Бөтә Рәсәй Императоры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөтә Рәсәй Императоры
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1721
Дәүләт Рәсәй империяһы
Юрисдикция распространяется на Рәсәй империяһы
Официальная резиденция Ҡышҡы һарай[d]
Алыштырған Царь всея Руси[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Commons-logo.svg Бөтә Рәсәй Императоры Викимилектә

Бөтә Рәсәй Императоры, Бөтә Рәсәй Императрицаһы (реф. тик. Императоръ Всероссійскій, Императрица Всероссійская) — Рәсәй империяһының 1721—1917 йылдарҙағы монарх титулы.

Император титулы Төньяҡ һуғышта еңеү уңайынан ҡабул ителә һәм батша титулын Европалағы титулатуралар системаһына яраҡлаштырыу булып тора. «Бөтә Рәсәй» тигән өлөшө бөйөк Владимир кенәздәре заманынан килгән әүәлге «бөтә Русь» (рус. «всея Руси») тип әйтеү традицияһын дауам итә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй Императоры титулы Пётр I ваҡытында индерелә. Төньяҡ һуғышта еңеп, 1721 йылдың сентябрендә Ништадт солох договорына ҡул ҡуйғандан һуң, Сенат менән Синод Пётрға Бөтә Рәсәй Императоры тигән титулды тапшырырға ҡарар итә: «как обыкновенно от римского сената за знатные дела императоров их такие титулы публично им в дар приношены и на статутах для памяти в вечные роды подписываны.»[1][2][3].

1721 йылдың 22 октябрендә (2 ноябрендә) Пётр I титулды ҡабул итә. Пруссия менән Голландия рус Батшаһының яңы титулын кисекмәҫтән таный, артабан Швеция — 1723, Төркиә — 1739, Бөйөк Британия менән Австрия — 1742, Франция — 1745, Испания — 1759, Речь Посполитая 1764 йылда титулды рәсми таный. Рәсәй дәүләте, шуға ярашлы, Рәсәй империяһы (Рус империяһы[4]) тип атала башлай.

1722 йылдың 5 (16) февралендә Пётр тәхетте мираҫ итеп тапшырыу тураһында Указ сығара, унда тәхетте элекке йола буйынса ир затынан тура вариҫтарға тапшырыуҙы бөтөрә, вариҫ итеп Монарх ихтыяры буйынса теләһә ҡайһы лайыҡлы кешене тәғәйенләү мөмкинлегенә юл аса.

1797 йылдың 5 (16) апрелендә Павел I вариҫлыҡтың яңы тәртибен индерә. Ошо ваҡыттан башлап, Рәсәй тәхетен, шулай уҡ уға бәйле булған поляк һәм финлянд тәхеттәрен мираҫҡа алыу баш бала принцибына нигеҙләнә. Тура вариҫтар булмаһа, тәхет тармаҡ вариҫтарға күсә. Һәр олонда (тураһында ла, тармаҡта ла) ир заты ҡатын-ҡыҙ затына ҡарағанда өҫтөн итеп таныла. Тәхеткә дәғүә итеүсе мотлаҡ православие динендә булырға тейеш. Батшалыҡ итеүсе Император (һәм Вариҫ) 16 йәштә бәлиғ була, был йәшкә еткәнсе (шулай уҡ хоҡуҡи һәләтһеҙлектең башҡа осраҡтарында) власты Вариҫтың иҫән атаһы йә әсәһе (әгәр элекке император башҡа берәйһен тәғәйенләп ҡалдырмаған булһа), ә ундайҙар булмаһа, бәлиғ булған иң яҡын вариҫ тормошҡа ашыра.

Хакимлыҡта булған бөтә Рәсәй Императорҙары Романовтар ырыуына ҡарай, уларҙың беренсе вәкиле Михаил Федорович 1613 йылда Монарх ителә. 1761 йылдан алып Пётр I-нең ҡыҙы Анна менән Гольштейн-Готторп герцогы Карл-Фридрих тоҡомдары хакимлыҡ итә, аталарының нәҫеле буйынса улар Гольштейн-Готторптарға (Ольденбург династияһының тармағы) барып тоташа, һәм генеалогик әҙәбиәттә Романовтар ырыуының был вәкилдәре Пётр III-нән башлап Романовтар-Голштейн-Готторптар тип атап йөрөтөлә.

Император Николай II үҙе һәм улы Цесаревич Алексей исеменән 1917 йылдың 2 мартында (15 март) тәхеттән ваз кискәс, шул уҡ йылдың 3 мартында уның ҡустыһы Михаил да «Юғары власты ҡабул итеүҙән» баш тартҡас, Империя де-факто йәшәүҙән туҡтай. 1917 йылдың 1 сентябрендә Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республикка тип иғлан итә.

Вәкәләттәре һәм хоҡуҡи статусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй империяһы Төп закондарының 1-се статьяһында (1906 йылға тиклемге редакцияла) билдәләнеүенсә, «Бөтә Рәсәй Императоры — ул самодержавиелы һәм сикләүҙәрһеҙ Монарх. Уның юғары власына ҡурҡҡан өсөн генә түгел, ә выждан өсөн дә буйһонорға Алла үҙе ҡуша». «Самодержавиелы» һәм «сикләүҙәрһеҙ» тигән терминдарҙың мәғәнәһе бер төрлө, был дәүләт власының бөтә функциялары дәүләт башлығы тарафынан ғына башҡарылыуын раҫлай (81-се статья).

Ошонан сығып, 1-се статья Рәсәйҙе монархик (абсолют) идара итеү формаһына эйә булған дәүләт тип тасуирлай.

1906 йылдың 23 апрелендә Төп закондарға үҙгәрештәр индерелә, яңы редакцияла сикләүҙәрһеҙ билдәһе алып ташлана. Рәсәй дуалистик монархияға әүерелә.

Батшаның титулы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шубинский С. Н. Исторические очерки и рассказы. — 6-е изд. — СПб., 1911. с. 44 — 51
  2. История Правительствующего сената за двести лет. 1711—1911 гг. Том первый. Руниверс.
  3. Акт поднесения Государю Царю Петру I титула Императора Всероссийского и наименования: Великого и Отца Отечества // Полное собрание законов Российской империи, с 1649 года. СПб., 1830. Т. 6: 1720—1722. № 3840. С. 444, 445, 446
  4. Россія//Большая энциклопедия / под ред. С. Н. Южакова. — СПБ: Просвещеніе, 1903