Варанкин Владимир Валентинович
| Варанкин Владимир Валентинович | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Псевдоним | Vol-Volanto[2] |
| Тыуған көнө | 12 ноябрь 1902[2] |
| Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы[2] |
| Вафат булған көнө | 3 октябрь 1938[2] (35 йәш) |
| Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
| Үлем төрө | үлем язаһы |
| Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d][2] |
| Атаһы | Valentin Jegorovitch Varankin[d] |
| Әсәһе | Nina Varankina[d] |
| Яҙма әҫәрҙәр теле | Эсперанто теле |
| Һөнәр төрө | яҙыусы, Эсперантсы, тарихсы |
| Эшмәкәрлек төрө | тарих[3], творческое и профессиональное письмо[d][3], Эсперанто теле[3] һәм проза[3] |
| Эш урыны | Мәскәү тарих-архив институты |
| Ойошма ағзаһы | Lingva Komitato[d] |
Варанкин Владимир Валентинович (30 октябрь (12 ноябрь) 1902, Түбәнге Новгород — 3 октябрь 1938, Мәскәү) — совет тарихсыһы, эсперантолог, эсперанто яҙыусыһы. Совет Социалистик Республикаһының Үҙәк Комитеты ағзаһы (1921), Эсперанто академияһының лингвистик комитеты ағзаһы (1921)[4][5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Валентинович Варанкин 1902 йылдың 12 ноябрендә тыуған. Атаһы — Валентин Егорович (1921 йылда вафат була) —Ҡыҙыл Армияға мобилизацияланғансы һаҡлыҡ банкы менән идара итә, ә әсәһе Нина Алексеевна (1953 йылда вафат була) китапханасы була. Владимир Валентинович белеме буйынса тарихсы, Көнбайыш Европа тарихы буйынса махсуслаша. Сит телдәр мәктәбе (һуңыраҡ 2-се Мәскәү дәүләт сит телдәр педагогия институтына үҙгәртелә) директоры була. 1935 йылдан Мәскәү тарих-архив институтының донъя тарихы кафедраһын етәкләй[6].
1919 йылдан алып эсперантсы була һәм совет эсперанто хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша[7]. 1920 йылда уҡ ул Түбәнге Новгород губернаһында 40-ҡа яҡын эсперанто ячейкаһы ойоштора[8]. 1921 йылдың июнендә Петроградта үткән 3-сө Бөтә Рәсәй эсперантистар съезында Совет илдәре эсперантистар союзы ойошторола (1927 йылда Совет Республикалары эсперантистар союзы тип үҙгәртелә), Варанкин Владимир Валентинович Союздың Үҙәк комитетына һайлана һәм ғүмеренең аҙағына тиклем Союз эшендә әүҙем ҡатнаша.
1930-сы йылдарҙың икенсе яртыһында совет эсперанто-хәрәкәте өҫтөндә болоттар ҡуйыра; СЭСР ҮК-ның бөтә составы тиерлек һәм байтаҡ ябай эсперантсылар "шпионаж"да уйланылған ғәйепләү буйынса репрессиялана . Владимир Варанкин 1938 йылдың 7 февраленән 8 февраленә ҡарай төндә «советтарға ҡаршы троцкистик террористик ойошмала ҡатнашыусы һәм был ойошманың „Союз үҙәге“ тип аталған ойошма ағзаһы» булараҡ ҡулға алына[9] . Артабан Варанкиндың исеме «Мәскәү өлкәһе. 1-се категория» бүлегендә НКВД һәм И. В. Сталин һәм В. М. Молотов имзалаған 1938 йылдың 29 сентябрендәге " СССР Юғары суды хәрби коллегияһы тарафынан судҡа бирелгән кешеләр исемлегендә " табыла[10]; ошоноң менән Варанкиндың яҙмышы хәл ителә, сөнки беренсе категория «язаның иң юғары сараһы» тигәнде аңлата. 1938 йылдың 3 октябрендә Хәрби коллегия Варанкинды хөкөм итә, шул уҡ көндә хөкөм ҡарары ғәмәлгә ашырыла[10] . 1957 йылдың 11 майында Варанкин реабилитациялана, енәйәткә дәлилдәр булмау сәбәпле енәйәт эше ябыла[11].
Ҡатыны: Варанкина (тыумышы менән Муравина) Августа Николаевна 1902 йылда тыуған.
Ҡыҙы: Варанкина (шулай уҡ Дмитриева, шулай уҡ Жигулева, Фаина Владимировна), 1924 йылғы, Түбәнге Новгородта йәшәй.
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Валентинович Варанкин эсперанто өйрәнеү буйынса байтаҡ эштәр яҙған, улар тәү сиратта совет республикаларының эсперантсылар союзы матбуғаты органы «Халыҡ-ара тел» журналында баҫылған мәҡәләләр. Уның Teorio de Esperanto («Эсперанто теорияһы») (1929) хеҙмәте эсперанто лексикаһының этимологияһын, шулай уҡ был телдең фонетикаһын, морфологияһын һәм синтаксисын өйрәнеүгә арналған [4] .
