Валюталарҙың кодтары һәм классификаторҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Валюта коды  —  төрлө мәғлүмәт тапшырыу системаларында аҡса берәмеген билдәләү һәм таныу өсөн ҡулланылған һандар  һәм хәрефтәр йыйылмаһы,  ул сағыштырмаса ҡыҫҡа була. Валюталарҙың кодтары валюталарҙың классификаторҙарына төркөмләнгән, улар ғәҙәттә дөйөм донъя, дәүләт-ара, милли (йәғни дәүләт)  йә тармаҡ стандарты булып тора.

ISO 4217  дөйөм донъя стандарты итеп алынған.

Дәүләттәрҙән өҫтөн торған ойошмаларҙың халыҡ-ара классификаторҙарының бер нисә версияһын Рәсәй Федерацияһы  ҡуллана, мәҫәлән:

Рәсәйҙең локаль  стандарттары:

  • ОКВ (Общероссийский классификатор валют) — Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы  (уның украин  аналогы — Валюталар классификаторы укр. Класифікація валют).
  • ККВ (Классификатор клиринговых валют) — тармаҡ Клиринг валюталары классификаторы. 

Локаль маҡсаттарҙа ҡулланыла алған башҡа классификаторҙар һәм  стандарттар ҙа бар.

Валюталарҙы кодлауҙың принциптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә файҙаланылған валюта классификаторҙарында  кодлауҙың ике принцибы  —   ISO 4217 стандарты һәм Клиринг валюталары классификаторы принциптары ҡулланыла.

ISO 4217 стандарты кодтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валюта алмашыу курстары таблоһы:  ISO 4217 кодтары

ISO 4217 стандарты — иң  таралған стандарт, ул башҡа классификаторҙарҙы эшләү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә һәм түбәндәге  мәғлүмәттәрҙе солғай[1]:

  • инглиз һәм француз телдәрендә  (стандарттың ике рәсми теле) валютаның исеме;
  • валютаның өс хәрефле алфавит коды (alfa-3);
  • валютаның өс һандан торған цифрлы коды (number-3);
  • ваҡлау (кәсерле, сығарылмалы) аҡса берәмегенең булыуы һәм разрядлылығы тураһындағы мәғлүмәт;
  • был валюта  уның эмитенты менән формаль килешеү нигеҙендә законлы түләү сараһы булып  торған илдәрҙең исемлеге.

Шуның менән бергә валюталар өс төркөмгә бүленгән:

  • әйләнештәгеләр[2];
  • әйләнештәге  валюта фондтары (әйләнештәге валюталар исемлегендә лә ҡабатлап һанап сығылалар)[3];
  • 1978 йылдан һуң (стандарттың тәүге баҫмаһынан һуң) әйләнештән сыҡҡандар[4].

Үҙ сиратында  ISO 4217[1]  кодтары түбәндәгесә була:

  • хәрефле —  донъя илдәренең ISO 3166-1 стандартындағы ике хәрефле кодтарына (альфа-2) нигеҙләнгән, был ике хәреф валюта кодының тәүге ике хәрефе ителгән;
  • цифрлы — ҡағиҙә булараҡ, БМО Статистика бүлегенең  донъя илдәре цифрлы кодтарын ҡабатлай.

Башҡа валюта стандарттары һәм классификаторҙарының күпселеге (мәҫәлән, Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы (рус. Общероссийский классификатор валют, ОКВ), Халыҡ-ара валюталар классификаторы (рус. Межгосударственный классификатор валют, МКВ), Таможня берлегенең валюталар классификаторы (рус. Классификатор валют Таможенного союза, КВ ТС)  ISO 4217 кодын ҡабатлай, әммә бер нисә  айға, хатта бер нисә йылға тотҡарлыҡ менән актуалләшә.

Тейлор кодтарының формалашыу коды принцибы башҡараҡ. Төп айырмаһы, үҙ валюталарын сығарған йә сығарыусы илдәрҙе һәм территорияларҙы билдәләгән ISO 3166-1 стандарты кодтарынан тыш,  методика авторы  Брайан Тейлор эшләгән кодтар ҙа файҙаланыла.

Клиринг валюталары классификаторының коды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валюта алмаштырыу курстары таблоһы: Ҡаҙағстанда билдәләр һәм аббревиатуралар

Дөйөм Союз валюталар классификаторы (ОКВ:1984) һәм  Клиринг валюталары классификаторы кодлауҙарына (ККВ) бөтөнләй башҡа принциптар хас. Һуңғыһында валюталарҙың атамалары уҡ башҡа  стандарттарҙағынан айырыла.  Клиринг валюта атамаһында түбәндәге мәғлүмәттәр булыуы мөмкин:

  • хисап валютаһы (хисап алып барыу, тауарҙар һәм аҡса средстволары хәрәкәтен сальдолау валютаһы);
  • хисаплашыуҙар валютаһы  (контракт буйынса ғәмәлдә иҫәп-хисап эшләү валютаһы);
  • контрактты төҙөгән ил;
  • контракт төрө.

Эске үҙенсәлектәренә (ирекле конвертацияланыу, йомоҡлоҡ), ҡулланыу ысулына (мәҫәлән,  клиринг өсөн, тура хисаплашыуҙар өсөн), эмиссиялаусы илдең  социаль-сәйәси системаһы һәм иҡтисади үҫеш кимәленә  (социалистик илдәр, үҫештәге илдәр) бәйле, тәүҙә валюталар биш (һуңыраҡ алты) төркөмгә бүленә, һәр төркөмгә 0-дән 9-ға тиклемге һандар бирелә. Төркөм эсендә аҡса берәмектәренә «00»-дән «99»-ға тиклемге ике урынлы тәртип һаны һуғыла. Шулай итеп, өс урынлы код барлыҡҡа килә.

