Бөрө районы
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
1 ҡала һәм 15 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк | |||
Барлыҡҡа килеүе |
1930 | ||
Хакимәт башлығы |
Хорошилов Николай Анатольевич | ||
Халҡы (2010) |
61496 | ||
Майҙаны |
1 717 км² (38 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Бөрө районы (рус. Бирский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бөрө ҡалаһы. Районда 61496 кеше йәшәй.
Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында, республиканың электән үк үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. Үҙәге — Бөрө ҡалаһы. 1930 йылдың авгусында ойошторолған.
Ауыл халҡы араһында күпселек урыҫтар, мариҙар, татарҙар.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район Ағиҙел буйының убалы тигеҙлегендә, Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһында, иң йылы, артыҡ ҡоро булмаған, ауыл хужалығы өсөн уңай климатлы төбәгендә урынлашҡан. Ағиҙелдең уң яры (райондың сите) — Бөрө урман-далаһының төп өлөшө; уның байтаҡ урыны (25—27%) урманлы, һоро тупраҡлы; һыу айырғыс тау һырттарында, йырындар буйында, карст соҡорҙарында имән, йүкә, саған, сәтләүек ағасы, ҡарама үҫә. Һул яҡ яр яғы күбеһенсә дала, ә ере һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы. 10—20 км киңлегендә Ағиҙел буйлап һуҙылған үҙән йәнәшәһендәге урман-дала ерҙәренән күп төрлө үҙенсәлекле шарттары менән айырыла.
Үҙәндең уң яҡ яры текә һәм бейек, тәрән йырынлы һул яры — һөҙәк. Туғайын киң болондар, ҡыуаҡлыҡтар, ҡалҡыуыраҡ өлөшөн урман биләй. Күлдәр, һаҙматлыҡтар күп. Туғайҙың өҫкө яғы баҫыуҙарҙан тора: улар күбеһенсә баҡса, йәшелсә үҫтереү өсөн файҙаланыла.Урман һәм һыу ҡош-ҡортон, мышы, Америка, Европа шәшкеләрен һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын: Бөрө минераль һыу сығанаҡтарын, Шәмшәҙе күлен, Калинники лесничествоһындағы имән, ҡарағай, ҡарағастарҙы һаҡлау өсөн 1967 йылда Бөрө дәүләт заказнигы ойошторолған.
Ағиҙел буйы ҡомташ ҡатнашмаһы ҡырсын (Бөрө, Ҡарағайлы ҡулауыҡ, Ыласынтау, Березовка һ.б. ятҡ-ҡтар), балсыҡ (Пономаревка), эзбизташ, ҡыҙыл балсыҡ (Бөрө), агрономик руда ятҡылыҡтарына бай. Ҙур булмаған Шелкан нефть ятҡ-ғы асылған. Ағиҙелдең уң ярында, Бөрөнән 5 км өҫтәрәк, Бөрө һыу сығанағы бар. Ул хлорид- натрий-кальцийлы минераль һыу төркөмөнә ҡарай.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрө районы сәнәғәте ауыл хужалығы райондары иҫәбенә инә.
Бөрө — республиканың әһәмиәтле индустриаль үҙәге. Березовка ауылында спирт заводы, Баженов ауылында һөйәк оно заводы бар. Бөрө һәм Өфө предприятиеларының ярҙамсы хужалығы, 24 фермер(крәҫтиән) хужалығынан ғибәрәт. Ауыл хужалығы ере 107,6 мең га (бөтөн район еренең 63,2%), шул иҫәптән һөрөнтө ер — 69,7 мең га, сабынлыҡ — 17,3 мең, көтөүлек 20,2 мең га. Район игенселек, һөт-ит малсылығы, сусҡасылыҡ, йәшелсә, картуф үҫтереү буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ, балыҡсылыҡ үҫтерелә.
Махсуслаштырылған хужалыҡтар: Бөрө емеш-еләк питомнигы; “Родник" (“Сады Башкирии" ПБ); Калинники йәшелсә-һөт, Бөрө мал һимертеү совхоздары; Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтының Бөрө тәжрибә хужалығы бар.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районды Өфө—Нефтекама автомобиль юлы киҫеп үтә. Был юлдан Баженово— Мишкә—Ҡариҙел яҡтарына автомобиль юлы айырылып китә.
Социаль-мәҙәни өлкә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 45 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 19 урта мәктәп; 26 дөйөм китапхана, 38 клуб учреждениеһы, пульмонология профилендәге “Пономаревка" шифаханаһы, “Шәмшәҙе күле", “Сосновый бор" ял йорттары бар.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беляев Сергей Егорович (19.03.1938—9.10.2003), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Иҫке Ежов ауылынан[21].
- Рябов Фёдор Андреевич (20.01.1914—5.02.1962), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1951—1955). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Тартыш ауылынан.
- Шерстобитов Евгений Павлович (24.09.1938), хеҙмәт ветераны, 1961—1999 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» берләшмәһенең компрессор ҡулайламаһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Костарев ауылынан[22].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Беляев Сергей Егорович 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Шерстобитов Евгений Павлович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2018)