Варвара Скворчихинская
Варвара Скворчихинская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 20 ноябрь 1890 |
Вафат булған көнө | 14 февраль 1966 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Скворчиха, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Статус канонизации | святой[d] һәм блаженный[d] |
Праздник святого | 18 май |
Скворчихинская Варвара (донъяуи исеме Архангельская Варвара Васильевна; 20 ноябрь 1890 йыл — 14 февраль 1966 йыл, Скворчиха ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы) — рус православие изгеләренән, блаженная.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Блаженная Варвара 1890 йылдың 20 ноябрендә ауыл дин әһеле Василий Александрович Архангельский ғаиләһендә тыуған[1].
1902 йылдың авгусында атаһы уны Өфө ҡатын-ҡыҙҙар епархиаль училищеһына уҡырға алып килә, 1909 йылдың июнендә Варвара Епархия училищеһын йорт уҡытыусыһы хоҡуғын алып тамамлай.
1910 йылдар уртаһында Ҡуғанаҡ, Ира, Богородский ауылдарында, Мәләүездән йыраҡ түгел ауылдарҙа эшләй, һуңғараҡ Буденя ауылы янындағы Скворчиха ауылы мәктәбендә эшләй.
1924 йылда Варвараны Стәрлетамаҡ кантонының Кандаур мәктәбен эшкә күсерәләр, ә 1925—1926 йылдарҙа шул уҡ кантондың Скворчиха ауыл советына ҡараған Новониколаевка ауылына ебәрәләр. Варвара дәрестәренә йыш ҡына дин әһелдәрен саҡыра. 1929 йылда мәктәптә дин тураһында һөйләү тыйылған була. Атеизм уҡытыла башлаған мәктәптә Варвара ҡала алмай, 35 йылдан артыҡ бикләнеп(затворница булып) йәшәй.
Тәүге йыл бикләнеп йәшәгәндә үк Варвара кәңәш һәм ярҙам һорап килгән кешеләрҙе ҡабул иткән, Сиркәүҙе эҙәрлекләү ваҡытында Хоҙай Тәғаләғә ышанмауға һәм аллаһыҙлыҡҡа (безбожиеға) ҡаршы тора.
Варвара иҫке генә фуфайка, кизе-мамыҡ ойоҡ һәм күлдәк кейеп йөрөгән. Кейеме ябай, ҡара, аяҡтарында — резина калуш, ҡайһы саҡ эҫе йәй көнөндә лә быйма кейеп йөрөй. Көн дә йыуылмаған бер үк кейемдә була, үҙе лә йыуынмай, сәстәрен дә тарамай, башына косынка йәки сепрәк урап йөрөй.
Замандаштары һөйләүенсә, Варвараның тауышын «таҙа, асыҡ, фәрештәләрҙеке кеүек нисектер, күңелгә ятышлы, яңғырау, аныҡ дикцияһы аныҡ, була». Блаженная Варвара ыжғыр елдәргә һәм бурандарға асыҡ ҡараңғы һәм яғылмаған һарайҙа йәйге эҫе тынсыуҙа, яҙлы-көҙлө ямғыр, батҡаҡта, һыуыҡта, ҡыш ҡар һәм һыуыҡта йәшәй.
Подвижница күп йылдар буйына тулы ҡараңғылыҡта, яҡтылыҡҡа сыҡмай тиерлек йәшәй. Подвижница һарайҙа көнө-төнө доғалар уҡый, төндәрен ғибәҙәт ҡыла. Үҙе төнгө доға ваҡытында шишмәгә сыға. Блаженая затворница бер тапҡыр ҙа сиркәүгә бармай, әммә бөтә сиркәү йолаларын да тота. Уның янына килгән дин әһелдәре алдында Варвара причастиелар ҡабул итә.
Иман килтереүселәр блаженная Варвараға просфора алып киләләр, ә ул үҙе май шәм, лампада майы, ҙур шрифт менән яҙылған сиркәү китаптарын алып килеүҙәрен һорай. Сиркәү йырҙарын ярата, ҡайһы саҡта үҙе янына килгән ҡыҙҙарҙан доғалар, рухлы йырҙар йырлауын үтенеп һорай. Ул бигерәк тә сиркәү киске служениеһын ярата. Изге блаженная Варвара изге Николай Чудотворецты хөрмәт итә, «ул доғаны тиҙ ишетә» — ти. Шулай уҡ изге Иоанн Кронштадтскийҙы ла хөрмәтләй.
1966 йылдың 14/27 февралендә иртәнсәк вафат була.
Хөрмәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Блаженная Варвараны хөрмәтләү бер ваҡытта ла тынып ҡалмай. Бөтә Русь һәм Мәскәү Изге Патриархы Алексий II ҡушыуы буйынса 2000 йылда Скворчихинская Варвараның тәне Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы Богородица-Тихвин ҡатын-ҡыҙҙар монастырына алына. Өфө епархияһына Патриарх Алексий II урындағы хөрмәтләнгән Скворчиха Варвараһын изге тип һанарға фатихаһын бирә, был прославление чинын Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы Никон (Васюков) үткәрә. 2002 йылда Покровский Енат монастыры наместнигы игумен Симеон (Кувайцев) блаженнаяның акафисын төҙөй, был акафист Өфө епархияһы ғибәҙәтханаларында уҡыла, Скворчихинская Варвара төшөрөлгән иконалар яҙылған.
Скворчиха ауылында (Ишембай районы, Башҡортостан, Рәсәй) изге блаженная Варвара Скворчихинская хөрмәтенә ҡатын-ҡыҙҙар монастыры төҙөлә[2] Ишембай районы Скворчиха ауыл ситендә блаженная Скворчихинская Уфимская) Варвара яратҡан шишмә бар[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. П. Зимина Варвара Скворчихинская // Православная энциклопедия. Том VI: «Бондаренко — Варфоломей Эдесский». — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2003. — С. 566-567. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2003. — С. 566-567. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2
- Газета «Выбор» № 131—134 от 22 октября 2013 года.
- Бакке, И. Паломничество к Варваре Скворчихинской / И. Бакке // Истоки.- 2013.- 11 сент.- С.10.