1933 йылда Варанкиндың Metropoliteno («Метрополитен») романы EKRELO (Революцион эсперанто әҙәбиәте нәшриәт кооперативы, Амстердам) тарафынан баҫылып сыға [12] . Мауыҡтырғыс фабулаһы һәм оҫта характеристикалы персонаждары менән айырылып торған романдың темаһы булып 1928—1929 йылдарҙа Мәскәүҙә метрополитен төҙөү тора. Романдың төп геройы — Берлинға метро төҙөү тәжрибәһен өйрәнергә ебәрелгән йәш совет инженеры. Унда ул немец коммунистарының тормошо һәм сәйәси көрәше менән таныша, шулай уҡ сәйәхәткә тиклемге Мәскәүҙәге тормошо һәм Берлиндағы ваҡиғалар тураһында автобиографик роман яҙа[7]
Әҙәбиәтселәр бер тауыштан Варанкинды — Кабе , А.Вальен, Г.Лойкен, А. А. Сахаров, Р.Шварц, Д.Баги, К.Россетти менән бергә — эсперанто прозаһы үҫеше менән бәйле төп шәхестәр исемлегенә индерә[13][4]. 1977 йылда, Копенгагенда, «Метрополитен» романының икенсе баҫмаһы сыҡҡас, Эсперанто академияһы рәйесе У. Олд, «онотолған шедевр»ҙы ҡабаттан баҫтырыуҙы сәләмләп, романға юғары баһа бирә[5][7].
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эсперантология буйынса хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Varankin V. Teorio de Esperanto. — Moskvo: C. K. SEU, 1929. — 67 p.
«Митрополия» романының баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Varankin V. Metropoliteno. — Amsterdam: EKRELO, 1933. — 200 p.
- Varankin V. Metropoliteno. 2 eld. — Kopenhago: Thorben Kehlet, 1977. — 252 p. — ISBN 87-87089-10-6.
- Varankin V. Metropoliteno / перевод на англ. язык Марты Эванс. — Antwerpen: Thorben Kehlet — Stafeto, 1979. — 312 p. — ISBN 90-6336-016-9.
- Varankin V. Metropoliteno. — Moskva: Progreso, 1992. — 244 p. — ISBN 5-01-002952-9. (Репринт издания 1933 г.)
- Varankin V. Metropoliteno. 3 eld. — Jekaterinburg: Sezonoj, 1992. — 260 p.
- Варанкин В. В. Метрополитен / перевод на рус. язык А. Александрова. — М.: Импэто, 2008. — 272 с. — ISBN 87-87089-10-6.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #30543044 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- 1 2 3 4 5 Gorecka H., Korĵenkov A. Nia diligenta kolegaro (эспер.): Biografioj de 200 eminentaj esperantistoj — Litova Esperanto-Asocio, Sezonoj, 2018.
- 1 2 3 4 Varankin, Vladimir Valentinovič // База данных Национальной библиотеки Чешской Республики
- 1 2 3 Королевич, 1989
- 1 2 N. Stepanov. Vladimir Varankin kaj lia libro (эсп.). Дата обращения: 24 сентября 2021. Архивировано 24 сентября 2021 года.
- ↑ N. Stepanov. Vladimir Varankin kaj lia libro (эсп.). Дата обращения: 24 сентября 2021. Архивировано 24 сентября 2021 года.
- 1 2 3 Генерацияланған: :Шаблон: Sfn
- ↑ N. Stepanov. Vladimir Varankin kaj lia libro (эсп.). Дата обращения: 24 сентября 2021. Архивировано 24 сентября 2021 года.
- ↑ Владимир Варанкин. Esperanto en Rusio. — СПРАВКА по архивно-следств. делу No. 964677, апрель 1954 г. Дата обращения: 4 июня
- 1 2 ВАРАНКИН Владимир Валентинович. Сталинские расстрельные списки. Дата обращения: 24 сентября 2021. Архивировано 24 сентября 2021 года.
- ↑ N. Stepanov. Vladimir Varankin kaj lia libro (эсп.). Дата обращения: 24 сентября 2021. Архивировано 24 сентября 2021 года.
- ↑ Varankin, 1933
- ↑ Токарев, 1991
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Королевич А. И. Книга об эсперанто. — Киев: Наукова думка, 1989. — 256 с. — ISBN 5-12-000985-9.
- Токарев Б. В. Об эсперантской поэзии // Проблемы международного вспомогательного языка. — М.: Наука, 1991. — С. 143—161. — 263 с. — ISBN 5-02-016810-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. Варанкин. Методика агитации и пропаганды Эсперанто. Esperanto en Rusio.
- Vladimir Varankin Metropoliteno (эсп.).
- ПРОЕКТ ВИТАЛИЯ ЗОРИНА (перевод романа Владимира Варанкина «Метрополитен») (рус.).