арыҫланғол ауылы айырылып сыға. Тәүге күсеп сығыусылар: Хәсән Теләүғолов; Баймамат Сурин; Динислам Ласынов; Садиҡ Күскилдин. Һуңыраҡ башҡа кешеләр ҙә яңы ауылға күсенә башлаған. Күсеп китеү сәбәбе булып сәсеү һәм сабынлыҡ ерҙәренең яҡын булыуы тора.[3]

1917 йылда яңы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында 54 йорт һәм 277 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда - 70 йорт һәм 398 кеше, 1989 йылда - 90 йорт һәм 505 кеше йәшәгән.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (1955), режиссёр, халыҡ-ижады буйынса белгес-консультант, Сибай ҡалаһында сәсәндәр мәктәбе ойоштороусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[5].
  • Сурин Артур Шәйхетдин улы (6.06.1958—1.04.2012), мәғариф һәм дәүләт эшмәкәре. 2005—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1992) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү алдынғыһы 2003), Константин Ушинский һәм Михаил Шолохов исемендәге миҙалдар эйәһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]