Василенко Владимир Харитонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Василенко Владимир Харитонович
укр. Володимир Харитонович Василенко
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 25 май (6 июнь) 1897
Тыуған урыны Киев, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 декабрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө эске ауырыуҙар[d][1], медицина[1], кардиология[d][1] һәм гастроэнтерология[d][1]
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Национальный медицинский университет имени А. А. Богомольца[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны СССР[1]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Берлинды алған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»

Василенко Владимир Харитонович (7 июнь 1897 йыл — 19 декабрь 1987 йыл) — ғалим-хәрби табип-терапевт, медицина хеҙмәте полковнигы (1945). СССР Медицина фәндәре академияһы академигы (1957) һәм Президиум ағзаһы (1957—1960), Академияның клиник медицина бүлегенең академик-секретары (1960—1966), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Харитонович Василенко Киев ҡалаһында тыуған. 1917 йылда гимназияны тамамлағандан һуң, Киев медицина институтына инә, уны 1922 йылда тамамлай. 12 йыл дауамында ул Ф. Г. Яновский һәм Н. Д. Стражеско етәкселегендә клиницист булараҡ формалаша. Киев медицина институтының факультет терапевтик клиникаһында В. Х. Василенко ассистентһәм доцент булып эшләй. 1935 йылда Василенко Киев табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтының терапия кафедраһы мөдире итеп һайлана, бер үк ваҡытта Клиник медицина институтында Н. Д. Стражесоко етәкселегендә хеҙмәтен дауам итә. 1940 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарын В. Х. Ваиленко Өфөлә эвакуацияла үткәрә, унда ул Башҡортостан медицина институтында һәм эвакуация госпиталдәрендә консультант булып эшләй. 1943 йылдың майынан алып Василенко Бөйөк Ватан һуғышында армияла хеҙмәт итә, ошо уҡ ваҡыттан алып төньяҡ кавказ, һуңынан 1-се һәм 2-се Украин фронттарында баш терапевт була.

19451947 йылдарҙа Львов хәрби округы һәм Прикарпаье хәрби округы баш терапевты. 1948 йылдың 5 мартынан алып 1987 йылға тиклем И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина институтында эске ауырыуҙар пропедевтика кафедраһының мөдире. СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 4-се идаралығының баш терапевы (1948—1957). 1952 йылдың ноябрь айында — Кремль дауаханаһының баш терапевы Василенко фажиғәле «Табиптар эше» менән бәйле ҡулға алына. Василенко үҙ ғәйебен танымай.

И. В. Сталин үлгәндән һуң В. Х. Василенко клиникаға эшкә кире ҡайта. 1952 йылдан — «Клиник медицина» журналы мөхәррире. 1950-се йылдарҙа тағы ла бер мәсьәләне хәл итә — гастроэнтерологияны тергеҙеү менән шөғөлләнә. . 1957 йылдан — СССР медицина фәндәре академияһы президиумы ағзаһы. 1961 йылда ул гастроэнтерология лаборатория булдыра, уның нигеҙендә 1967 йылда Бөтә союз гастроэнтерология ғилми-тикшеренеү институтыбарлыҡҡа килә, әлеге клиника эске ауырыуҙар пропедевтика клиникаһы һәм кафедраһы менән ҡушыла. 1967—1974 йылдарҙа үҙе ойошторған ғилми-тикшеренеү институты директоры була.

Мәскәүҙә Яңы Слобода урамында йәшәй. Кунцев зыяратында ерләнгән[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

300-ҙән ашыу эске ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм иҫкәртеү проблемаларына арналған фәнни эштәр авторы. Ул донъяла тәүге булып йөрәктең IV тонын һүрәтләй (1931), Н. Д. Стражеско менән берлектә . йөрәк-ҡан тамыры системаһының хәлһеҙлеге классификацияһын эшләй (1935), әлеге хеҙмәт үҙенең прктик әһәмиәтен бөгөнгө көнгә тиклем юғалтмаған. Һуғышҡа тиклемге осорҙа ул ошо проблемаға иғтибарын йүнәлтә. В. Х. Василенко австрия терапевты Г. Эппингерҙың ҡан тамыры хәүһеҙлеге булғанда һөт кислотаһы алмашыныуы үҙгәреүен инҡар итә һәм тәүге тапҡыр метаболик алкалоз барлыҡҡа килеүен тасуирлай (1939).

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа В. X. Василенко ҡан әйләнеше хәлһеҙлегенең клиник формаларының бер нисә төрөн айыра: коллаптоид тип, ололарҙа йәшерен йөрәк хәлһеҙлеге тибы тибындағы, ишемик, гиперкинетик, ҡоро дистрофик, сениль ишемия төрҙәре. В. Х. Василенконың мөһим эштәре миокард инфаркты диагностикалауына һәм дауалауына арналған.

