Васильев Олег Федорович
Васильев Олег Федорович | |
рус. Олег Фёдорович Васильев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Васильев Олег Федорович ( 1 август 1925 йыл — 7 март 2017 йыл) — ғәмәли гидродинамика һәм гидравлика өлкәһендә СССР һәм Рәсәй ғалимы, океанология, атмосфера физикаһы һәм география бүлектәре буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994; 1970 йылдан СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты), РФА кәңәшсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олег Федорович Васильев 1925 йылдың 1 авгусында Мәскәүҙә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1948 йылда Мәскәү гидромелиорация институтын тамамлай. 1948-1959 йылдарҙа Мәскәү инженер-төҙөлөш институтында эшләй. Техник фәндәр кандидаты (1951) [2]. П. Я. Кочинанан СССР Фәндәр академияһының Себер филиалына эшкә саҡырыу ала. 1959 йылдың 1 апреленән ул СССР Фәндәр академияһының Себер филиалының Гидродинамика институтында, ғәмәли гидродинамика лабораторияһы мөдире булып эшләй. Техник фәндәр докторы (1960 йылдың 17 июнендә яҡлай) [3]. Халыҡ-ара ғәмәли системалы анализ институтының директор урынбаҫары (IIАSA, Австрия) (1977-1980). 1970 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1994 йылда Рәсәй фәндәр академияһы академигы.
РФА Себер филиалының һыу һәм экология проблемалары институтының ойоштороусыһы (1985) һәм беренсе директоры (1987-1995), 1995 йылдан РФА кәңәшсеһе. Уның уҡыусылары араһында 13 фән докторы һәм 40 тирәһе фән кандидаты.
300 самаһы фәнни баҫма, шул иҫәптән 5 монография һәм бер нисә монография күҙәтеүе авторы һәм авторҙашы.
«Водные ресурсы», «Сибирский экологический журнал», «Ecological Modelling» (Elsevier) журналдарының мөхәрририәт ағзаһы.
Көньяҡ зыяратта ерләнгән.
Фәнни эшсәнлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлек өлкәләре: ғәмәли гидродинамика, гидравлика, гидрология, гидрофизика һәм һыуһаҡлағыстар экологияһы.
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Основы механики винтовых и циркуляционных потоков, М. — Л., 1957.
- О газотермодинамическом расчёте потоков в простых и сложных трубопроводах, «Изв. Сибирского отделения АН СССР». Серия технических наук, 1968, № 13, в. 3 (совм. с А. Ф. Воеводиным).
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985),
- Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1967, 1975),
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1997),
- миҙалдар, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943) [4] .
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Наука в Сибири. No 10 (16 марта 2017 г.) // http://www.nsc.ru/HBC/images/2017/n10/nvs_10_color.pdf
- ↑ Каталог РНБ
- ↑ Каталог РНБ
- ↑ Память народа
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 августа тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- 7 мартта вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- Новосибирскиҙа вафат булғандар