Артабан кодтың беренсе һаны   кириллица  (клиринг валюталары классификаторының Рәсәй Федерацияһы Таможня комитеты тарафынан нәшер ителгән  редакцияһында; ККВ ГТК) йә латин алфавитының баш хәрефенә  (Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы редакцияһында; ККВ ЦБ РФ) алмаштырыла. Бөтә социалистик илдәр ҙә тиерлек капиталистик үҫеш юлына  баҫҡанлыҡтан, йомоҡ валюталарҙың күбеһе ирекле конвертацияланыусыға әйләнә, әммә сығанаҡ кодын һаҡлай, шунлыҡтан классификаторҙағы төркөмдәр мәғәнәһен  юғалта. Мәҫәлән, бына классификаторҙың (ККВ ЦБ РФ) ғәмәлдәге редакцияһындағы тәүге ун код [5]:

Кодтарҙың сағыштырма таблицаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндә 2012 йылдың 12 ғинуарына ҡарата ғәмәлдәге классификаторҙарҙың берәйһенең кодына эйә булған һәм  ISO 4217 стандартының alfa-3 коды буйынса  сорттарға айырылған валюталар бирелә. Таблицала:

  • һары төҫ  менән Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторында булмаған  ISO 4217 кодтары билдәләнгән  (ике стандарттың башҡа төрлө тап килмәгән урындары a хәрефе менән айырылған);
  • йәшел —  ISO 3166-1 стандартының  ISO 4217 кодтарының береһе менән тап килгән хәрефле  (alfa-3) кодтары;
  • зәңгәр —  дәүләттең база валютаһының ISO 3166-1 стандартында  ISO 4217 стандартындағы кодына тап килмәгән цифрлы (number-3)  кодтары;
  • фиолет —  валютаның ISO  стандартындағы кодына тап килмәгән Тейлор кодтары; 
  • хаки — ISO 4217 стандартындағы  икенсе валютаның кодына тап килгән Тейлор кодтары;
  • оранж —  әйләнештән сыҡҡан валютаның  Тейлор классификаторында һаҡланған кодына тап килгән Тейлор кодтары;
  • көлһыу  — ISO 4217 стандартына инмәгән, әммә стандарттарҙың  Европа берлеге нәшер иткән версияһына индерелгән валюталарҙың кодтары. 

Таблицаға   ISO 6166 (ISIN) стандарты кодтары индерелмәгән, сөнки улар аҡса берәмектәренә һирәк бирелә.  

Таблицала аҡса берәмектәренең атамалары менән уларҙың билдәләренең кодтары араһында тап килеүҙәр стандарттың үҙенең бирелмәләре нигеҙендә генә күрһәтелә. Символдары Юникодта күрһәтелмәгән  валюталар өсөн  таблицала   валютаның билдәһе  (general currency, currency sign) — ¤ (U+00A4) генә ҡуйып кителгән.

