Эстәлеккә күсергә

Бәғер (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәғер
төркм. Bagyr
Рәсем
Рәсми атамаһы Bagyr
Дәүләт  Төркмәнстан
Административ-территориаль берәмек Копетдагский этрап[d]
Карта

Бәғер[1] (төркм. Bagyr) Багир — Төркмәнстандағы ауыл, Үҙәк Копетдағ итәгендә, Ашхабадтан 18 км төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан[2] . Ашхабадтың Копетдаг әтрафына инә. 2018 йылға тиклем ауыл Аһал вилайәтенең хәҙер бөтөрөлгән Рухабат әтрафына ҡарай.

Ауыл территорияһында боронғо һәм урта быуат Ниса ҡалаһының емереклектәре бар[3] , бында б.э. I быуатына тиклем Аршакиҙарҙың ырыу кәшәнәләре урынлашҡан. Парфяндарҙың Бәғер ауылында һаҡланған Ниса ҡәлғәләре ЮНЕСКО-ның Бөтә Донъя мираҫы объекты тип танылған[4].

Ниса XIX быуаттың 20-се йылдарында тулыһынса йәшәүҙән туҡтай, ҡаланы халыҡ ташлап китә, баҫыуҙар ташландыҡ хәлгә килә. XIX быуат аҙағында Ниса төбәген Тәкәләр ырыуы биләй Һәм Ниса ҡаласығы тауы итәгендә Бәғер ауылы барлыҡҡа килә[5].

1946 йылда Бәғер ауылында иҫке « ҡәлғә» (нығытылған бай усадьбалары, төркм. gala ғала-ҡәлғә, цитадель[6] ғәр. قلعة‎ һүҙенән) ғалимдар тарафынан өйрәнелә[7]

1915 Йылда С. А. Александров һәм Б. А. Шкафф Ашхабад һәм Бәғер тирә-яғындағы Төркмәнстандың фаунаһын өйрәнә. Был сәйәхәттән Фаунистик йыйымдар нәшер ителгән[8][2].

Бәғерҙә «Коммунизм» колхозы һәм[9][10] Калинин ис. совхоз а[11][12] урынлашҡан булған. 1966 йылдың 22 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ашхабад районы Бәғер ауылының «Коммунизм» колхозынан һауынсы Сөлгөн Аннакулиева Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелә[10][13].

1985 йылға Бәғер ауылы халҡы 10 меңгә етә, ауылда дауахана була[11].

  1. Карта бите J-40-XXIII. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  2. 2,0 2,1 Рустамов Анвер Кеюшевич. Животный мир Туркменистана и его охрана (на примере позвоночных животных). — Ашхабад: издательство «Ылым», 2011. — С. 18, 143. — 246 с.
  3. Ниса // Популярная художественная энциклопедия : Архитектура. Живопись. Скульптура. Графика. Декоративное искусство : [в 2 т.] / редкол.: В. М. Полевой (гл. ред.) и др. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 2: М-Я. — 431 с.
  4. Parthian Fortresses of Nisa (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. United Nations (2019). Дата обращения: 3 июнь 2019. Архивировано 5 июль 2017 года.
  5. Пугаченкова, Галина Анатольевна. Ниса : Краткий путеводитель / М-во культуры Туркм. ССР. Отд. охраны памятников культуры. — Ашхабад: Туркменгосиздат, 1958. — С. 5, 23. — 30 с.
  6. Гала // Туркменско-русский словарь / Под общ ред. Н. А. Баскакова, Б. А. Каррыева, М. Я. Хамзаева. — М.: «Советская Энциклопедия», 1968. — С. 145. — 832 с.
  7. В. А. Левина, Д. М. Овезов, Г. А. Пугаченкова. Архитектура туркменского народного жилища. — М.: Гос. изд-во лит. по стр-ву и архитектуре, 1953. — С. 6. — 82 с. — (Труды Южно-Туркменской археологической комплексной экспедиции/ Акад. наук Туркм. ССР. Под ред. проф. М. Е. Массона; Т. 3). Архивная копия от 8 июнь 2019 на Wayback Machine
  8. Шкафф Б.А. Зоологическая экскурсия в Закаспийскую область // Известия Кавказского отдела Русского географического общества. — 1916. — Т. 24. — № 2. — С. 154—181.
  9. Книжная летопись. — М.: Государственный комитет Совета Министров СССР по делам издательств, полиграфии и книжной торговли СССР, 1967. — С. 37.
  10. 10,0 10,1 Сельское хозяйство Туркменистана. — 1973. — Т. 17. — С. 18.
  11. 11,0 11,1 Агитатор. Выпуски 13-26. — Правда, 1985. — С. 12.
  12. Алиева М. Развитие просвещения в Таджикской ССР. — 1986. — С. 42.
  13. Пальванова, Биби Пальвановна. Октябрь и женщины Туркменистана. — Ашхабад: Туркменистан, 1967. — С. 246. — 294 с. — (Посвящается 50-летию Великой Октябрьской социалистической революции).