Вальтер Гропиус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вальтер Гропиус
нем. Walter Gropius
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3][4]
Гражданлығы Flag of the German Empire.svg Герман империяһы[d]
Flag of Germany (3-2 aspect ratio).svg Веймар Республикаһы
Flag of Germany (1935–1945).svg Өсөнсө рейх
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Walter Adolf Georg Gropius
Тыуған көнө 18 май 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[4][5][6][7][8][9][10]
Тыуған урыны Герман империяһы[d], Берлин[2]
Вафат булыу көнө 5 июль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[4][11][5][6][7][8][9][12][10] (86 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Бостон[2]
Ерләнгән урыны Штансдорфское юго-западное кладбище[d]
Атаһы Вальтер Гропиус-старший[d]
Хәләл ефете Альма Малер-Верфель[d] һәм Иза Гропиус[d]
Балалары Манон Гропиус[d]
Һөнәр төрө архитектор, педагог, градостроитель
Эшмәкәрлек төрө Архитектура
Эш биреүсе Гарвард университеты
Сәнғәт йүнәлеше Баухаус[d] һәм интернациональный стиль[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Немецкий Веркбунд[d], Международный конгресс современной архитектуры[d], Королевская академия художеств[d], Американская академия искусств и наук[d], National Academy of Fine Arts (Argentina)[d] һәм Американская академия искусств и литературы[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыусылар Anne Tyng[d], Erik Schmidt-Schaller[d], William J Conklin[d] һәм James Rossant[d]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1932[d][13]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Защитник авторских прав Международная конфедерация обществ авторов и композиторов[d]
Собрание работ Музей Бойманса-ван Бёнингена[d], Чикагский институт искусств[d], Нью-Йорк заманса сәнғәт музейы[d] һәм Design Museum Gent[d]
Commons-logo.svg Вальтер Гропиус Викимилектә

Вальтер Адольф Георг Гропиус (нем. Walter Adolph Georg Gropius, 18 май 1883 йыл, Берлин — 5 июль 1969 йыл, Бостон ҡалаһы) — немец архитекторы, архитектурала Баухаус стиленә нигеҙ һалыусы һәм Баухаус мәктәбе директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вальтер Гропиус — Мартин Гропиустың яҡын туғаны. Уның атаһы - Вальтер Гропиус, Германия империяһында төҙөлөш эштәре буйынса йәшерен кәңәшсе, әсәһе - Манон Гропиус, ҡыҙ фамилияһы - Шарнвебер. 1903 йылда Вальтер Гропиус Мюнхен техник университетына архитектура факультетына уҡырға инә[14].

Здание завода «Фагус»

1907 йылда Гропиус Петер Беренстың оҫтаханаһында эшләй башлай, уның менән бергә архитекторҙар Людвиг Мис ван дер Роэ һәм Ле Корбюзье ла эшләй. 1910 йылда, Беренста өс йыл эшләгәндән һуң, Гропиус, дизайнер һәм архитектор булараҡ, үҙ аллы эш башлай. Дизайнер булараҡ, ул бина эсендәге ҡоролмалар, обойҙар, сериялы мебель, автомобиль кузовы һәм тепловоз проекттарын әҙерләй. Уның архитектурала беренсе мөһим эше — Адольф Мейер менән бергә проектлаған Альфельд ҡалаһындағы (Лайне буйындағы) «Фагус» аяҡ кейеме фабрикаһы бинаһы («Fagus-Werke»). Был бина оҫтаның архитектуралағы үҙенсәлекле ижадының тәүге билдәһе, иртә модернизмдың башланғыс өлгөһө булып тора[15]. 1920 йылдарҙа архитектуралағы был йүнәлеш «Яңы төҙөлөш» (Neues Bauen) һәм «Яңы әйберҙәр» («Neue Sachlichkeit»)төшөнсәһе менән билдәләнә.