Валютаның атамаһы Илдәр һәм территориялар атамаһы ISO 4217 ISO 3166-1 Башҡа стандарттар
ОКВ-ға ярашлы ISO 4217гә ярашлы ISO һәм/йәки ОКВ-ға ярашлы alfa-3 number-3 ваҡлау
берәмеге
alfa-3 number-3 ККВ коды Тейлор коды[6] юникод[6]
ISO 4217 стандартына индрелгән ғәмәлдәге валюталар
Дөйөм валюта юҡ No universal currency Антарктида; Фәләстин; Көньяҡ  Георгия һәм Көньяҡ Сандвич утрауҙары 
Дирһам (БҒӘ) UAE Dirham Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре AED 784 2 ARE 784 AED ¤
Афғани Afghani Афғанстан AFN 971 2 AFG 004 AFN U+060B (؋)
Лек Lek Албания ALL 008 2 ALB 008 ALL ¤
Әрмәнстан драмы Armenian Dram Әрмәнстан AMD 051 2 ARM 051 AMD U+058F (֏)
Нидерланд  Антиль гульдены Netherlands Antillean Guilder Кюрасао; Синт-Мартен ANG 532 2 ANT 530 ANG U+0192 (ƒ)
Кванза Kwanza Ангола AOA 973 2 AGO 024 B59 AOM ¤
Аргентина песоһы Argentine Peso Аргентина ARS 032 2 ARG 032 ARS U+0024 ($)
Австралия доллары Australian Dollar Австралия; Кирибати; Кокос утрауҙары; Науру; Норфолк; Раштыуа утрауы; Тувалу; Херд һәм Макдональд AUD 036 2 AUS 036 B67 AUD U+0024 ($)
Аруба флорины Aruban Florin Аруба AWG 533 2 ABW 533 AWG U+0192 (ƒ)
Әзербайжан манаты Azerbaijanian Manat Әзербайжан AZN 944 2 AZE 031 AZM ¤
Конвертацияланыусы марка Convertible Mark Босния һәм Герцеговина BAM 977 2 BIH 070 BAM ¤
Барбадос  доллары Barbados Dollar Барбадос BBD 052 2 BRB 052 BBD U+0024 ($)
Така Taka Бангладеш BDT 050 2 BGD 050 BDT U+09F3 (৳)
Болгария левы Bulgarian Lev Болгария BGN 975 2 BGR 100 (3) BGN ¤
Бахрейн  динары Bahraini Dinar Бахрейн BHD 048 3 BHR 048 BHD ¤
Бурунди  франкы Burundi Franc Бурунди BIF 108 0 BDI 108 BIF ¤
Бермуд доллары Bermudian Dollar Бермуд  утрауҙары BMD 060 2 BMU 060 BMD U+0024 ($)
Бруней  доллары Brunei Dollar Бруней BND 096 2 BRN 096 BND U+0024 ($)
Боливиано Boliviano Боливия BOB 068 2 BOL 068 BOB ¤
Мвдол Mvdol Боливия BOV 984 2 BOL 068 BOV ¤
Бразилия реалы Brazilian Real Бразилия BRL 986 2 BRA 076 C42 BRL ¤
Багам  доллары Bahamian Dollar Багам  Утрауҙары BSD 044 2 BHS 044 BSD U+0024 ($)
Нгултрум Ngultrum Бутан BTN 064 2 BTN 064 BTN ¤
Пула Pula Ботсвана BWP 072 2 BWA 072 BWP ¤
Белорус  һумы Belarussian Ruble Белоруссия BYN 933 2 BLR 112 BYR ¤
Белиз  доллары Belize Dollar Белиз BZD 084 2 BLZ 084 BZD U+0024 ($)
Канада доллары Canadian Dollar Канада CAD 124 2 CAN 124 CAD U+0024 ($)
Конго  франкы Congolese Franc Конго Демократик Республикаһы CDF 976 2 COD 180 CDF ¤
WIR-евро WIR Euro Швейцария (WIR-банк) CHE 947 2 CHE 756 ¤
Швейцария франкы Swiss Franc Лихтенштейн; Швейцария CHF 756 2 CHE 756 (12) CHF ¤
WIR-франк WIR Franc Швейцария (WIR-банк}) CHW 948 2 CHE 756 ¤
Үҫеш берәмеге Unidades de Fomento Чили CLF 990 0 CHL 152 CLF ¤
Чили  песоһы Chilean Peso Чили CLP 152 0 CHL 152 CLP U+0024 ($)
Юань Yuan Renminbi Ҡытай CNY 156 2 CHN 156 CNY U+00A5 (¥)
Колумбия песоһы Colombian Peso Колумбия COP 170 2 COL 170 COP U+0024 ($)
Реаль ҡиммәт берәмеге Unidad de Valor Real Колумбия COU 970 2 COL 170 ¤
Коста-Рика колоны Costa Rican Colon Коста-Рика CRC 188 2 CRI 188 CRC U+20A1 (₡)
Конвертацияланыусы песо Peso Convertible Куба CUC 931 2 CUB 192 U+0024 ($)
Куба песоһы Cuban Peso Куба CUP 192 2 CUB 192 (2) CUP U+0024 ($)
Кабо-Верде эскудоһы Cape Verde Escudo Кабо-Верде CVE 132 2 CPV 132 CVE U+0024 ($)
Чех кронаһы Czech Koruna Чехия CZK 203 2 CZE 203 (4) CZK ¤
 Джибути франкы Djibouti Franc Джибути DJF 262 0 DJI 262 DJF ¤
Дат  кронаһы Danish Krone Дания; Гренландия; Фарер  утрауҙары DKK 208 2 DNK 208 DKK ¤
Доминикан  песоһы Dominican Peso Доминикан Республикаһы DOP 214 2 DOM 214 DOP U+0024 ($)
Алжир  динары Algerian Dinar Алжир DZD 012 2 DZA 012 E71 DZD ¤
Мысыр фунты Egyptian Pound Мысыр EGP 818 2 EGY 818 EGP U+00A3 (£)
Накфа Nakfa Эритрея ERN 232 2 ERI 232 ERN ¤
Эфиопия быры Ethiopian Birr Эфиопия ETB 230 2 ETH 231 C27 ETB ¤
Евро Euro Австрия; Аланд утрауҙары[a 1]; Андорра; Бельгия; Ватикан; Гваделупа; Германия; Греция; Ирландия; Исландия[a 2]; Испания; Италия; Кипр, Латвия, Люксембург; Литва; Майотта; Мальта, Мартиника; Монако; Нидерланд; Португалия; Реюньон; Сан-Марино; Сен-Бартелеми; Сен-Мартен; Словакия; Словения; Сен-Пьер һәм Микелон; Финляндия; Франция; Француз Гвианаһы; Француз Көньяҡ һәм Антарктик территориялары; Черногория; Эстония EUR 978 2 (31) EUR U+20AC (€)
 Фиджи доллары Fiji Dollar Фиджи FJD 242 2 FJI 242 FJD U+0024 ($)
  Фолкленд утрауҙары фунты Falkland Islands Pound Фолкленд утрауҙары FKP 238 2 FLK 238 FKP U+00A3 (£)
Фунт стерлинг  Pound Sterling Бөйөк Британия; Гернси; Джерси; Мэн утрауы GBP 826 2 GBR 826 (27) GBP U+00A3 (£)
Лари Lari Грузия GEL 981 2 GEO 268 GEL ¤
Гана седийы Ghana Cedi Гана GHS 936 2 GHA 288 GHS U+20B5 (₵)
Гибралтар  фунты Gibraltar Pound Гибралтар GIP 292 2 GIB 292 GIP U+00A3 (£)
Даласи Dalasi Гамбия GMD 270 2 GMB 270 GMD ¤
Гвинея франкы Guinea Franc Гвинея GNF 324 0 GIN 324 GNF ¤
Кетсаль Quetzal Гватемала GTQ 320 2 GTM 320 GTQ ¤
Гайана доллары Guyana Dollar Гайана GYD 328 2 GUY 328 GYD U+0024 ($)
Гонконг  доллары Hong Kong Dollar Гонконг HKD 344 2 HKG 344 (2) HKD U+0024 ($)
Лемпира Lempira Гондурас HNL 340 2 HND 340 HNL ¤
Хорват  кунаһы Kuna Хорватия HRK 191 2 HRV 191 HRK ¤
Гурд Gourde Гаити HTG 332 2 HTI 332 HTG ¤
Форинт Forint Венгрия HUF 348 2 HUN 348 K85 HUF ¤
