Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы
Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 (25) февраль 1912 |
Тыуған урыны | Рәсәй, Ләмәҙтамаҡ |
Вафат булған көнө | 2007 |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Өфө |
Һөнәр төрө | финансы, иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡатнашыусы | Бөйөк Ватан һуғышы |
Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы (12 февраль 1912 йыл — 2007 йыл) — финансы-иҡтисадсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышы яугире.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы Бәҙретдинов 1912 йылдың 12 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Оло Ҡошсо волосы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы) Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.
1927 йылда Дыуан-Мәсетле 2 баҫҡыслы мәктәп янындағы балалар йортона ҡабул ителә.
1933 йылда Ҡазан совет төҙөлөшө һәм хоҡуҡ институтын, 1956 йылда Ленинград финанс академияһын тамамлаған.
1933 йылда Башҡорт АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты (ҮБК/ЦИК) Президумында инструктор булып эш башлай.
1937 йылдан консультант, оператив бүлек начальнигы булып эшләй.
1946—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Финанс министрлығының Гострудсберкассалар һәм Госкредит идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Башҡорт АССР-ы халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ өлкә Советы башҡарма комитеты сәркәтибе.
1956—1980 йылдарҙа Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире.
Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- 12 миҙал
- Өфө ҡалаһының «Почёт Китабы»на индерелгән (1972).
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9