Варшава университетының шәрҡиәт факультеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Варшава университетының Шәрҡиәт факультеты (пол. Wydział Orientalistyczny Uniwersytetu Warszawskiego) – Варшава университетының егерме факультетының бере. Элек был фәнни тикшеренеү майҙансығы Варшава университетының Шәрҡиәт институты булараҡ билдәле булған (пол. Instytut Orientalistyczny Uniwersytetu Warszawskiego). Факультетта 130 тирәһе уҡытыусы һәм тикшеренеүсе  эшләй, көндөҙгө һәм киске бүлектәрендә 1200-ҙән дә күп студент уҡып тора. Бынан тыш, факультетта шәрҡи телдәр һәм әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә PhD-докторантура кимәлендәге уҡытыу ҙа алып барыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Варшава Университетының Шәрҡиәт институты 1932 йылда барлыҡҡа килә, 1933 йылда дүрт йүнәлештә (мисриәт, һиндиәт, төркиәт һәм синология) уҡытыу башлана. Институтҡа нигеҙ һалған кеше – Станислав Шайер – шулай уҡ уның тәүге директоры вазифаһын башҡарған.

1952 йылда Шәрҡиәт институты Филология факультетының структураһына инә. Һуғыштан һуң был берәмектең фәнни тормошо әүҙемләшә килә. 1964 йылда институт ете кафедранан торған: мисриәт, һиндиәт, төркиәт, әссүриәт, синология, африканистика һәм семитология кафедралары.

1970-1979 йылдарҙа, Шәрҡиәт институтының эске төҙөлөшө үҙгәреү һөһөмтәһендә, киләһе департаменттар (бүлектәр, пол. zakład) барлыҡҡа килә: Яҡын Көнсығыш һәм Африка департаменты, Урта Көнсығыш департаменты, Алыҫ Көнсығыш департаменты һәм Хәҙерге Азия тикшеренеүҙәре департаменты.

1975  йылда ШИ Хәҙерге филология факультетының иң ҙур берәмеге булып тора. Уҡытыу 11 йүнәлештә алып барыла: африканистика, ғәрәбиәт һәм ислам фәндәре, мисриәт, боронғо шәрҡи филология, һинд филологияһы, ираниәт, японистика, монголистика, семитология, синология һәм төркиәт.

1990-1999 йылдарҙа тағы ла бер нисә яңы берәмек барлыҡҡа килә, уларҙың һәр береһе хәҙерге көнгәсә эшләп тора, 2000 йылда мәҙәниәт-ара мөнәсәбәттәр йүнәлеше (пол. Studium Stosunków Międzykulturowych) асыла.

2005 йылдың һыуығайҙың 19 көнөндә Шәрҡиәт институты статусы артып, уға факультет хоҡуҡтары бирелә.Был мәлдән алып ул Варшава Университетының төп берәмектәренең (jednostka podstawowa) береһе булып һанала.

2007 йылда институтҡа 75 йыл тулыу айҡанлы, Мацей Попка мөхәррирләгән 75 lat Instytutu Orientalistycznego Uniwersytetu Warszawskiego (башҡ. Варшава университетының Шәрҡиәт институтының 75 йылы) тигән йыйынтыҡ баҫылып сыға.

2008 йылдың 23 ғинуарында Варшава Университеты Сенаты үҙ ҡарары менән Шәрҡиәт институтының нигеҙендә университеттың ун туғыҙынсы факультетын барлыҡҡа килтерә. Ошо көндән алып, был берәмек рәсми рәүештә Шәрҡиәт факультеты тип атала.

2008 йылдың һабанайҙың 27-ендә ВУ Шәркиәт факультеты Шураһы (Rada Wydziału Orientalistycznego UW) берәмектең төҙөлөшөнә үҙгәрештәр индерә.

Факультеттың хәҙерге төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғәрәбиәт һәм Исламиәт кафедраһы
  • Көньяҡ Азия кафедраһы
  • Японистика кафедраһы
  • Африка телдәре һәм мәҙәниәттәре кафедраһы
  • Гебраистика кафедраһы
  • Ираниәт кафедраһы
  • Европалағы Ислам бүлеге
  • Кореанистика бүлеге
  • Синология бүлеге
  • Төркиәт һәм Үҙәк Азия халыҡтары бүлеге
  • Боронғо Шәреҡ бүлеге
  • Көнсығыш Европа йүнәлеше
  • Мәҙәниәт-ара мөнәсәбәттәр йүнәлеше
  • Буддизм тикшеренеүҙәре ғәмәлханаһы

Идараһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Факультет деканы - доктор, профессор Пётр Тараха (пол. prof. dr hab. Piotr Taracha)
  • Финанс эштәре продеканы - профессор, доктор Юзеф Павловски (пол. prof. dr. hab. Józef Pawłowski)
  • Студент эштәре продеканы - доктор Анна Трынковска (пол. dr. Anna Trynkowska)

Әҙрисе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Wydział Orientalistyczny Uniwersytetu Warszawskiego
Krakowskie Przedmieście 26/28
00-927 Warszawa

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]