Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында положение

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында положение1918 йылдың ғинуарында Башҡорт хөкүмәте ағзалары төҙөгән һәм автономиялы Башҡортостандың административ бүленешен, юғары власть органдарын формалаштырыу һәм урындағы үҙидара органдарын ойоштороу тәртибен билдәләүсе документ[1][2]. Автономия конституцияһы сифатында сығыш яһай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Документ Башҡорт Хөкүмәте ағзалары тарафынан, башҡорт съездарының Башҡортостан автономияһы тураһында ҡарары нигеҙендә төҙөлә.

Йөкмәткеһе һәм структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәү ағзалары тарафынан,ге өс параграф

Документ 93 статьяны берләштерә һәм 9 бүлектән тора: «Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында положение», «Башҡортостан идара итеү органдары тураһында», «Ҡоролтай тураһында», «Ҡоролтай ултырыштары тураһында», «Ҡоролтай ведомство предметы», «Башҡортостан хөкүмәте тураһында», «Кантон, улус, земство һәм ауыл идаралығы тураһында», «Суд тураһында», «Матбуғат, герб, флаг һәм байраҡ тураһында»[3].

«Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында дөйөм положение» бүлегендә Бәләкәй Башҡортостан Рәсәй дәүләте составында автономия булараҡ билдәләнә. Дәүләт теле булараҡ башҡорт һәм рус телдәре билдәләнә. Ер һәм ер аҫты милли милек тип таныла. Кантондарға, улус земствоһы һәм ауылдарға административ бүленеш булдырыла[3].

«Башҡортостан идаралығы органдары тураһында» бүлеге, Башҡортостандың идара итеү органы булып тора: 1) Ҡоролтай менән Башҡортостан Хөкүмәте; 2) кантон менән идара итеүҙең кантон думаһы; 3) земство идараһы менән улус земство йыйылышы; староста менән ауыл йыйыны[3] тип билдәләй.

«Ҡоролтай тураһында» бүлегендә Ҡоролтай Башҡортостандың иң юғары закондар сығарыу органы тип иғлан ителә. Шулай уҡ был бүлектә депутаттарға һәм уларҙы һайлау процедураһына талаптар билдәләнә[3].

«Ҡоролтай ултырыштары тураһында» бүлегендә Ҡоролтайҙың эш регламенты билдәләнә[3].

«Ҡоролтай ведомство предметы» бүлеге закондар сығарыу органының компетенцияһын билдәләй. Уның вәкәләттәренә союз власы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре, милли һәм территориаль тейелгеһеҙлекте тәьмин итеү, йәшәп килгән закондарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, һалым һәм йыйымдарҙы билдәләү, автономияның бюджетын ҡарау һәм раҫлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләре,вазифалы кешеләрҙе тәғәйенләү һәм бушатыу, аҡлау[3]инә.

«Башҡортостан Хөкүмәте тураһында» бүлеге хөкүмәт структураһын һәм уның төп функцияларын билдәләй. Әммә хөкүмәтте формалаштырыу тәртибе билдәләнмәй, ә урыҫ милләте вәкиллегенә сикләүҙәр ҡуйыла[3].

«Суд тураһында» бүлегенә ярашлы, дөйөм дәүләт закондары нигеҙендә эшләгән һәм хакимлыҡ итеүсе Рәсәй Сенатына буйһонған, Мировой һәм Дөйөм Суд ойошторола. Әммә  башҡорттар араһында  талаш-тартыш, бәхәстәр һәм дәғүәләр булған осраҡта ғәҙәттәге хоҡуҡ (адат) һәм Шәриғәт ҡағиҙәләре нигеҙендә Ҡоролтай сығарған закондар ҡулланырға тәҡдим ителә[3].

Документтың прогрессив булыуына ҡарамаҫтан, уның етешһеҙлектәре иҫәбендә кеше һәм гражданиндың хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында бүлеге булмауын, суд тураһында бүлегенең, автономия менән федерация субъекты булараҡ идара итеү мәсьәләләренең эшләнеп етмәүен[3][4] күрһәтергә кәрәк.

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында положение»,  башҡа «Бәләкәй Башҡортостан менән автономиялы идара итеү тураһында положение проекты», Ойоштороу Ҡоролтайының 2-се һанлы фарманы һәм 3-сө һанлы ҡарары менән бергә, «Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән совет автономиялы Башҡортостан тураһында килешеү»енең нигеҙендә ята..

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]