Рупия Rupiah Индонезия IDR 360 2 IDN 360 IDR U+20A8 (₨)
Яңы  Израиль  шекеле New Israeli Sheqel Израиль ILS 376 2 ISR 376 ILS U+20AA (₪)
Һинд рупияһы Indian Rupee Һиндостан; Бутан INR 356 2 IND 356 (2) INR U+20B9 (₹)
Ираҡ динары Iraqi Dinar Ираҡ IQD 368 3 IRQ 368 (3) IQD ¤
Иран  риалы Iranian Rial Иран IRR 364 2 IRN 364 IRR U+FDFC (﷼)
Исланд  кронаһы Iceland Krona Исландия ISK 352 0 ISL 352 ISK ¤
Ямайка доллары Jamaican Dollar Ямайка JMD 388 2 JAM 388 JMD U+0024 ($)
Иордан  динары Jordanian Dinar Иордания JOD 400 3 JOR 400 JOD ¤
Иена Yen Япония JPY 392 0 JPN 392 (2) JPY U+00A5 (¥)
Кения шиллингы Kenyan Shilling Кения KES 404 2 KEN 404 KES ¤
Сом Som Ҡырғыҙстан KGS 417 2 KGZ 417 KGS ¤
Риель Riel Камбоджа KHR 116 2 KHM 116 (C23) KHR U+17DB (៛)
Комор франкы Comoro Franc Комор Утрауҙары KMF 174 0 COM 174 KMF ¤
Төньяҡ Корея вонаһы North Korean Won КХДР KPW 408 2 PRK 408 (2) KPW U+20A9 (₩)
Вона Won Корея Республикаһы KRW 410 0 KOR 410 K09 KRW U+20A9 (₩)
Күвейт динары Kuwaiti Dinar Кувейт KWD 414 3 KWT 414 KWD ¤
 Кайман утрауҙары доллары Cayman Islands Dollar Кайман Утрауҙары KYD 136 2 CYM 136 KYD U+0024 ($)
Тәңкә Tenge Ҡаҙағстан KZT 398 2 KAZ 398 KZT U+20B8 (₸)
Кип Kip Лаос LAK 418 2 LAO 418 LAK U+20AD (₭)
Ливан фунты Lebanese Pound Ливан LBP 422 2 LBN 422 LBP U+00A3 (£)
Шри-Ланка рупияһы Sri Lanka Rupee Шри-Ланка LKR 144 2 LKA 144 A43 LKR U+20A8 (₨)
Либерия доллары Liberian Dollar Либерия LRD 430 2 LBR 430 LRD U+0024 ($)
Лоти Loti Лесото LSL 426 2 LSO 426 LSL ¤
Литва литы Lithuanian Litas Литва LTL 440 2 LTU 440 LTL ¤
Ливия динары Libyan Dinar Ливия LYD 434 3 LBY 434 LYD ¤
Марокко дирхамы Moroccan Dirham Марокко; Көнбайыш Сахара MAD 504 2 MAR 504 MAD ¤
Молдаван лейы Moldovan Leu Молдавия MDL 498 2 MDA 498 MDL ¤
Малагасий  ариарийы Malagasy Ariary Мадагаскар MGA 969 2 MDG 450 MGA ¤
Денар Denar Македония MKD 807 2 MKD 807 MKD ¤
Кьят Kyat Мьянма MMK 104 2 MMR 104 MMK ¤
Тугрик Tugrik Монголия MNT 496 2 MNG 496 (4) MNT U+20AE (₮)
Патака Pataca Макао MOP 446 2 MAC 446 MOP ¤
Угия Ouguiya Мавритания MRU 929 2 MRT 478 MRO ¤
Маврикий  рупияһы Mauritius Rupee Маврикий MUR 480 2 MUS 480 MUR U+20A8 (₨)
Руфия Rufiyaa Мальдив MVR 462 2 MDV 462 MVR ¤
Квача Kwacha Малави MWK 454 2 MWI 454 MWK ¤
Мексикан  песоһы Mexican Peso Мексика MXN 484 2 MEX 484 E43 MXN U+0024 ($)
Мексика инверсия берәмеге Mexican Unidad de Inversion Мексика MXV 979 2 MEX 484 MXV ¤
Малайзия ринггиты Malaysian Ringgit Малайзия MYR 458 2 MYS 458 A36 MYR ¤
Мозамбик  метикалы Mozambique Metical Мозамбик MZN 943 2 MOZ 508 MZN ¤
 Намибия доллары Namibia Dollar Намибия NAD 516 2 NAM 516 NAD U+0024 ($)
Найра Naira Нигерия NGN 566 2 NGA 566 NGN U+20A4 (₦)
Алтын кордоба Cordoba Oro Никарагуа NIO 558 2 NIC 558 NIO ¤
Норвег кронаһы Norwegian Krone Норвегия; Буве; Шпицберген һәм Ян-Майен NOK 578 2 NOR 578 NOK ¤
Непал  рупияһы Nepalese Rupee Непал NPR 524 2 NPL 524 NPR U+20A8 (₨)
Яңы зеланд  доллары New Zealand Dollar Яңы Зеландия; Ниуэ; Кук Утрауҙары; Питкэрн Утрауҙары; Токелау NZD 554 2 NZL 554 NZD U+0024 ($)
Оман  риалы Rial Omani Оман OMR 512 3 OMN 512 OMR U+FDFC (﷼)
Бальбоа Balboa Панама PAB 590 2 PAN 591 PAB ¤
Яңы соль Nuevo Sol Перу PEN 604 2 PER 604 PEN ¤
Кина Kina Папуа — Яңы Гвинея PGK 598 2 PNG 598 PGK ¤
Филиппин  песоһы Philippine Peso Филиппин PHP 608 2 PHL 608 PHP U+20B1 (₱)
Пакистан  рупияһы Pakistan Rupee Пакистан PKR 586 2 PAK 586 (2) PKR U+20A8 (₨)
Злотый Zloty Польша PLN 985 2 POL 616 (3) PLN ¤
Гуарани Guarani Парагвай PYG 600 0 PRY 600 PYG U+20B2 (₲)
Катар  риалы Qatari Rial Катар QAR 634 2 QAT 634 QAR U+FDFC (﷼)
Яңы румын  лейы Romanian Leu Румыния RON 946 2 ROU 642 (2) ROL ¤
Серб  динары Serbian Dinar Сербия RSD 941 2 SRB 688 ¤
Рәсәй һумы   Russian Ruble Рәсәй RUB 643 2 RUS 643 RUB U+20BD (₽)
 Руанда франкы Rwanda Franc Руанда RWF 646 0 RWA 646 RWF ¤
Сәғүд  риялы Saudi Riyal Сәғүд Ғәрәбстаны SAR 682 2 SAU 682 SAR ¤
  Соломон Утрауҙары доллары Solomon Islands Dollar Соломон Утрауҙары SBD 090 2 SLB 090 SBD U+0024 ($)
Сейшел  рупияһы Seychelles Rupee Сейшел Утрауҙары SCR 690 2 SYC 690 SCR U+20A8 (₨)
Судан  фунты Sudanese Pound Судан SDG 938 2 SDN 729 (2) U+00A3 (£)
Швед  кронаһы Swedish Krona Швеция SEK 752 2 SWE 752 B07 SEK ¤
Сингапур  доллары Singapore Dollar Сингапур SGD 702 2 SGP 702 SGD U+0024 ($)
 Изге  Елена фунты Saint Helena Pound Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары SHP 654 2 SHN 654 SHP U+00A3 (£)
Леоне Leone Сьерра-Леоне SLL 694 2 SLE 694 SLL ¤
Сомали шиллингы Somali Shilling Сомали SOS 706 2 SOM 706 SON ¤
Суринам  доллары Surinam Dollar Суринам SRD 968 2 SUR 740 SRD U+0024 ($)
Көньяҡ Судан   фунты South Sudanese Pound Көньяҡ Судан SSP 728 2 SSD 728 U+00A3 (£)
Добра Dobra Сан-Томе һәм Принсипи STN 930 2 STP 678 STD ¤
Сальвадор колоны El Salvador Colon Сальвадор SVC 222 2 SLV 222 SVC U+20A1 (₡)
Сүриә  фунты Syrian Pound Сүриә SYP 760 2 SYR 760 SYP U+00A3 (£)
Лилангени Lilangeni Эсватини SZL 748 2 SWZ 748 SZL ¤
Бат Baht Таиланд THB 764 2 THA 764 B70 THB U+0E3F (฿)
Сомони Somoni Тажикстан TJS 972 2 TJK 762 TJS ¤
Яңы  төркмән манаты Turkmenistan New Manat Төркмәнстан TMT 934 2 TKM 795 TMM ¤
Тунис  динары Tunisian Dinar Тунис TND 788 3 TUN 788 B76 TND ¤
Паанга Pa’anga Тонга TOP 776 2 TON 776 TOP ¤