1914 йылда Кёльн ҡалаһында үткән Немец һөнәрселек предприятиелары берлегенең (Deutsches Werkbund) күргәҙмәһе өсөн, Гропиус менән Мейер бергә «Өлгөлө фабрика» (Musterfabrik) төҙөйҙәр, ул да һуңыраҡ замана архитектураһына һиҙелерлек йоғонто яһай. Ул бинаның үҙенсәлеге - баҫҡыстарҙың быяланан эшләнгән түңәрәк башнялары , 1920-се йылдарҙан башлап, бындай башнялар Эрих Мендельсондың универсаль магазиндарының айырылғыһыҙ элементына әйләнә.

Оҙаҡ йылдар Гропиус Йена университетының профессоры, физик Феликс Ауэрбах менән дуҫ була, Йенала ул Ауэрбахтар ғаиләһе өсөн торлаҡ йорт төҙөй.

« Каждый предмет должен до конца отвечать своей цели, то есть выполнять свои практические функции, быть удобным, дешевым и красивым.
Вальтер Гропиус [16]
»

Баухауc стилен булдырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышынан һуң Гропиус архитектурала яңы стилгә-Баухауcҡа нигеҙ һала. Баухаус мәктәбе (Дәүләт төҙөлөш йорто) Веймарҙа 1919 йылда Саксон-Веймар һынлы сәнғәт юғары мәктәбенең Хенри ван де Велде нигеҙ һалған Саксон-Веймар көнкүреш сәнғәте мәктәбе менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Яңы уҡыу йортон булдырыуҙы тәҡдим иткән кеше булараҡ, уның етәксеһе итеп Хенри ван де Велде йәш Берлин архитекторы Вальтер Гропиустың кандидатураһын тәҡдим итә. Гропиус директор вазифаһында башта, 1926 йылға тиклем, Веймарҙа, унан һуң Дессауҙа эшләй. 1928 йылда ул был посты сығышы менән Швейцариянан булған Майерға тапшыра, ул 1930 йылда сәйәси сәбәптәр арҡаһында отставкаға ебәрелә. Людвиг Мис ван дер Роэ Баухауз 1933 йылда ябылғансы уның етәксеһе була. Гропиус функционализм концепцияһына таянһа ла, объектты эске идеяны яҡтыртыусы тип ҡарай[17].

1926 йылдан Гропиус күпләп торлаҡ йорттар төҙөү менән, ҡала төҙөлөшө һәм социаль мәсьәләләр сисеү менән шөғөлләнә, төҙөлөштө рационалләштереүҙе тәҡдим итә. Ул бик күп торлаҡ йорттар проектлай : Дессау-Тёртен (1926—1931 йылдар) ҡасабаһы, Даммершток (1928—1929 йылдар), Берлинда Сименсштадт (1929/30 гг.) торлаҡ кварталын һәм 1930/1931 йылдарҙа Берлинда «Ванзее күле ярындағы төҙөлөш» проекттарын эшләй.

1934 йылда национал-социалистарҙың Баухаусты «марксизм сиркәүе» тип ҡаты тәнҡитләүенән һуң, Гропиус Англияға күсеп китә. 1937 йылда АҠШ-ҡа китә һәм Гарвард университетының архитектура профессоры булып эшләй («Graduate School of Design») .

1946 йылда Гропиус «The Architects Collaborative, Inc.» (TAC) төркөмөн булдыра. Был төркөмдөң эш һөҙөмтәһе — Кембриджда Гарвард университетының уҡытыу үҙәге (Graduate Center der Harvard University in Cambridge) (1949/50 гг.); Гропиустың Гарвардтағы уҡыусылары араһында — бик уңышлы эшләүсе Йео Минь Пей.

Жилой дом в Ганзафиртель, 1950-е

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Гропиус Берлинда йәшәй, унда 1957 йылда «Интербау» төҙөлөш күргәҙмәһе сиктәрендә Ганзафиртель районындағы торлаҡ кварталында туғыҙ ҡатлы йорт проектын эшләй (нем. Interbau). Эскә кереп торған ярым түңәрәк фасад һәм асыҡ беренсе этаж, алға сығып торған ярым түңәрәк көньяҡ фасад һәм асыҡ беренсе этаж - һуңғы модерндың ғәҙәти өлгөһө. 1963 йылда Гропиус Берлин Ирекле университеты почетлы докторы исеменә лайыҡ була .

