Вальден Павел
Пауль Вальден | |
латыш. Pauls Valdens нем. Paul Walden | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Розенбек имениеһы (Цесис (Вендена) янында), Розуль улусы (Rozulas pagasts), Вольмар өйәҙе, Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы, хәҙер — Латвия, Цесис крайы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Гаммертинген, Баден-Вюртемберг Германия Федератив Республикаһы (1990 йылға тиклем) |
Ил |
Рәсәй империяһы, |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Рига политехник институты, |
Альма-матер |
Рига политехникумы (1863) |
Ғилми дәрәжәһе |
Санкт-Петербург университетының химия докторы (1899) |
Ғилми исеме |
(1910) |
Павел Иванович Вальден (Пауль Вальден, латыш. Pauls Valdens, нем. Paul von Walden; 14 (26) июль 1863 йыл, Розуль улусы, Лифляндия губернаһы, Рәсәй империяһы — 22 ғинуар 1957 йыл, Гаммертинген, Германия) — урыҫ, латыш, немец химигы, фән тарихсыһы, Рига Политехник институты профессоры(18941918), Петербург Фәндәр Академияһының ординар академигы (1910 йылдан), СССР Фәндәр Академияһының почётлы сит ил тлы ағзаһы (1927). Эретмәләрҙең электрохимияһы, оптик изомерия буйынса хеҙмәттәре (вальден әйләнеүе), химия тарихы.
Тормош юлының башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вальден Лифлянд губернаһының Розуль улусында (хәҙерге Латвия) ҙур крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Дүрт йәшендә ул атаһын, ә һуңыраҡ әсәһен юғалта. Ригала йәшәгән (береһе сауҙагәр, икенсеһе армияла хеҙмәт итә һәм лейтенант дәрәжәһенә эйә була) ике өлкән ағаһының финанс ярҙамы арҡаһында, Вальден үҙенең уҡыуын тамамлай — Цесис башта ҡалаһында өйәҙ училищеһын отличие менән (1876), ә һуңынан Рига техник мәктәбен (1882) тамамлай. 1882 йылдың декабрендә ул Рига политехник училищеһына уҡырға инә һәм химия менән етди ҡыҙыҡһына башлай. 1886 йылда ул төрлө реагенттар менән һәм азот кислотаһын төҫлө асыҡлау ысулының һиҙгерлек сиктәрен билдәләү, азот һәм азот кислотаһы төҫлө реакциялары буйынса үҙенең тәүге ғилми тикшеренеүҙәрен баҫтырып сығара. 1887 йылдың апрелендә Рус физика-химия йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана. Был ваҡытта Вальден Вильгельм Оствальд (1909 йылда Химия буйынса Нобель премияһы лауреаты) менән хеҙмәттәшлеген башлай, был уның ғалим булараҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Уларҙың берлектәге тәүге эше 1887 йылда баҫылып сыға һәм тоҙҙарҙың һыу эретмәләре электр үткәреүсәнлегенең уларҙың молекуляр массаһына бәйлелегенә арналған.
Профессиональ эшмәкәрлеге (химия)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1888 йылда Вальден университетты химия технологияһы өлкәһе буйынса дәрәжә менән тамамлай һәм химия факультетында профессор С.Бишофтың ассистенты сифатында эшләүен дауам итә. Уның етәкселегендә Вальден 1894 йылда баҫылып сыҡҡан «Стереохимия буйынса ҡулланма» төҙөй башлай. Был баҫманы әҙерләгәндә Вальден күп һанлы химик синтездар һәм һүрәтләүҙәр яһай, һөҙөмтәлә стереохимия буйынса ғына 1889—1900 йылдарҙа рус һәм сит ил журналдарында 57 журнал мәҡәләһе баҫылып сыға. Ул шулай уҡ физик химия өлкәһендә тикшеренеүҙәрен дауам итә, 1889 йылда ионлаштырыу һәләте һыуһыҙ иреткестәрҙең диэлектрик даимиға тура пропорциональ икәнен билдәләй. 1890—1891 йылдарҙағы йәйге каникулдарында Вальден Лейпциг университетында Вильгельм Оствальд менән осраша, ә 1891 йылдың сентябрендә унда «О величинах сродства некоторых органических кислот» магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай. Оствальд уға Лейпцигта приват-доцент сифатында ҡалырға тәҡдим итә, әммә Вальден, Ригала уңышлыраҡ карьера өмөт итеп, баш тарта.
