Эстәлеккә күсергә

Бәширов Рәҡит Ғәбит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәширов Рәҡит Ғәбит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Мораптал, Мораптал ауыл советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Бәширов Рәҡит Ғәбит улы (10 ғинуар 1940 йыл) — төҙөлөш, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Милләте — башҡорт[1] 1992 йылдың мартынан Иглин районы хакимиәте башлығы.

Рәҡит Ғәбит улы Бәширов 1940 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған.

1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ремонт заводында токарь өйрәнсеге булып башлай, артабан слесарь булып эшләй.

19621978 йылдарҙа «Башсельстрой»ҙың 127-се ПМК-һында слесарь-механик, баш инженер була.

1978 йылдан колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы Советы рәйесе.

Артабан партия һәм дәүләт эшендә әүҙем ҡатнаша. 1980 йылдан — КПСС-тың Иглин райкомында комитетында икенсе секретарь.

1982—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992 йылдың мартынан Иглин районы хакимиәте башлығы.

2013 йылда районда тәүге булып «Почетлы иглинлы» исеменә лайыҡ була[3]. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» маҡтаулы исемен ала.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[4][5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  • YouTube сайтында Видео Баширов Ракит Габитович в программе Замандаш на канале БСТ

БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Баширов Ракит Габитович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. Баширов Ракит Габитович 2021 йыл 18 апрель архивланған.
  4. 12 созыв (БАССР)
  5. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104