Вакульский Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вакульский Александр Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Иглин районы, Ҡалтыман
Вафат булған көнө 31 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Одесса өлкәһе, Измаил
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Вакульский Александр Васильевич (28 август 1922 йыл — 31 июль 1990 йыл) — Советтар Союзы Геройы (1945). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, Совет Армияһы майоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вакульский Александр 1922 йылдың 28 авгусында Ҡалтыман ауылында (хәҙерге — Башҡортостандың Иглин районы) тыуған. Мәктәптең туғыҙ класын тамамлай, Өфө моторҙар эшләү заводында токарь булып эшләй, бер үк ваҡытта Өфө аэроклубында уҡый. 1941 йылдың апрелендә Вакульский Өфө ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Тамбовта хәрби авиация осоусылары мәктәбен тамамлаған. 1943 йылдың июненән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1945 йылдың апреленә капитан Александр Вакульский 3-сө Белорус фронтының 3-сө һауа армияһы 211-се штурмлау авиадивизияһы 949-сы штурмлаусы авиаполктың эскадрилья командиры була[1].

1945 йылдың апреленә ҡарата Вакульский 95 хәрби осош яһай. Шуларҙың 77-һендә — 2-15 самолеттан торған төркөмдө дошмандың тере көстәре һәм техникаһы тупланмаһы урынлашҡан ерҙе асыҡлау һәм штурмлауға алып бара. Штурмовигында шәхсән үҙе яҡынса 280 дошман һалдатын һәм офицерын, 55 автомашинаһын, 16 йөк арбаһын, 9 артиллерия орудиеһын, 5 танкын, 12 артиллерия зенит батареяһын, 5 миномет батареяһын, боеприпастар менән 2 һәм яғыулыҡ менән 3 складын, 7 тимер юл эшелонын, яғыулыҡ менән 3 цистернаһын юҡ итә. 17 һауа һуғышында ҡатнаша, был һуғыштар барышында уның атыусыһы 1 немец самолетын бәреп төшөрә. Тик 19 марттан алып апрель аҙағынаса Вакульский эскадрильяһы 97 хәрби осош яһай, шул уҡ ваҡытта бөтөнләй юғалтыуҙар кисермәй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән капитан Александр Вакульский юғары Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, Ленин ордены һәм 7469-сы номерлы «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

1946 йылда Вакульский майор дәрәжәһендә запасҡа сығарыла. Юғары осоу әҙерлеге мәктәбен тамамлағандан һуң, граждандар һауа флотында эшләй.Одесса өлкәһенең Измаил ҡалаһында йәшәй, 1990 йылдың 31 июлендә вафат була.

Шулай уҡ өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике I дәрәжә һәм бер II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, бер нисә миҙал менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вакульский Александр Васильевич. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Дриго С. В. За подвигом — подвиг. Калининградское кн.изд.,1984.
  • Халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡала. өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр индерелгән 3-сө том. Минск, 1984.
  • Подвиги Героев Советского Союза. М., 1981.
  • Башҡортостандың данлы улдары. 3 китап. Өфө, 1968.