Төрөк лираһы  Turkish Lira Төркиә TRY 949 2 TUR 792 A13 TRL U+20BA (₺)
Тринидад һәм Тобаго доллары Trinidad and Tobago Dollar Тринидад һәм Тобаго TTD 780 2 TTO 780 TTD U+0024 ($)
Яңы  тайвань  доллары New Taiwan Dollar Тайвань TWD 901 2 TWN 158 TWD U+0024 ($)
Танзания шиллингы Tanzanian Shilling Танзания TZS 834 2 TZA 834 TZS ¤
Гривна Hryvnia Украина UAH 980 2 UKR 804 UAH U+20B4 (₴)
Уганда шиллингы Uganda Shilling Уганда UGX 800 2 UGA 800 UGX ¤
АҠШ доллары US Dollar АҠШ; Америка Самоаһы; Бонэйр; Синт-Эстатиус; Саба; Һинд океанындағы Британия территорияһы; Британия Виргин утрауҙары; Америка Виргин утрауҙары; Көнсығыш Тимор; Гаити; Гуам; АҠШ-тың Тышҡы кесе утрауҙары; Маршалл Утрауҙары; Микронезия; Тёркс һәм Кайкос; Палау; Панама; Пуэрто-Рико; Сальвадор; Төньяҡ Мариан утрауҙары; Эквадор USD 840 2 USA 840 (119) USD U+0024 ($)
Киләһе көн доллары  US Dollar (Next day) АҠШ USN 997 2 USA 840 USDN U+0024 ($)
Шул уҡ көн доллары  US Dollar (Same day) АҠШ USS 998 2 USA 840 USDS U+0024 ($)
Уругвай  песоһы индексланған берәмектәрҙә Urguguay Peso en Unidades Indexadas Уругвай UYI 940 0 URY 858 U+0024 ($)
Уругвай  песоһы Peso Uruguayo Уругвай UYU 858 2 URY 858 UYU U+0024 ($)
Үзбәк һумы Uzbekistan Sum Үзбәкстан UZS 860 2 UZB 860 UZS ¤
Боливар фуэрте Bolivar Венесуэла VEF 937 2 VEN 862 VEF ¤
Донг Dong Вьетнам VND 704 0 VNM 704 (2) VND U+20AB (₫)
Вату Vatu Вануату VUV 548 0 VUT 548 VUV ¤
Тала Tala Самоа WST 882 2 WSM 882 WST ¤
КФА BEAC франкы CFA Franc BEAC Габон; Камерун; Конго Республикаһы; Үҙәк Африка Республикаһы; Чад; Экваториаль Гвинея XAF 950 0 (2) XAF ¤
Көмөш (троя унцияһы) Silver XAG 961 N.A. (A91) ¤
Алтын (троя унцияһы) Gold XAU 959 N.A. (A90) ¤
Европа состав берәмеге EURCO European Composite Unit (EURCO) Европа берләшмәләре XBA 955 N.A. XBA ¤
Европа валюта берәмеге EMU-6 European Monetary Unit (E.M.U.-6) Европа берләшмәләре XBB 956 N.A. XBB ¤
Европа хисаплашыу берәмеге EUA-9 European Unit of Account 9 (E.U.A.-9) Европа берләшмәләре XBC 957 N.A. XBC ¤
Европа хисаплашыу берәмеге EUA-17 European Unit of Account 17 (E.U.A.-17) Европа берләшмәләре XBD 958 N.A. XBD ¤
Көнсығыш кариб доллары East Caribbean Dollar Ангилья; Антигуа һәм Барбуда; Гренада; Доминика; Монтсеррат; Сент-Винсент һәм Гренадин; Сент-Китс һәм Невис; Сент-Люсия XCD 951 2 XCD U+0024 ($)
СДР (махсус үтескә алыу хоҡуғы) SDR (Special Drawing Right) Халыҡ-ара валюта фонды XDR 960 N.A. XDR ¤
Франк UIC UIC-Franc Халыҡ-ара тимер юлдар берлеге (Франция) XFU N.A. XFU ¤
КФА BCEAO франкы CFA Franc BCEAO Бенин; Буркина-Фасо; Гвинея-Бисау; Кот-д’Ивуар; Мали; Нигер; Сенегал; Того XOF 952 0 XOF ¤
Палладий (троя унцияһы) Palladium XPD 964 N.A. (A34) ¤
КФП франкы CFP Franc Француз Полинезияһы; Яңы Каледония; Уоллис һәм Футуна XPF 953 0 XPF ¤
Платина (троя унцияһы) Platinum XPT 962 N.A. (A92) ¤
Сукре Sucre Төбәк үҙ-ара хисаплашыуҙар берҙәм системаһы XSU 994 N.A. ¤
Тест  коды Testing Code XTS 963 N.A. ¤
 ADB хисаплашыу берәмеге ADB Unit of Account Африка үҫеш банкы XUA 965 N.A. ¤
Валютаһыҙ No Currency XXX 999 N.A.
Йемен  риалы Yemeni Rial Йемен YER 886 2 YEM 887 (2) YER U+FDFC (﷼)
Рэнд Rand Лесото; Намибия; Көньяҡ Африка ZAR 710 2 ZAF 710 ZAR ¤
Замбия квачаһы Zambian Kwacha Замбия ZMW 967 2 ZMB 894 ZMK ¤
Зимбабве доллары Zimbabwe Dollar Зимбабве ZWL 932 2 ZWE 716 ZWD U+0024 ($)
Существующие валюты, дополнительно включённые в справочные материалы Европейского союза
Гернси  фунты Guernsey pound Гернси GGP 2 GGY 831 GGP U+00A3 (£)
Мэн Утрауы фунты  Manx pound Мэн Утрауы IMP 2 IMN 833 B91 IMP U+00A3 (£)
Джерси  фунты Jersey pound Джерси JEP 2 JEY 832 JEP U+00A3 (£)
Существующие валюты и валютные ценности, включённые в ККВ или в классификатор Тейлора
Кук Утрауҙары доллары   Cook Islands Dollar Кук Утрауҙары 2 COK 184 CKD U+0024 ($)
Куба алмашыу сертификаты Cuban Foreign Exchange Certificates Куба ? CUB 192 CUX ¤
Фарер  кронаһы Faeroe Islands Kronur Фарер утрауҙары 2 (?) FRO 234 (A11) FOK ¤
Североирландский фунт Northern Irish Pound Төньяҡ Ирландия 2 IBP U+00A3 (£)
Кирибати доллары Kiribati Dollar Кирибати 2 KIR 296 KID U+0024 ($)
Лихтенштейн  франкы Liechtenstein Franc Лихтенштейн 2 (?) LIE 438 LIF ¤
Маршалл утрауҙары доллары Marshall Islands Dollar Маршалловы Острова 2 (?) MHL 584 MHD U+0024 ($)
Мьянма  алмашыу сертификаты Myanmark Dollar Foreign Exchange Certificates Мьянма 2 MMR 104 MMX ¤
Днестр буйы һумы Transnistrian New Ruble Днестр буйы 2 PDN ¤
Сомалиленд  шиллингы Somaliland Shilling Сомалиленд 2 SQS ¤
Шотланд  фунты Scotland Pound Шотландия 2 A10 SSP U+00A3 (£)
Тёркс һәм Кайкос кронаһы Turks and Caicos Crown Тёркс һәм Кайкос 2 (?) TCA 796 TCC ¤
 Тувалу доллары Tuvalu Dollar Тувалу 2 TUV 798 TVD U+0024 ($)
Британ виргин доллары British Virgin Islands Dollar Британия Виргин утрауҙары 2 VGB 092 VGD U+0024 ($)
Азия хисаплашыу динары Asian Dinar Unit of Account (?) N.A. XAD ¤
Азия валюта   берәмеге Asian Monetary Unit Азия ирекле сауҙа зонаһы N.A. XAM ¤
Ислам  динары Islamic Dinar e-Dinar 0 XID ¤
Шартлы баһалауҙа көмөш  A20 ¤
Родий  грамдарҙа A30 ¤
Родий  троя унцияһында A31 ¤
Палладий  грамдарҙа A33 ¤
Платина   грамдарҙа A76 ¤
Алтын  грамдарҙа A98 ¤
Көмөш грамдарҙа A99 ¤
Зәргәр әйберҙәре B69 ¤
Алтын шартлы баһалауҙа B98 ¤
Аҫыл таштар  B99 ¤

