Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
| Юғары Һөнәри Мәғарифтың Федераль Дәүләт Автономиялы Белем Биреү Учреждениеһы «Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты» Милли Тикшереү Университеты (СПбПУ, политех) | |
| Исеме |
Санкт-Петербургский политехнический университет Петра Великого |
|---|---|
| Халыҡ-ара исеме |
Peter the Great St. Petersburg Polytechnic University |
| Элекке исеме |
Ленинград Политехник институты, Санкт-Петербург дәүләт техник университеты, Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты |
| Асылған йылы |
1899 |
| Тип |
Юғары Һөнәри Мәғарифтың Федераль Дәүләт Белем Биреү Учреждениеһы |
| Урынлашыуы | |
| Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 7810224000 |
Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты Юғары Һөнәри Мәғарифтың Федераль Дәүләт Автономиялы Белем Биреү Учреждениеһы, Милли Тикшереү Университеты.
Санкт-Петербург дәүләт милли тикшереү политехник университетында 20 факультет һәм 3 филиал бар (Череповец, Сосновый Бор, Чебоксар). Университетта көндөҙгө форма буйынса 18 мең студент уҡый һәм 500 ашыу профессор эшләй.
Донъя фән-мәғариф үҙәктәр араһында алдынғы Рәсәй университеттары конкурентлығын күтәреү проектта ҡатнаша [1]. Ошо юл аша өҫтәмә бюджет аҡса ала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылда асылды.
2010 йылдан университет милли тикшеренеү университеты статусты конкурс аша алды.
2015 йылда Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының юғары уҡыу йорттарҙы кәметеү һәм эрләштереү пландар буйынса Санкт-Петербург дәүләт политехник университетына Санкт-Петербург дәүләт сауза-иҡтисад университеты индерелде (берләштерелде).
2015 йылдан Бөйөк Петр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты [2].
Ҡоролош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университетта 20 нигеҙ факультеттар, 6 факультеттар-курстар (өҫтәмә белем алыу, ситтә тороп уҡыу һәм башҡа), 3 филиал, фән комплексы, профилакторий һәм ял итеү баҙалар. Университета 15 уҡыу, 15 фән корпустар; 13 дөйөм ятаҡтар; 10 күп фатирлы йорттар; Ғалимдар йорто һәм спорт комплексы.
Нигеҙ институты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]04.10.2012 794 һанлы бойроғона ярашлы факультеттар инститтурға үҙгәртелде [3]:
| Гуманитар һәм иҡтисад | Техник | Физик |
|---|---|---|
| Инженер- иҡтисад Институты | Инженер-төҙөлөш Институты | Физика, нанотехнологиялар һәм телекоммуникациялар Институты |
| Гуманитар белем Институты | Энергетика һәм транспорт системалар Институты | Математика һәм механика Институты |
| Лингвистика Институты | Металлургия, машиналар төҙөү һәм транспорт Институты | |
| Халыҡ-ара мәғариф программалар Институты | Информацион технологяилар һәм идара итеү Институты | |
| Хәрби-техник мәғариф һәм имәнлек Институты | ||
| Ленинград машиналар төҙөү заводы эргәһендә Машиналар төҙөү Институты |
Филиалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чебоксары иҡтисад һәм менеджмент Институты
- Череповец информацион технологиялар һәм менеджмент Институты
- Сосновый Бор ҡалаһында Ядер Энергетика Институты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Подробнее о Проекте. www.5top100.ru. 2015 йыл 24 октябрь архивланған.
- ↑ [1] 2015 йыл 16 март архивланған.
- ↑ СПбГПУ: Базовые институты
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- рәсми сайты 2010 йыл 14 ноябрь архивланған.
- Политехнический институт императора Петра Великого. Открытки начала XX века.
- Политех в лицах 2012 йыл 17 июнь архивланған.