Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәғиб Мәрүәретдин улы Бәҙретдинов
Эшмәкәрлек төрө:

комбайнсы

Тыуған көнө:

17 август 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Илеш районы Иҫәнбай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:
I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены

Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы (17 август 1945 йыл) — Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәғиб Мәрүәретдин улы Бәҙретдинов 1945 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ы Илеш районы Иҫәнбай ауылында тыуған.

1963 йылдан Илеш районының «Октябрь» колхозында комбайнсы булып эшләй. 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң, 1967 йылдан «Октябрь» колхозында комбайнсы булып эшләй. Рәғиб Бәҙретдинов йыл һайын юғары етештереү күрһәткестәренә һәм майлау-яғыулыҡ материалдарын һәм запас частарын экономиялауға өлгәшә. 1976—1980 йылдарҙа СКД-5 комбайнында уртаса 8667 центнер, ә 1981—1983 йылдарҙа — уртаса 9890 центнер иген һуға.

1980 йылда Бәләбәй ауыл хужалығының механизация һәм электрификация техникумын тамамлай. 1986 йылдан Илеш районының Жданов исемендәге колхоздың партия комитеты сәркәтибе вазифаһын үтәй. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 11‑се саҡырылыш депутаты итеп һайлана[1].

1990—1992 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының «Сөн» совхозының директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1993 йылдан «Октябрь» колхозында иген ырҙыны машинисы булып эшләй[1].

1996 йылдан почтальон булып эшләй. 2005 йылдан — хаҡлы ялда.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1-се дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1983)
  • 2-се дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1979)
  • 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы. «Герои страны» сайты.