Бөтә донъя шиғриәт көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөтә донъя шиғриәт көнө
Төп тема шиғриәт
Жанр шиғриәт
Йылдың көнө 21 март
Рәсми сайт un.org/en/events/poetryd…
un.org/fr/events/poetryd…
un.org/es/events/poetryd…
un.org/ru/events/poetryd…
un.org/zh/events/poetryd…
un.org/ar/events/poetryd…

Бөтә донъя шиғриәт көнө — байрам йыл һайын 21 мартта билдәләнә. Был байрам ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған (Берләшкән милләттәр ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса ойшмаһы) ЮНЕСКО-ның генераль конференцияһының 30-сы сессияһында 15 ноябрҙә, 1999 йылда ҡабул ителә. ЮНЕСКО ҡарары буйынса, байрамдың маҡсаты — «яңы милли, төбәк һәм халыҡ-ара шиғри хәрәкәтен таныу һәм уға яңы импульс биреү».

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге шиғриәт көнө инициативаһы рәсми рәүештә 1930 йылдар аҙағында: 1938 йылда американың Огайо штаты шағирәһе Тесса Суизи Уэбб инициативаһы буйынса тыуған көндө үткәреү тәҡдим ителә. 1951 йылда был дата АҠШ-тың 38 штатында, шулай уҡ Мексикала таныла һәм Милли шиғриәт көнө булараҡ билдәләнә. Һуңынан был көн-Бөтә донъя шиғриәт көнө булараҡ байрам итеп башҡа илдәрҙәл үткәрелә.

1998 йылда Марокко тәҡдиме буйынса, ЮНЕСКО-ның Генераль Ассамблеяһы Бөтә донъя шиғриәт көнөн байрам итеү тураһында мәсьәләне ҡарай һәм бындай сараларҙы үткәрергә тәҡдим итә. Шул көндән алып төрлө илдәрҙә Шиғриәт көнө үткәрелә[1]. Мәскәү, Париж, Брюссель һәм бүтән баш ҡалаларҙа Шиғриәт көнө 1999 йылдың 21 мартында ү кәрелә башлай. Мәскәүҙә Дәүләт әҙәби музейында, Петровкала, тәүге тапҡыр Шиғриәт көнө үткәрелә. Уның инициаторы булып ДООС әҙәби берекмәһе тора; программаны Анатолий Кудрявицкий алып бара, саҡырылған ҡунаҡтар араһында шағирҙар Генрих Сапгир, Игорь Холин, Константин Кедров, Татьяна Щербина, Михаил Айзенберг Михаил һәм башҡалар була. 2000 йылда Шиғриәт көнө Таганкалағы театрҙа үтә, унда Андрей Вознесенский, Константин Кедров, Елена Кацюба, Алина Витухновская, Юрий Любимов һәм башҡалар сығыш яһай. 2001 йылда «ДООС» сараһына параллель рәүештә Таганка театрындаМихаил Айзенберг, Сергей Гандлевский, Иван Ахметьев, Вера Павлова һәм «Вавилон» альманахы авторҙары шиғриәт көнөн үткәрә[2]. 2001 йылдан алып К. Кедров етәкселегендәге музыкаль-шиғри программа, ике көнлөк йәштәр шиғри фестивале традицион булып китә[3].

Бөтә донъя шиғриәт көнөнөң Мәскәү программаһы яйлап үҫә, шиғриәткә бағышланған саралар бер айға һуҙыла һәм Дәүләт әҙәби музейы патронаты аҫтында уҙғарыла[4]. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла шиғриәт көнө үткәрелә: мәҫәлән, Магнитогорскиҙа 2002 йылдың 20-21 мартында Бөтә донъя шиғриәт форумы үтә[5], ә Санкт-Петербургта 2014 йылда Михаил Лермонтовтың юбилейына бағышланған марафон үткәрелә, уның барышында актерҙар, шағирҙар һәм һәр бер теләгән кеше шиғырҙар һәр кем уҡый[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]