Вазисубаниҙағы Давитиани сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Давитиани сиркәүе йәки Ҡырҡ ыҙа сигеүсе сиркәүе - Грузияла Кахетия төбәгенең Гурджаани муниципалитетындағы Вазисубани ауылынан алыҫ түгел милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы. VII быуатҡа ҡарай. Ҡорам ҙур түгел, көмбәҙ рәүешле. Бина һуйырташтан һәм эзбизташ иретмһенән төҙөлгән. 1984 йылда ҡорам реставрациялана. Сиркәүҙең ике инеү урыны бар- көньяҡтан һәм төньяҡтан. Алтарҙың иҙәне зал иҙәнендә бер аҙ ҡалҡыу. Көмбәҙ эстән дә тыштан да һигеҙ ҡырлы. Сиркәүҙән төньяҡҡа ҡарай 50 метр алыҫлыҡта һуйырташтан төҙөлгән ҡоролмалар булған, ҡойманан көньяҡҡа ҡарай ун метр аралыҡта уларҙың эҙен күрергә мөмкин. Сиркәү тирәләй таш плиталар менән һалынған ҡәберлектәр урынлашҡан. Улар таланған. Сиркәүҙән төньяҡҡа ҡарай бер гектар майҙан бар. Ҡоролмаларҙың ҡалдыҡтары һаҡланған.

Сиркәү 2006 йылда Грузия президентының указына ярашлы дәүләт әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелә[1]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 1-I, გვ. 80, თბ., 2013 წელი.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