Бәширов Әкрәм Абдулла улы
Бәширов Әкрәм Абдулла улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 14 март 1933 |
Тыуған урыны | Ҡолмәт, Йыланлы ауыл советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 2010 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт финанс һәм иҡтисад институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бәширов Әкрәм Абдулла улы (14.3.1933—28.1.2010) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991)[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әкрәм Абдулла улы Бәширов 1933 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Үрге Ҡыйғы районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Ҡолмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған (1960).
Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1969 йылдан алып Өфө нефть институтында уҡыта.
1970 йылда һәм 2002 йылдарҙан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалында (Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты) уҡытыусыһы булып эшләй.
1986 йылдан — Мәскәү технология институтының Өфө филиалында — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (УФМТИ) бухгалтер иҫәбе кафедраһы мөдире була.
1991 йылдан башлап Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта, 1994—2001 йылдарҙа аудит һәм һалымдар кафедраһы мөдире була[2].
Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт һәм ауыл төҙөлөшөндә хужалыҡ эшмәкәрлеге сығымдарын иҫәпләү һәм анализлау мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
2010 йылдың 28 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булған[3].
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Калькулирование себестоимости в строительстве. М., 1980
- Бухгалтерский учёт в подрядном строительстве. М., 1983
- Учёт издержек производства и калькулирование себестоимости в подрядном строительстве. М., 1986[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәширов Әкрәм Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Бәширов Әкрәм Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.