Бәхтизин Рәүеф Заһит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәхтизин Рәүеф Заһит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1943
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Бәхтизин Рәүеф Заһит улы — (1943 йыл), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1990 йыл), профессор (1991 йыл). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Башҡорт дәүләт университетының физик электроника һәм нанофизика кафедраһы мөдире

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәхтизин Рәүеф Заһит улы 1943 йылда тыуа. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. 1967 йылда Ленинград дәүләт университетын, ә һуңынан, 1972 йылда, аспирантура тамамлай. «Исследование статистических процессов в металлах и полупроводниках при полевой электронной эмиссии» темаһына докторлыҡ диссертацияһын 1990 йылда Урал политехник институтында яҡлай. Бөгөнгө көнгә уға 260-тан ашыу фәнни хеҙмәте бар, шул иҫәптән 2 монографияһы бар һәм 26 патент бирелгән. Рәүеф Бәхтизин бынан тыш, эмиссион электроника һәм ҡаты есемдең өҫтөн эмиссион методтары; ҡаты есемдәр физикаһы; электроника һәм микроэлектрон технологиялар физикаһы; наноэлектроника; шулай уҡ функциональ молекуляр наноструктуралар менән мауыға.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре
Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты
Дүрт тапҡыр Сорос профессоры.
СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы.
СССР-ҙың уйлап табыусыһы почетлы билдәһе.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы
Фән һәм инновациялар буйынса федераль агентлығы дипломы һәм вакуум электрон сығанаҡтар буйынса Халыҡ-ара конгресс (IVESC) дипломы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда Мәскәүҙә үткән 43-сө халыҡ-ара симпозиум рәйесе була. Ә 2002 йылда вакуум электрон сығанаҡтар буйынса 4-се халыҡ-ара конференцияла ҡатнаша. Рәүф Заһит улы бер нисә тапҡыр сит илгә саҡырыла. Ул АҠШ, Франция, Япония, Ҡытай, Швеция, Бөйөк Британия, Көньяҡ Корея, Польша, Германия университеттары менән берлектә эксперименттар үткәрә.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

https://ufa.bezformata.com/listnews/professor-rauf-bahtizin-otmetil/9543197/