Вад (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вад
Ҡайҙа ҡоя Мокша[d]
Приток Вадакш, Каренка, Кита, Котёл (Вад ҡушылдығы), Летевка, Лястьма, Парца (река)[d], Пичкиряс[d], Удёв, Явас, Тасть, Марчас һәм Вачка (Вад ҡушылдығы)
Водосборный бассейн Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 7,5 м³/с
Бассейн майҙаны 6500 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Рәсәй[1]
Оҙонлоҡ 222 километр
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Вада[d]

Вад (Оло Карен[2], мордва телендә «вадь» — һыу[2] тигәнде аңлата) — Пенза өлкәһендәге, Мордвалағы, Рязань өлкәһендәге урта йылға, Муҡшы йылғаһының (Ока бассейны) һул ҡушылдығы.

Йылға оҙонлоғо — 222 км[3], бассейн майҙаны — 6500км². Бормаланып аҡҡан, башлыса урман (болон участкалары ла бар) йылғаһы. Үрге ағымында уртаса йыллыҡ һыу сығымы (Авдалово эргәһендә) — 7,5 м³/с.

Ағымы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Муҡшы бассейны

Пенза өлкәһенең урмандарынан Вадинскиҙан 17 километрға көньяҡ-көнсығыштараҡ, Вадинский районының Коповкаауылына яҡын башлана. Башында бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 207 м. Вадинскиҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге районда 700 метр бейеклегендәге быуа плотина урынлашҡан. Һыуһаҡлағыстың быуа барлыҡҡа килтергән күләме — 21 млн м³.

Пенза өлкәһенең Коповка, Вадинск, Большая Лука, Серго-Поливаново, Луговое тораҡ пункттары биләмәләре буйынса аға.

Мордовия буйлап урмандар уратып алған һаҙлыҡлы тигеҙлек буйлап аға. Ширингуши ҡасабаһынан түбәнерәк һул ҡушылдыҡтарын — Удёв, Марчас, Пичкирясты һәм уң ҡушылдыҡтарын — Парец, Явасты ҡабул итә.

Һуңғы 15 километрын, ҡала тибындағы Кадом ҡасабаһы эргәһендә Муҡшы йылғаһына ҡойоп, Рязань өлкәһе территорияһынан аға. Йылға тамағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 89 метрға яҡын[4].

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(тамағынан алып араһы)

  • 22 км: Швара шишмәһе
  • 27 км: Тасть йылғаһы
  • 39 км: Явас йылғаһы
  • 46 км: Юзга шишмәһе
  • 55 км: Парца йылғаһы
  • 73 км: Санкелян шишмәһе
  • 78 км: Пичкиряс йылғаһы
  • 83 км: Вадакш йылғаһы
  • 86 км: Журавка йылғаһы
  • 93 км: Вячка йылғаһы
  • 109 км: Лястьма йылғаһы
  • 114 км: Марчас йылғаһы
  • 126 км: Удёв йылғаһы
  • 144 км: Кита йылғаһы
  • 157 км: Латос йылғаһы
  • 173 км: исемһеҙ йылға, Тенево ауылы эргәһендә
  • 174 км: исемһеҙ йылға, Тенево ауылы эргәһендә
  • 185 км: Каренка, (Керенка, Дальняя) йылғаһы
  • 186 км: Тюрьев шишмәһе
  • 204 км: Котёл йылғаһы (Вад йылғаһының ҡушылдығы)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Вад (река в Пензенской обл.) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. «Вад» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. Лист карты N-38-50 Явас. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1983 г.