1892 йылдың йәйендә ул физик химия кафедраһы доценты итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан ултырма плёнкаларҙа осмотик күренештәр буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1894 йылдың сентябрендә Рига политехникумында аналитик һәм физик химия профессоры була. Ул унда 1911 йылға тиклем эшләй, 1902—1905 йылдарҙа университет ректоры вазифаһын биләй. 1895 йылда Вальден үҙенең иң билдәле һәм мөһим асышын яһай: бер химик берләшмәнең төрлө стереоизомерҙарының, эҙмә-эҙлекле алмашыу реакциялары ярҙамында, бер-береһенән алыныу мөмкинлеген аса, һуңынан уны Вальден әйләнеүе тип атайҙар. П. Вальден үҙе фосфор пентахлоридының эфирҙағы һәм дымлы көмөш оксидының[4]эҙмә-эҙлекле тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә алма кислотаһының L-һәм D- әүерелештәрен өйрәнә. Был тема уның 1899 йылдың мартында Санкт-Петербург университетында яҡланған докторлыҡ диссертацияһының нигеҙенә һалына.
Бынан һуң Вальден һыуһыҙ эретмәләрҙең электрохимияһы менән ҡыҙыҡһына башлай. 1902 йылда ул органик булмаған һәм органик эреткестәрҙең автодиссоциацияһы теорияһын тәҡдим итә. 1905 йылда шыйыҡ электролиттарҙа удельный үткәреүсәнлеге (сағыштырма үткәреү) һәм йәбешкәклеге менән бәйләнешен билдәләй; 1906 йылда «сольватациялау» терминын индерә. Стереохимик эштәр менән бергә был һөҙөмтәләр уға билдәлелек килтерә, атап әйткәндә, ул 1913—1914 йылдарҙа химия буйынса Нобель премияһына тәҡдим ителә.
Вальден шулай уҡ талантлы химия уҡытыусыһы булараҡ билдәле була. Үҙенең мемуарҙарында ул былай тип яҙа: «Минең аудиториям ғәҙәттә тулы була, һәм тыңлаусыларҙың киң күңелле реакцияһы миңә көс бирә… лекцияларымда мин, аңлатыуыма яңылыҡ индереү маҡсатында, импровизацияланым… Уҡытыуҙы мин бер ҡасан да ауыр йөк тип һанаманым».
1896 йыл Рига техник университетына реформалар килтерә. Әгәр элек бөтә уҡытыу немец телендә алып барылған булһа һәм Вальден рус телендә бер нисә курс биргән берҙән-бер профессор булһа, 1896 йылдан рус теле рәсми тел статусын ала. Был Рәсәй хөкүмәтенән субсидиялар һәм сығарылыш уҡыусыларына Рәсәйҙә позиция алыуҙа ярҙам мөмкинлеген бирә. Был реформалар Вальдендың Оствальд менән ғәҙәти булмаған хеҙмәттәшлегенә килтерә: Вальден химия факультетын үҙгәртеп ҡороуға тотона, һәм Оствальд миҫал сифатында Лейпциг химия лабораторияһының һыҙмаларын ебәрә. 1910 йылдың майында Вальден Петербург фәндәр академияһының ағзаһы итеп һайлана һәм 1911 йылда, 1748 йылда Михаил Ломоносов нигеҙ һалған Санкт-Петербург Академияһының химия лабораторияһы етәксеһе итеп саҡырыла. Был вазифала ул 1919 йылға тиклем ҡала. Унда тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн иң яҡшы мөмкинлектәре булғанлыҡтан, иҫкәртеү тәртибендә уға Ригала ҡалырға рөхсәт итәләр, әммә, Академик йыйылыштарға һәм тикшеренеүҙәр менән етәкселек итеү маҡсатында, аҙна һайын тиерлек поезда Санкт-Петербургка килергә мәжбүр булған. 1911—1915 йылдарҙа «Известия Академии наук» баҫмаһында Вальдендың һыуһыҙ эретмәләрҙең электрохимияһы буйынса 14 мәҡәләһе донъя күрә. Атап әйткәндә, 1914 йылда Пауль Вальден иреү температураһы бүлмә температураһынан түбән, иреү температураһы 12 °C тәшкил итеүсе — этиламмоний нитратын (C2H5)NH+NO3- — беренсе ионлы шыйыҡса ала.
