Эстәлеккә күсергә

Бөтә донъя ҡаҙаҡтарының ҡоролтайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бөтә донъя ҡаҙаҡтарының ҡоролтайы (ҡаҙ. Қазақтардың Дүниежүзілік құрылтайы) — ҡаҙақтарҙы берләштереү, этномәҙәни үҫтереү һәм яңыртыу бурыстарын хәл итеү маҡсатында даими үткәрелгән сара.

Беренсе Бөтә донъя ҡаҙаҡтарының ҡоролтайы 1992 йылдың 28 сентябренән 4 октябренә тиклем Алматы ҡалаһында 30 дәүләттән ҡаҙаҡ диаспоралары вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Ҡоролтай үткәреү ваҡытында уның ҡарары менән Бөтә донъя ҡаҙаҡтар ассоциацияһы ойошторолдо. Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар илдең боронғо сәйәси, тарихи һәм мәҙәни үҙәктәрендә – Төркөстанда, Еҙҡаҙған, Олотауҙа булдылар. Бынан тыш, улар Ҡаҙағстан халҡына, донъяның бөтә дәүләттәренә һәм халыҡтарына, уларҙың хөкүмәттәренә мөрәжәғәт ҡабул иттеләр. «Ҡаҙаҡтар: кисә, бөгөн һәм иртәгә» темаһына фәнни конференция үтте. «Ватандаштарыбыҙға ҡосағыбыҙ һәр ваҡыт асыҡ» темаһына доклад менән Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев сығыш яһаны. Ҡоролтайҙа Бөтә донъя ҡаҙаҡтар берләшмәһе ойошторолоуы иғлан ителде, уның рәйесе итеп Нурсолтан Назарбаев һайланды[1].

II Бөтә донъя ҡаҙаҡтарының ҡоролтайы 2002 йылдың 24 октябрендә Төркөстан ҡалаһында Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев ҡатнашлығында үтте. Был ҡоролтайҙа Ҡаҙағстандың милли яңырыуы тураһында Декларация ҡабул ителде. Шулай уҡ ҡоролтайҙа 2003—2007 йылдарға «Сит илдәрҙәге ватандаштарға ярҙам итеү тураһында» дәүләт программаһы проекты тикшерелде. Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар Төркөстан янында 2001 йылда төҙөлә башлаған оралмандар ауылында булдылар[2].

III Бөтә донъя ҡаҙаҡтарының ҡоролтайы 2005 йылдың 26 сентябренән 30 сентябренә тиклем Астанала үтте. Ул 32 илдән 300-ҙән ашыу делегатты (Рәсәй — 62 делегат, Ҡытай — 40, Монголия — 35, Төркиә — 32, Үзбәкстан — 37, Ҡарағалпаҡстан — 10, Германия — 19, Ҡырғыҙстан — 12, Иран — 8, Франция — 6, Австрия — 5, Венгрия — 5, Афғанстан — 5 һ.б.), шулай уҡ Ҡаҙағстандың бөтә төбәктәренән 200-ҙән ашыу вәкилде йыйҙы. Уның эшендә президент Нурсолтан Назарбаев ҡатнашты[3].

IV Бөтә донъя ҡаҙаҡтарының ҡоролтайы Астанала 2011 йылдың 25-27 майында үтте. Алдағы өс ҡоролтайҙан айырмалы рәүештә, IV ҡоролтайға төрлө илдәрҙән һәм Ҡаҙағстандан йәштәр, йәштәр ойошмалары лидерҙары, студенттар берләшмәләре саҡырылды[4].

V Бөтә донъя ҡаҙаҡтарының ҡоролтайы Астанала 2017 йылдың 22-25 июнендә үтте. Унда ил президенты Нурсолтан Назарбаев ҡатнашты. Дәүләт башлығы делегаттарҙы сәләмләне һәм уларға уңышлы эш теләне.

  1. Всемирный курылтай казахов // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. ISBN 9965-9389-9-7.
  2. 2002. Один год президента / Сост. Ж. К. Туймебаев. — Астана, 2005. — С. 128—140. — 416 с. 3000 экз. ISBN 9965-27-753-2.
  3. В 2005 году в Астане прошёл третий всемирный курултай казахов. e-history.kz. Дата обращения: 7 май 2025.
  4. Всемирный курултай казахов состоится в Астане. caravan.kz (23 май 2011). Дата обращения: 28 июнь 2017. Архивировано 27 сентябрь 2018 года.