Айырым классификаторҙарҙың үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя стандарты ISO 4217 [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валюталарҙың котировкалары —
 ISO 4217 кодтарын ҡулланыуҙың сағыу өлгөһө

ISO 4217 1978 йылда  Халыҡ-ара  стандартлаштырыу ойошмаһы  (ISO) тарафынан раҫлана һәм әлеге көндә иң киң ҡулланылған һигеҙ [7] һәм ISO  үҙе  өҫтөнлөклө итергә тырышҡан өс стандарт исемлегенә инә[8].

Стандарттың төп нөсхәһе  инглиз һәм француз  телдәрендә баҫыла[1]. Рус теленә һәм донъяның башҡа телдәренә рәсми тәржемә эшләнмәй.  Әммә  ISO 4217 нигеҙендә милли стандарттар — мәҫәлән, Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы йәки Украинанынң валюталар классификаторы (укр. Класифікація валют) эшләнә. Ҡайһы бер илдәрҙә  ISO 4217 үҙе ҡулланыла, ҡалған осраҡтарҙа ул ISO-ла ҡатнашыусы илдәр  өсөн ҡулланыуға тәҡдим ителеп кенә ҡала, ә мотлаҡ үтәлергә тейешле документ итеп бирелмәй.

Донъя стандарты ISO 6166 (ISIN)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ISIN һәм CFI кодтарын файҙаланыуҙың төп өлкәһе — биржа сауҙаһы 

Тағы бер донъя стандарты — ISO 6166,  уға ярашлы 12 разрядлы  хәрефле-цифрлы  ISIN (англ. International Securities Identification Number —  ҡиммәтле ҡағыҙҙың халыҡ-ара идентификацияланыу коды) кодтары эшләнә. Улар бөтәһенән эдек ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы таныу өсөе ҡулланыла, әммә ҡайһы ваҡытта валюталарға, хатта уның сығарылмаларына ла бирелә.  

Ике хәрефле префикс ҡиммәтле ҡағыҙҙың эмитенты урынлашҡан дәүләттең йә аҡса берәмегенең  ISO 3166-1 стандартындағы кодын аңлата, өсөнсөнән ун беренсегә тиклемге символдар ҡиммәтле ҡағыҙҙың йә валютаның милли идентификаторы булып тора  (ингл. National Securities Identifying Number, NSIN; был кодтарҙы вәкәләтле милли  агентлыҡтар бирә), һуңғы символ тикшереү һаны булып хеҙмәт итә. ISO 4217 менән сағыштырғанда был кодтарҙың ҡулланылыу даирәһе күпкә тар  — биржа операциялары, уларҙы иҫәпкә алыу, улар буйынса хисаплашыуҙар һәм клиринг[13][14][15].

Донъя стандарты ISO 10962 (CFI)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ISIN кодтарында финанс инструментын һүрәтләгән мәғлүмәт (тибы, сығарылыш рәүеше, әйләнеш, һүндерелеш үҙенсәлектәре, башҡа мөһим бирелмәләр) юҡ, улар  ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы танытыу өсөн  генә хеҙмәт итә. Был  мәғлүмәттәр CFI (ингл. Classification of Financial Instruments — финанс инструменттары классификацияһы) кодтарына индерелгән, был кодтарҙы биреү  ISO 10962 стандарты менән көйләнә. CFI латин хәрефтәренән төҙөлгән 6 разрядлы код булып тора,  унда  I разряд — ҡиммәтле ҡағыҙҙың категорияһын, II разряд — категория эсендәге төркөмдө, III—VI разрядтар  финанс инструментының мөһим үҙенсәлектәрен белдерә. Шулай итеп, CFI  кодтары уникаль булып тормай, әммә  ISIN[16][14][17] кодтарын аныҡлаштыра һәм улар менән бергә ҡулланыла.

Валюталарға ISO 10962 стандартына ярашлы  MRCXXX коды бирелә,  был код валюталарҙы биржа сауҙаһының айырым тибы сифатында  һүрәтләй:

Валюталарҙан тыш   MR төркөмөндә түбәндәгеләр бар:

  • T — «Тауарҙар» (ингл. Commodities);
  • R — «Процент  ставкалары» (ингл. Interest Rates);
  • I — «Индекстар» (ингл. Indices).

2012 йыл башына ҡарата Рәсәйҙең номер биреүсе вәкәләтле агентлығы булған Милли  хисаплашыуҙар  депозитарийы ике финанс инструментына —  Рәсәй һумына[9] һәм һумдың евроға ҡарата кросс-курсына (ISIN — RU0001458465)[18] MRCXXX кодын бирә.

Донъя стандарты ISO 10646 (Unicode, Юникод)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Долларҙың аҡса ҡаптарына төшөрөлгән бер йә ике вертикаль һыҙыҡлы билдәһе

Валюталарҙың атамалары, кодтарҙан тыш,  ҡыҫҡартмалар  (аббревиатуралар) йә махсус билдәләр (символдар) менән күрһәтелергә мөмкин. Бындай билдәләрҙе ҡулланыуҙы көйләүсе халыҡ-ара стандарт булып Юникод хеҙмәт итә [19] (уның элеккерәк версиялары   ISO 10646 стандарты менән яраштырылған). Стандарттың кодтары  хәрефтәрҙең һәм һандарҙың дүрт йә биш урынлы теҙмәһенән тора, унда тәүге өсәүһе  (биш урынлы кодтарҙа — тәүге дүртеһе)  кодтар таблицаһының бағанаһын, ә һуңғыһы юлын күрһәтә. Шулай итеп, дөйөм алғанда код таблицалағы ояның  номеры булып тора. Йәнә код алдына U+ префиксы ҡуйыла, ул кодтың нәҡ Юникод стандартына ҡарауын белдерә.

