Вся Уфа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бөтә Өфө битенән йүнәлтелде)
Вся Уфа
Нигеҙләү датаһы 2006
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Рәсми сайт allufa.ru
Зона обслуживания Башҡортостан Республикаhы, Ырымбур өлкәһе һәм Магнитогорск

«Вся Уфа» телекомпанияһы Өфөлә һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларында көн һайын бөтә кабель селтәрендә тәүлегенә 24 сәғәт тапшырыуҙар алып барыусы ҡала телеканалы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылдың 5 ноябрендә — Өфө ҡала хакимиәте ҡарамағындағы муниципаль телекомпания булараҡ ойошторолған «Бөтә Өфө» продюсер үҙәге. Тапшырыуҙар ТВ Үҙәк каналында алып барыла.

2006 йылдың сентябрендә — 17-сәғәтлек «Вся Уфа» телеканалы эфирға сыға, тиҙҙән ул тәүлек әйләнәһенә эшләй башлай. Мәғлүмәттәр сығарылышы шулай уҡ «Рәсәй-24» каналында сыға.

Логотип[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беренсе логотип ТВЦ 2004—2006 логотибы аҫтында һары «Уфа» яҙыуы ғына була. Өҫкө һул мөйөшөндә тора.
  • Икенсе логотип ТВ Үҙәк 2006—2012 логотибы аҫтында «Вся Уфа» ҡултамғаһы тора. Өҫкө уң мөйөшөндә тора.
  • Өсөнсө логотип ҙур һоро «С» хәрефе, уның үҙәгендә йәшел һәм шәмәхә төҫтәге «В» һәм «Я» хәрефтәре, уң яҡтан бәләкәй вертикаль «Уфа» ҡултамғаһы. Өҫкө һул мөйөшөндә тора.
  • Дүртенсе логотип ҡош һүрәтенән ғибәрәт һәм уңдан баш хәрефтәр менән «Вся Уфа» тип яҙылған. Өҫкө уң яҡ мөйөшөндә тора.
  • Бишенсе логотип өс балдаҡтан ғибәрәт, беренсе һәм өсөнсө балдаҡта асыҡ-йәшел һыҙат, ә икенсе балдаҡта миләүшә һыҙат. Шунда уҡ тора.

Тапшырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Вся Уфа» телеканалы тапшырыуҙары «Ufanet», «Кристалл» һәм ҡайһы бер башҡа кабель селтәрҙәрендә ашырыла, был Өфө биләмәһенең 80%-ын ҡаплап алыуҙы һәм сифатлы ҡабул итеүҙе тәьмин итә. Канал тәүлегенә 24 сәғәт тапшырыуҙар алып бара.

Телеканал Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Ишембай, Салауат һәм Башҡортостандың башҡа эре ҡалаларында тапшырыуҙар алып бара.

2011 йылдан алып Башҡортостан Республикаһында һәм Ырымбур өлкәһе биләмәһендә канал цифрлы һәм IP-телевидение форматында трансляциялай башлай. Канал Башҡортостан халҡының 50 % -тан ашыуын, йәки ике миллион ярымдан ашыу кешене тәьмин итә[1].

Программалар һәм телепроекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яңылыҡтар хеҙмәте — көндәлек мәғлүмәти программа, тура эфирға сыға.
  • Афиша
  • Беҙҙең ҡараш — көндәлек мәғлүмәт программаһы.
  • ОТК. Телевизион контроль бүлеге
  • Хәрәкәт ҡағиҙәләре. Телевизион тест-драйв — һәр аҙналыҡ автопроект, уның һәр сығарылышында автопром яңылыҡтары тест-драйвы үткәрелә.
  • Руссо туристо — күп сериялы проект, уның һәр сығарылышында сәйәхәт һәм халыҡ-ара туризмдың төрлө аспекттары тураһында һөйләнә.
  • Атмосфера
  • Сообразим на троих — ижтимағи-сәйәси программа.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өс тапҡыр — 2007, 2008 һәм 2010 йылдарҙа — телекомпания хеҙмәткәрҙәре ТЭФИ-төбәк Орфей премияһы ала. 2005 йылда йәмәғәтселек менән бәйләнеш өлкәһендәге "Көмөш йәйәсе" һәм «Аҡ ҡанат» абруйлы премияларҙы «Дворник һәм уның командаһы» социаль проекты ала. Продюсер үҙәге йәмәғәт һәм дәүләт ойошмаларынан, күп һанлы йәмәғәт-әһәмиәтле проекттарға ярҙам иткән өсөн, күп тапҡыр рәхмәт хаттары ала .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]