1915 йылдан һуң Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙәге сәйәси сыуалыштар, ә һуңынан Октябрь революцияһы ауыр шарттары менән бәйле, Вальден үҙенең ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген ҡыҫҡарта һәм, фәндә алдынғы позицияларҙы биләп, уҡытыу һәм административ эштәргә иғтибар итә. Латвиялағы сәйәси сыуалыштар арҡаһында Вальден ғаиләһе менән Германияға күсеп китә. Бында ул органик булмаған Ро́сток университетына химия профессоры итеп тәғәйенләнә, унда 1934 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй. 1924 йылда Вальденды Ригаға саҡыралар, унда ул лекциялар серияһы менән сығыш яһай. Уға Ригала һәм Ленинградта химия өлкәһендә алдынғы позициялар тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта. Эмиграцияла булыуына ҡарамаҫтан, Вальден Рәсәйҙә популярлығын һаҡлап ҡала, һәм 1927 йылда СССР Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы итеп һайлана. Һуңыраҡ ул шулай уҡ Швед (1928) һәм Фин (1932) академиялары ағзаһы була.
Ғүмеренең һуңғы осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло йәштә Вальден иғтибарын химия тарихына йүнәлтә һәм 10 меңдән ашыу томдан торған уникаль китапхана йыя. Әммә 1942 йылда Ростокты британ бомбаға тотоуы ваҡытында йорт та, китапхана ла юҡ ителә. Вальден Берлинға, ә һуңынан Майндағы Франкфуртҡа күсеп килә, унда урындағы университетта химия тарихы буйынса саҡырылған профессор сифатында эшкә алына. Икенсе донъя һуғышы ахырын ул, совет зонаһына ингән Росток университетынан ситләшеп, француз оккупация зонаһында ҡала, һәм йәшәү өсөн ҡыйын шарттарҙа — аҡсаһыҙ тороп ҡала. Ул немец химиктары биргән пенсияға йәшәй, ҡайһы берҙә Тюбингенда лекциялар уҡый һәм мемуарҙар яҙа. 1949 йылда Вальден үҙенең иң билдәле «История химии» китабын баҫтырып сығара. Ул Гаммертинген (ГФР) 1957 йылда 93 йәштә вафат була. Уның мемуарҙары 1974 йылда ғына баҫылып сыға.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ломоносовъ какъ химикъ. C.-Петербургъ, 1911.
- Очерк истории химии в России, в кн.: Ладенбург А., «Лекции по истории развития химии от Лавуазье до нашего времени», пер. с нем., Од., 1917
- Теории растворов в их исторической последовательности, П., 1921
- Optische Umkehrerscheinungen (Waldensche Umkehrung), Braunschweig, 1919
- Elektrochemie nichtwässeriger Lösungen, Lpz., 1924.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалим иҫтәлегенә Вальден—Писаржевский Ҡағиҙәһе — матдәнең даими дәүмәле булып эреткестәргә бәйле булмаған шыйыҡ электролиттар йәбешкәклеге һәм сағыштырма үткәреүсәнлек ҡабатландығы тора, тип белдереүсе ҡағиҙә аталған.
2003 йылда Ригала Кронвальд Бульвары, 4-се йорт янында П. Вальденға һәйкәл ҡуйылған[5].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы для биографического словаря действительных членов императорской Академии наук, ч. 1, П., 1915;
- Из истории естествознания и техники Прибалтики, т. 1 (7), Рига, 1968, с. 157—67.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Павла (Пауля) Ивановича Вальдена РФА рәсми сайтында
- Вальден (Walden) Пауль (Павел Иванович) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Борисов В. П. и др. Российские ученые и инженеры-эмигранты (1920—50-е годы). Вальден Пауль (Павел Иванович). Институт истории естествознания и техники РАН.
- Вальден Павел Иванович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения: 9 ноября 2017.
- Статьи на Math-Net.Ru
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Вальден Пауль // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Paul Walden // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Нейланд О. Я. Органическая химия: Учеб. для хим. спец. вузов. Москва: Высшая школа, 1990.— 751 с.
- ↑ памятник учёному-химику Паулю Вальдену