Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы
Бәҙретдинов Ратмир.jpg
Тыуған ваҡыты:

15 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле (хеҙерге Мәсетле) районы, Ҡотош ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Наградалары:

Ҡалып:БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ҡалып:БАССР-ҙың халыҡ артисы

Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (15 ноябрь 1931 йыл) — бейеүсе, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районы (хәҙерге Мәсетле районы) Ҡотош ауылында тыуған. Бәләкәйҙән хисле, халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә ғашиҡ була. Үҫмер йылдарында уҡ башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы булып таныла.

1952 йылда Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры булып эшләй. 1986—2001 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм төп администраторы[1].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хисбулла Зөбәйҙуллин, Мөхәмәт Иҙрисов, Әнүәр Фәхретдинов, Закир Исмәғилев һәм башҡа арҙаҡлы бейеүселәр менән эшләү уға оло мәктәп була. 1955 йылда Варшавала үткән V Бөтә донъя йәштәр һәм студенттарҙың фестивалендә Ратмир Бәҙретдинов сәхнәләш партнерҙары Зилара Әйүпова һәм Фәрит Кәримов менән берлектә тамашасыны һәләте менән таң ҡалдыра. Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль составында ул Польшала, Вьетнамда, Монголияла, Һиндостанда, Францияла, Испанияла — барлығы 40-тан ашыу илдә уңышлы сығыш яһай.

Ратмир Бәҙретдинов башҡарған «Еңел баҫ!», «Йәш йөрәктәр», «Тау бөркөтө», «Өс туған», «Әпипә», «таулы марийҙар бейеүе» юғары башҡарыу оҫталығы өлгөһө булып тора[1]. Әлеге ваҡытта «Байыҡ» Республика телевизион башҡорт бейеүе конкурсының баһалама рәйесе[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәмәғәте — Асия Нафиҡова (19321995), театр актёры, Башҡортостандың халыҡ артисы.
  • Улдары — Рәшит менән Ирек[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1977)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1963)
  • «Хеҙмәт отличиеһы өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 https://veteranrb.ru Выдающийся танцовщик республики отмечает 85-летний юбилей
  2. http://gaant-rb.ru/component/content/article/98-vojna1/188-vojna1 Бадретдинов Ратмир Сарварович
  3. http://www.bashinform.ru/news/921651-mastera-iskusstv-bashkortostana-ratmir-badretdinov-k-85-letiyu-vydayushchegosya-tantsovshchika/ Мастера искусств Башкортостана: Ратмир Бадретдинов (К 85-летию выдающегося танцовщика)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]