Милли стандарттар: ОКВ, УКВ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы (рус. Общероссийский классификатор валют, ОКВ) Бөтә Рәсәй стандартлаштырыу һәм сифат  классификацияһы, терминологияһы һәм мәғлүмәте  ғилми-тикшеренеү институты һәм Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы тарафынан эшләнә һәм беренсе тапҡыр 1994 йылда баҫылып сыға (ОКВ:1994), ул Дөйөм Союз валюталар классификаторын (ОКВ:1984) алмаштыра.  2000 йылда  стандарттың икенсе редакцияһы (ОКВ:2000) раҫлана. Ике редакция ла әйләнештәге валюталар буйынса  ISO 4217 стандартының  төп таблицаһын һүҙмә-һүҙ тигәндәй ҡабатлай, ләкин валютаның ваҡлау берәмектәре тураһында мәғлүмәт бирмәй.  

Украинала ла  ISO 4217 стандарты тура йоғонтоло документ түгел, уның нигеҙендә   локаль милли Валюталар классификаторы (укр. Класифікація валют) эшләнә. Рәсәй  локализацияһы менән сағыштырғанда Украинаныҡы сифатлыраҡ һәм тулыраҡ булып тора, Рәсәйҙекенән айырмалы рәүештә,   унда ISO 4217-лә аталған валюталар һәм валюта ҡиммәттәре тулыраҡ һүрәтләнә,   валюталарҙың һәм дәүләттәрҙең инглиз телендәге атамалары ла, әйләнештән сыҡҡан кодтар таблицалары ла бирелә[20].

Рәсәй тармаҡ  стандарттары: ККВ, КВ ФНС[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә затлы металдар  грамдарҙа үлсәнә,
 ISO 4217-лә — троя унцияларында.
Һулда 1 кг алтын (ККВ коды — A98),
уңда  1 унция алтын (ISO 4217 коды — XAU)

Клиринг валюталары классификаторының  (ККВ) бер-береһенең вариҫы булып килгән бер нисә редакцияһы бар. 1997 йылда  Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы ҡабул иткән редакцияһы (ККВ ЦБ РФ) әле лә таможня органдарында һәм банктар тармағында ҡулланылышта йөрөй.

Тармаҡ валюта классификаторҙарының тағы бер миҫалы —  Федераль һалым хеҙмәтенең  валюталар кодификаторы, ул, мәҫәлән,  «Электрон авиабилетҡа юл аҫты тәржемәһе кәрәкмәүе тураһында»ғы Хатҡа ҡушымта итеп баҫтырылған[21].

Дәүләт-ара стандарттар: МКВ, КВ ТС[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер яҡтан, БДБ-ның һәм Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй Таможня берлегенең  ағзаһы булған һәм, икенсе яҡтан, тура йоғонто яһау документы булған ISO 4217 стандартын ҡулланмаған  Рәсәй үрҙә аталған ике ойошма сиктәрендә сығарылған ике дәүләт-ара валюталар классификаторын  — Дәүләт-ара валюталар классификаторын (МКВ) һәм Таможня берлегенең валюталар классификаторын  (КВ ТС) тотонорға тейеш. Беренсеһе — 1997 йылдың апрелендә Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы (МГС), икенсеһе  2010 йылдың сентябрендә Таможня берлеге комиссияһы тарафынан раҫланған.

Был ике классификатор ОКВ-ға оҡшаған һәм  ISO 4217 стандартынан айырмалары ла Рәсәй милли стандартыныҡы кеүек үк.

Айырым классификатор — Тейлор кодтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тейлор кодтары ISO 4217-нең хәреф кодтары яһалыу принциптары буйынса эшләнгән, әммә уны дөйөм донъя стандартына эләкмәгән ҡайһы бер төбәк, айырым, тарихи, күсеү  осоро, ваҡыт һәм  параллель (ҡулаҡса һәм  ҡулаҡсаһыҙ, тик коллекцион түгел) валюталар менән тулыландырғандар.  ISO 4217 кеүек үк,  Тейлор  коды ла ике өлөштән тора:

  • хәрефтәрҙең беренсе төркөмө (икенән бишкә тиклем) валюта эмитентының идентификаторы булып тора  (ҡағиҙә булараҡ, ике хәреф ҡулланылыштағы  валюталарҙы билдәләй һәм  ISO 3166-1 стандартының alfa-2 кодтарын ҡабатлай; өс хәреф юҡҡа сыҡҡан дәүләттәрҙе белдерә; дүрт хәреф — дәүләт эсендәге территорияларҙы, биш хәреф тағы ла бәләкәйерәк административ берәмектәрҙе, мәҫәлән, ҡалаларҙы тасуирлай);
  • хәрефтәрҙең икенсе төркөмө (берҙән икегә тиклем) валютаның (беренсе хәреф) йә уның төрөнөң (икенсе хәреф)  идентификаторы булып тора.

Йәнә X префиксы бар, ул ISO 4217-ләге кеүек үк, күмәкселек валюталарына бирелә. Тейлор кодтарында   дефис  та ҡулланыла (мәҫәлән, күмәкселек валюталарының ниндәй ҙә булһа милли айырыу билдәләре булған сығарылыштарын тасуирлау өсөн)[22].

Шулай итеп, теория йәһәтенән  Тейлор кодтарына өстән алып етегә тиклем хәреф инә ала, ләкин ғәмәлдә  иң оҙондары ла биш хәрефтән артмай.