Клиникала В. Х. Василенконың уҡыусылары уның етәкселегендә кан әйләнеше хәлһеҙлеге проблемаһын өйрәнеүҙе дауам итәләр. 1950—1960 йылдарҙа, йөрәктәге физик кәмселекте хирургик дауалау ярҙамында үҫешкәр осорҙа В. Х. Василенко клиникаһында митраль һәм аорталь стеноздарҙың билдәләү ысулдары, хирургик дауалауға күрһәтмәләр билдәләнә. Василенко йөрәктең ишемия ауырыуын өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирә.

Коронар хәлһеҙлеген иртә диагностикалау, миокард инфарктын дауалау, уның өҙлөгөүҙәр мәсьәләләре өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ йөрәктең ишемия ауырыуын дауалауҙа яңы тикшеренеү алымдарын асыҡлай Клиникала интенсив терапия һәм реанимация бүлектәре булдырыла. Кадиология проблемалары бйынса эштәр клиника һәр саҡ алып барыла. айырыуса кардия ахалазияһын өйрәнеүҙә В. Х. васленконың хеҙмәттәштәренең (А. Л. Гребенёв, В. М. Араблинский, А. А. Геппе, С. С. Катаев, Р. Н. Гурвич) ҡаҙаныштары баһалап бөткөһөҙ..

Клиникала гастроэнтологияла яңы лаборатор-инструменталь тикшеренеү алымдарын индереү буйынса бик күп эшләнә.

Василенко симптомы — ашҡаҙан биге стенозы билдәһе: ҡорһаҡты тикшергән ваҡытта (ас ҡарынлай үткәрелә) уртанан уңғараҡ барлыҡҡа килгән шапылдау тауышы.

Бөтә союз ғилми гастроэнторологтар йәмғиәте идаралығы рәйесе була. Халыҡ-ара терапевтар, Германия, Болгария гастроэнтерологтар йәмғиәттәре почетлы ағзаһы була.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Төньяҡ-кавказ фронты ғәскәрҙәренең һөжүме ваҡытында, 1943 йылда (Тамань ярымутрауы) фронте һәм частарында бик күп яугирҙар малярия менән ауырый башлай. Фронт командующийы И. Е. Петров В. Х. Василенкоға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәскәрҙәрҙең һуғышҡа һәләтлелеген тергеҙергә ҡуша. В. Х. Василенко үтенесе буйынса бөтә госпиталдәр 10 көнгә терапия хеҙмәтенә тапшырыла. Бөтә ауырыуҙарға акрихин һәм хиин менән дауалау үткәрелә. Уңышлы үткәрелгән «терапия оперцияһы» өсөн В. Х. Василенко 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
  • Мао Цзэдунды дауалаған өсөн Василенко бүләккә ХХ быуат башындабер данала ғына эшләнгән шахмат комплекты менән бүләкләнә .
  • Ғүмеренең аҙағында иптәшенә яҙған хатында ялған фән менән көрәшкә саҡыра, экстрасенстарға (Кашпировский һәм Чумак), дауалау беләҙектәренә, эбонит дискына, энә ҡаҙауға ҡаршы сығыш яһай[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эске ауырыуҙар, гастроэнтерология, гепатология пропедевтикаһы клиникаһы, шулай уҡ 1-се Мәскәү медицина институтының эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһына В. Х. Василенко исеме бирелгән.
  • Эске ауырыуҙар проповдикаһы кафедраһында В. Х. Василенко бюсты ҡуйылған (скульпторы Л. Е. Кербель), уның мемориаль кабинеты асылған.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Клиническое значение определения ароматических соединений крови и мочи при заболеваниях почек» // «Терапевтический архив», 1927, т. 5, вып. 1.
  • «Непосредственная аускультапия диастолической фазы сердца» // «Врачебное дело», 1934, № 9.
  • «Метод клінічного діагнозу» // «Медічній журнал», 1934, т. 4, № 2.
  • «Азотистий обмін при хронічній недостатності кровообігу». Київ, 1941.
  • «Принципы организации терапевтической помощи в условиях фронта», 1944.
  • «Крупозное воспаление лёгких». Киев. 1947.
  • «Внутренние болезни» (совм. с др.), 7-е изд. М., 1954, 504 с.
  • «Болезнь пищевода», 1971.
  • «Приобретённые пороки сердца». Киев, 1972, 304 с.
  • «Ахалазия кардии», М., 1976, 280 с. (авторҙаш.: Суворова Т. А., Гребнев А. Л.).
  • «Болезни желудка и двенадцатиперстной кишки». М., 1981, 342 с.
  • «Введение в клинику внутренних болезней». М., 1985, 255 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Владимир Харитонович Василенко (К 60-летию со дня рождения)» // «Клиническая медицина», 1957, т. 35, № 6.
  • «Вопросы физиологии и патологии органов пищеварения [Сборник статей, посвящённый 60-летию со дня рождения В. X. Василенко]». — М., 1960. — 250 с.
  • «Владимир Харитонович Василенко (к 70-летию со дня рождения)» // «Клиническая медицина», 1967, № 5.
  • «Владимир Харитонович Василенко» // Терапевтический архив, 1987, № 5, с. 149—151.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василенко Владимир Харитонович. «Герои страны» сайты.