Варшава урамы (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Варшава урамы — Санкт-Петербургтың Мәскәү районынындағы эре магистрале. Тимер юл линияһы тоташтырғыстан Галстяный урамына тиклем Новоизмайл проспектына параллель үтә.

Варшава урамының көньяҡ өлөшө янында Краснопутилов урамы

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам һуғыштан һуңғы Ленинрадты төҙөү планына ярашлы Варшава тимер юлы һыҙығы буйлап көнсығыш яҡлап һалына. 1954 йылдың 14 июлендә тимер юлы һәм Варшава вокзалы исемдәренә ярашлы үҙ исемен ала — Варшава урамы. 1967 йылда шоссе Корпусное һәм шоссе (Аэропорт) тимер юл станциялары участкаһы һүтелә һәм поездар Балтик линияһына күсерелә.

Башта Варшава урамы Корпусное шоссенан алып[1] Көньяҡ шоссеға (хәҙер — Краснопутилов урамы)[2] тиклем бара.

Бөтә урам оҙонлоғо тиерлек Новоизмайлов һәм Пулков мердианы округтарының сиктәре үтә.

Генераль план буйынса Варшава урамын Обвод каналына сығыусы Парфенов урамына тиклем дауам итеү планлаштырыла. Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, тейешле булған биләмәләргә юл тотоп булмай. 2019—2020 йылдарҙа Варшава вокзалы янында төҙөлгән торлаҡ йорттар Обвод каналына сығыусы юлды бикләй.

Объекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт 3: сауҙа үҙәге « Мебель континеты», Петербургтың ҙур мебель үҙәге булып тора.

ДОТ Краснопутилов урамы киҫешкән ерҙә.

11 йорт: Ленинград элемтә ғилми-тикшеренеү институты бүлексәһе. 1985 йылда был бинала һуғышта һәм блокадала һәләк булған ғилми-тикшеренеү хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. (архитекторы — Е. П. Линцбах, скульпторы — Г. П. Постникова).

50 йорт: «Алмаз» Үҙәк диңгеҙ конструкторлыҡ бюроһы. Унда музей, 1934 йылдан алып судно төҙөү үҫеше һәм проектлау тарихы тураһында һөйләүсе экспозициялар барлыҡҡа килгән. Корабль моделдәре һәм фотолары, ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр һәм башҡалар тураһында һөйләүсе стендтар ҡуйылған.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленин проспекты менән Галястан урамы араһында 13, 31, 150, 155, 301, 431-се автобустар һәм маршрут таксиҙары йөрөй; Галстяный һәм Краснопутиловский урамдары араларында — 17-се троллейбус. Йәмәғәт транспорты хәрәкәте урамдың күпселек өлөшөндә юҡ.

Түбәндәге урамдар киҫешә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Благодатный урамы
  • Кузнецов урамы
  • Бассейн урамы
  • Фрунзе урамы
  • Еңеү урамы
  • Ленин проспекты
  • Краснопутилов урамы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановлением Правительства Санкт- Петербурга № 460 от 15.09.2017 года восстановлено название упразднённого в 2000-м году Корпусного проезда
  2. Варшавская Улица. peshehod.su. Дата обращения: 19 март 2011. Архивировано 9 май 2013 года. 2013 йыл 9 май архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 66. — 511 с.
  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 31. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — СПб.: Норинт, 2002. — 353 с. — ISBN 5-7711-0019-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]