Стандарт
(классификатор)
Стандарттың
нәшерсеһе
Стандарт
тибы
Стандартты
ҡулланыусы илдәр
Стандарттың
теле
Валюта кодының тибы Ваҡланыусы
берәмектәр
Валютаның
әйләнеү
территориялары
Тарихи
валюталар
Төп даталар
хәрефле һанлы Раҫланған Көсөнә
ингән
Һуңғы
яңыртылыу
Көсөн
юғалтҡан
Ғәмәлдәге стандарттар һәм классификаторҙар
ISO 4217:2008 ISO Донъя 163[24] Инглиз, француз ДаYY ДаYY [24]Y ДаYY ДаYY 2008 2008 31.08.2012ДаY Ғәмәлдә
ККВ ЦБ РФ РФ Үҙәк Банкы,
РФ ФТС
Милли, тармаҡ 1 Рус Ҡатнаш НетNN НетNN [25]N 28.07.1997НетN 01.01.1998НетN (01.09.1997НетN) 21.08.2012[26] Ғәмәлдә
КВ ТС ТС Комиссияһы Дәүләт-ара 3НетN Рус ДаYY НетNY [27]N ДаYY НетNN 20.09.2010[27] 01.01.2011[27] 16.08.2012[27] Ғәмәлдә
ISO 4217:EU ЕС Европа 27 23 тел Евроберлек аппараты өсөн тура йоғонтоло документ булған ISO 4217:2008-ҙе ҡабатлай;
өҫтәмә рәүештә өс валютаны, ваҡ аҡса берәмектәре атамаларын индерә
05.06.2012 Ғәмәлдә
ОКВ:2000 Дәүләт стандарты Милли 1 Рус ДаYY ДаYY НетNN ДаYY НетNN 25.12.2000[28] 01.07.2001[28] 24.05.2012[28] Действует
Unicode 6.1.0
(ISO 10646)
Unicode
(ISO)
Айырым
(Донъя)
Тиҫтәләрсә ойошма[29]
(163[24])
Инглиз Ҡатнаш ДаYY ДаYN ДаYY 1991 (1993)[28] 1991 (1993)[30] 31.01.2012[31] Действует
КВ Федераль һалым хеҙмәте Федераль һалым хеҙмәте Милли, тармаҡ 1 Рус ДаYY НетNN [24]N ДаYY НетNN н/д н/д 01.12.2009ДаY Ғәмәлдә
МКВ МГС (БДБ) Дәүләт-ара 11НетN Рус ДаYY ДаYY НетNN ДаYY ДаYN 25.04.1997[32] 25.04.1997[32] 11.11.2009[30] Ғәмәлдә
Тейлор кодтары GFD Айырым Инглиз ДаYY НетNN [32]Y ДаYY ДаYY < 28.01.2001[33] 16.04.2004[33] Ғәмәлдә
Ғәмәлдә булмаған стандарттар
ОКВ:1994 Дәүләт стандарты Милли 1 Рус ДаYY ДаYY НетNN ДаYY ДаYN 26.12.1994[34] 01.07.1995[34]
(01.07.1997)ДаY
26.01.2001[33] 01.07.2001[34]
ККВ ГТК РФ ГТК Милли, тармаҡ 1 Рус Ҡатнаш НетNN [33]N ДаYN 06.01.1997ДаY 01.01.1997НетN 24.04.1997ДаY 01.01.1998НетN
ОКВ:1984 Дәүләт стандарты Милли 1 Рус [35]Y НетNY НетNN НетNN [36]N 22.03.1984[37] 01.01.1986[37] 21.01.1994[37] 01.07.1995[34]
(01.07.1997)[35]
УЦОВ Внешторгбанк Милли,
тармаҡ-ара
1 Рус ДаYY ДаYY НетNN [38]N [39]N н/д н/д 21.01.1994[38] 01.07.1995[34]
(01.07.1997)[35]
ISO 4217:1981 ISO Донъя н/д Инглиз, француз ДаYY НетNY НетNN ДаYY ДаYN 1981 1981 н/д 1987
ISO 4217:1978 ISO Донъя н/д Инглиз, француз НетNY НетNN НетNN ДаYY НетNN 1978НетN 1978[40] н/д 1981

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 ISO, 2011, Ref. 1149 dd 31.07.2008 New 2008 edition of ISO standard on currency codes
  2. ISO 4217: Table A.1, 2011
  3. ISO 4217: Table A.2, 2011
  4. ISO 4217: Table A.3, 2011
  5. ККВ ЦБ РФ, 2007
  6. 6,0 6,1 Unicode, 2012, Разделы Currency Symbols (Range: 20A0—20CF), Currency Symbols (15.1)
  7. ISO, 2011, Раздел Widely used standards
  8. ISO, 2011, Ref. 871 dd 30.09.2003 ISO reaffirms free-of-charge use of its country, currency and language codes
  9. 9,0 9,1 НРД, 2012, Раздел «Подробная информация по финансовым инструментам: Код RU000A0G9HE0»
  10. ЦДЦБ, 2012, Раздел «Справочник кодов ISIN и CFI»
  11. BVMF, 2012, Раздел Market — Consult — ISIN code: BRBCBRBRL016
  12. BVMF, 2012, Раздел Market — Consult — ISIN code: BRBCBRBRL032
  13. ANNA, 2012, Раздел ISINs & ISO 6166
  14. 14,0 14,1 НРД, 2012, Раздел «Цели присвоения финансовым инструментам кодов ISIN и CFI»
  15. НРД, 2012, Раздел «Общие принципы присвоения кодов ISIN»
  16. ANNA, 2012, Раздел CFI & ISO 10962
  17. НРД, 2012, Раздел «Общие принципы присвоения кодов CFI»
  18. НРД, 2012, Раздел «Подробная информация по финансовым инструментам: Код RU0001458465»
  19. Unicode, 2012, Раздел Currency Symbols (Range: 20A0—20CF)
  20. КВ Украины, 2010
  21. КВ ФНС, 2010
  22. GFD, 2010, Разделы ISO Codes, Country Codes, Currency Codes, Prefixes and Suffixes, Currency History Descriptions, Currency History Descriptions
  23. GFD, 2010, GHOS Excel Worksheet (xls-файл)
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 ISO, 2011, Раздел ISO members
  25. ISO 4217: Latest amendment, 2012
  26. ККВ ЦБ РФ, 1997
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 КВ ТС, 2010
  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 ОКВ, 2000
  29. Unicode, 2012, Раздел The Unicode Consortium Members
  30. 30,0 30,1 Unicode, 2012, Appendix C. Relationship to ISO/IEC 10646
  31. Unicode, 2012, Раздел History of Unicode Release and Publication Dates
  32. 32,0 32,1 32,2 МКВ, 1997
  33. 33,0 33,1 33,2 33,3 GFD, 2010, Дата создания и последней редакции xls-файла
  34. 34,0 34,1 34,2 34,3 34,4 ОКВ, 1994
  35. 35,0 35,1 35,2 Р—164, 1997
  36. ККВ ГТК (ред. 1), 1997
  37. 37,0 37,1 37,2 ККВ ГТК (ред. 2), 1997
  38. 38,0 38,1 ОКВ, 1984
  39. ОКВ, 1986
  40. ISO 4217: Рекомендация №9, 1996

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Өҙөмтә хатаһы: "a" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="a"/> тамғаһы табылманы

  1. {{{1}}}