Бөйөк кенәз Алексей Александрович һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк кенәз Алексей Александрович һарайы
Рәсем
Нигеҙләүсе Алексей Александрович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урынлашҡан урамы набережная реки Мойки[d]
Архитектура стиле эклектика[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт spdm.ru/af0612.shtml#250…
Карта
 Бөйөк кенәз Алексей Александрович һарайы Викимилектә

Бөйөк кенәз Алексей Александрович һарайы («Музыка йорто», «Алексей һарайы») — Санкт-Петербургта бөйөк кенәз һарайҙарының береһе, Мойка яр буйы урамында урынлашҡан. 1882—85 йылдарҙа Е.М. Месмахер бөйөк кенәз Алексей Александрович өсөн төҙөгән.

2006 йылдың февраленән бинала Санкт-Петербург Музыка йорто — төп маҡсаты - классик музыка сәнғәте традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ студенттарҙы һәм консерватория тамамлаусыларҙы халыҡ-ара конкурстарға һәм фестивалдәргә әҙерләү булған учреждение урынлаша[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Участка ерҙәрен Һарай төҙөлөшө өсөн тапшырғанға тиклем Мойка, Инглиз проспекты һәм Шафиров урамдары араһында (хәҙерге Писарев урамы) элекке хужаларҙың — церемониймейстер Сабуров, генерал-майор Альбрехт һәм башҡаларҙың ҡоролмалары урынлаша. 1872—1882 йылдарҙа айырым йортто машиналар төҙөү заводы хужаһы Исаак Миронович Малкиель (1844—1881) биләй; И.М. Малкиель үлгәс, уның тол ҡатыны Раиса Яковлевна йортто һата (1882).[2]

1882 йылда участканы Һарай ведомствоһы флот һәм диңгеҙ ведомствоһы начальнигы итеп тәғәйенләнгән Александр Икенсенең улы — бөйөк кенәз Алексей Александрович өсөн һатып ала.

1883 йылда архитектор М. Е. Месмахер яңы һарай проектлай башлай. Экономиялау һәм төҙөлөш барышын тиҙләтеү өсөн яңы бинаға участкала һаҡланып ҡалған ҡоролмалар индереп төҙөлә. Бөйөк кенәз теләге буйынса бер аҙ француз шатоһын хәтерләткән стиль һайлана[3].

Кенәз үлгәндән һуң Алексей һарайын уның ҡустылары — Владимир һәм Павел, шулай уҡ ир туғаны Михаил Александрович мираҫ итеп алып ҡала. Яңы хужалары буш һарайҙы һәм уға йәнәш баҡса һәм оранжереяны ҡуртымға тапшыра. Мәҫәлән, уны 18 ай дауамында герман илселеге биләй[3].

Революциянан һуң хәҙерге Музыка йорто Пионерҙар йорто, автомәктәп булған, блокада ваҡытында унда склад урынлашҡан, һәм 2005 йылға бина авария хәлендә була

Музыка йортон реставрациялау өсөн урынлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина тарихында яңы этап 2005 йылдың октябрендә башлана, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы инициативаһы менән Санкт-Петербургта Музыка Йорто булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[4]. Бында Санкт-Петербург консерваторияһының элекке ректоры Сергей Ролдугин ҙур роль уйнай, ул яңы учреждениеның беренсе художество етәксеһе һәм һарай реставрацияһының инициаторы була.

«Ленпроектреставрация» проекты буйынса Институт бинаһын реконструкциялау һәм реставрациялау [5] 2006 йылдан 2009 йылға тиклем хәйриә аҡсаһына[6], ә һуңынан бюджет аҡсаһына алып барыла. Ҡала бюджетынан проектҡа һалынған инвестиция күләме 800 миллион һум тәшкил итә[7]. Фасадтарҙың һәм күркәм интерьерҙарҙың реставрацияһы менән «Интарсия» компанияһы шөғөлләнә[8], фасад өлөштәрен һәм башҡа төҙөлөш эштәрен яуаплылығы сикләнгән НПХК «Ремстройкомплекс» йәмғиәте башҡара [9].

2009 йылда бинаға Музыка йортон хакимиәте күсә, ләкин тәүге концерт һарайҙың Санкт-Петербург Музыка йортоноң концерт залы булған Инглиз залында тик 2011 йылдың апрелендә үтә[10].

Архитектураһы һәм интерьеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк кенәз вензеле менән ҡапҡа

Һарай архитектураһы саманан тыш эклектик була. Һарайға инеү урыны түрҙән һәм вестибюлдәр (подъездар) аша ойошторола, беренсеһе уларҙың элекке хужалары ваҡытындағы йөҙөн һаҡлаған һәм М.Е. Месмахер тарафынан тулыһынса үҙгәртелмәгән. Подъезд яғынан, бинаның көнсығыш флигелендә, Месмахер өс бүлмәне — Ҡытай һәм Фламанд ҡунаҡ бүлмәләрен, шулай уҡ камин һәм семәрле ишектәре менән Инглиз залын урынлаштыра. Инглиз залы һарайҙың иң ҙур һәм иң матур бүлмәһе була. 2011 йылдан Инглиз залы Музыка йортоноң концерт залы була[11][12].

Башҡа объекттарынан бөйөк кенәз кабинетын, залды, ҙур ашхананы, Ҡыҙыл ҡунаҡ бүлмәһен һ.б. айырырға була

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Санкт-Петербургский Дом музыки: О нас. Дата обращения: 22 июнь 2012. Архивировано 25 март 2012 года. 2012 йыл 25 март архивланған.
  2. Течёт река Мойка
  3. 3,0 3,1 Дворец великого князя Алексея Александровича (Дом Музыки)
  4. Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Дом музыки» — официальный сайт
  5. Союз реставраторов Санкт-Петербурга: ОАО «СПб институт «Ленпроектреставрация» (карточка компании)
  6. Международный благотворительный фонд «Константиновский»: Дворец великого князя Алексея Александровича 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Завершаются реставрационные работы во дворце Великого князя Алексея Александровича в Петербурге // Интерфакс, 15 января 2009 года 16:13(недоступная ссылка)
  8. Группа компаний «Интарсия»: Реставрация фасадов и интерьеров дворца Великого князя Алексея Александровича для размещения Дома Музыки Архивная копия от 8 декабрь 2010 на Wayback Machine
  9. Мария Олькина, Анна Пушкарская. Кабинет для друга: Город выделил 800 млн на реконструкцию особняка на Мойке, 122 под Дом музыки // Газета "Коммерсантъ С-Петербург", №6 (4061), 16.01.2009
  10. Санкт-Петербургский Дом музыки. Английский зал (Мойка 122)(недоступная ссылка).Дата обращения: 22 июня 2012. Архивировано 25 марта 2012 года.
  11. Английский зал (недоступная ссылка). Дата обращения: 22 июня 2012. Архивировано 25 марта 2012 года.
  12. Дворец вел. князя Алексея Александровича

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]