Гропиус 1969 йылдың 5 июлендә АҠШ-та, Бостон ҡалаһында вафат була.

Проекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1910 йылда Вальтер Гропиус композитор Густав Малерҙың ҡатыны Альма Малер менән таныша. 1915 йылда композитор вафат булғас, Гропиус менән Альма өйләнешә. Был никахта 1916 йылда ҡыҙҙары Манон тыуа. 1920 йылда улар айырылыша.

1923 йылда Гропиус Ильзе Фран исемле журналисткаға өйләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека et al. Record #118542443 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. архитекторы, работающие в Швеции — 2014.
  4. 4,0 4,1 4,2 идентификатор BNF: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  5. 5,0 5,1 Walter Gropius
  6. 6,0 6,1 SNAC — 2010.
  7. 7,0 7,1 Encyclopædia Britannica
  8. 8,0 8,1 Discogs — 2000.
  9. 9,0 9,1 filmportal.de — 2005.
  10. 10,0 10,1 StructuraeRatingen.
  11. архитекторы, работающие в Швеции — 2015.
  12. Берлинская академия художеств — 1993.
  13. Sports-Reference.com
  14. «В. Гропиус. Границы архитектуры. — М.: Искусство, 1971» китабының «В.Гропиустың тормошо һәм ижадындағы осорҙар» бүлегендә В.Гропиустың уҡыу осорон икенсе төрлө күрһәткәндәр: 1903—1904 — Берлин, 1904—1907 — Мюнхен.
  15. Pieper J. Das Fagus-Werk; Prinzipien und Elemente historischer Baukunst im Gründungsbau der Moderne. Aachen: Geymüller Verlag für Architektur, 2016, ISBN 978-3-943164-11-4.
  16. Гропиус В. Границы архитектуры (серия: Проблемы материально-художественной культуры). — под ред. В. И. Тасалова. — М.: Искусство, 1971. — 286 с.
  17. Васильева Е. Идеальное и утилитарное в системе интернационального стиля: предмет и объект в концепции дизайна XX века. // Международный журнал исследований культуры, № 4 (25), 2016, с. 72-80.

Теоретик эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гропиус В. Границы архитектуры (серия: Проблемы материально-художественной культуры). — под ред. В. И. Тасалова. — М.: Искусство, 1971. — 286 с.
  • Gropius W. The New Architecture and the Bauhaus, London, Faber and Faber, 1935. — 112 p.
  • Gropius W. Scope of Total Architecture. New York. Harper and Bros, 1955. — 155 p.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Васильева Е. Идеальное и утилитарное в системе интернационального стиля: предмет и объект в концепции дизайна XX века. // Международный журнал исследований культуры, № 4 (25), 2016, с. 72-80.
  • Тасалов В. «Тотальная архитектура» — утопия или реальность? // Гропиус В. Границы архитектуры. М.: «Искусство», 1971. c. 8 — 70.
  • Шукурова А. «Синий всадник» в Баухаузе // Шукурова А. Архитектура Запада Архитектура Запада и мир искусства XX века. М.: Стройиздат, 1990 г.; ISBN 5-274-00198-X.
  • Müller U. Raum, Bewegung und Zeit im Werk von Walter Gropius und Ludwig Mies van der Rohe. Akademie-Verlag, Berlin 2004, ISBN 3-05-004059-9.
  • Pieper J. Das Fagus-Werk; Prinzipien und Elemente historischer Baukunst im Gründungsbau der Moderne. Aachen: Geymüller Verlag für Architektur, 2016, ISBN 978-3-943164-11-4.
  • Reginald I. Walter Gropius. Der Mensch und sein Werk. Gebrüder Mann. Berlin, 1983, ISBN 3-7861-1372-6.
  • Reginald I. Walter Gropius: An illustrated Biography of the Creator of the Bauhaus. Berlin: Bulfinch Press, 1991. ISBN 0-8212-1753-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]