Эстәлеккә күсергә

Ватолин Николай Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ватолин Николай Анатольевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 ноябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Широкореченское кладбище[d]
Һөнәр төрө химик, металлург
Эшмәкәрлек төрө физик химия
Эш урыны Урал дәүләт тау университеты
Уҡыу йорто Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Почёт ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Демидов премияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Ватолин Николай Анатольевич (13 ноябрь 1926 йыл, Свердловск — 11 август 2018 йыл, Екатеринбург) — физик химия һәм металлургия процестары технологияһы өлкәһендә СССР һәм Рәсәй белгесе. СССР фәндәр академияһы академигы (1981 йылдан, 1991 йылдан — РФА академигы). Урал дәүләт тау университетының химия кафедраһы профессоры. 1968 йылдан 1998 йылға тиклем РФА Урал бүлексәһе металлургия институтын етәкселек итә. Һуңғы ваҡытта РФА кәңәшсеһе була. Ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһы лауреаты.

Ватолин Николай Анатольевич 1949 йылда Урал политехник институтының металлургия факультетын тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, СССР фәндәр академияһының Урал бүлексәһе металлургия институтында эшләй. 1954 йылда кандидатлыҡ, ә 1966 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1968 йылдан 1998 йылға тиклем институттың директор вазифаһын биләй.

1970 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, ә 1981 йылдан — академигы. 1983 йылдан алып 1988 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Президиумы рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.

1973 йылдан Урал дәүләт тау университетының химия кафедраһы профессоры була.

«Расплавы» журналының баш мөхәррире, «Металл» журналының мәхәрририәт ағзаһы, металлургия процестарының физик-химик нигеҙҙәре буйынса Ғилми советы рәйесе, металлургия һәм металл фәне буйынса Ғилми советы рәйесе урынбаҫары.

Улы — химик А. Н. Ватолин (1956 йылда тыуған)[1].

2018 йылдың 11 авгусында вафат була, Екатеринбургта Широкореченский зыяратында ерләнгән.

Фәнни ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Металлургия процестарының физик химия өлкәһендә иң эре белгес. Айырым алғанда, шыйыҡ металдарҙың һәм уларҙың иретмәләренең структур-һиҙгер үзенсәлектәрен тикшереү менән шөғөлләнә, уларҙың электр үҙенсәлектәрен өйрәнә. Күсемле металл иондарынан торған оксид иретмәләренең стехиометрик булмағанлығын тикшерә. Уның етәкселегендә шул уҡ төркөмдә эшләнгән оригиналь юғары температуралы дифрактометр ярҙамында атом төҙөлөшөн һәм металл һәм оксид иретмәләрендә атом-ара хеҙмәттәшлеген дифракцион тикшереү буйынса эштәр циклы башкарыла.

70-се йылдар аҙағынан металлургия институтында яңа фәнни йүнәлеш — күп компонентлы органик булмаған системаларҙың тигеҙ һәләтен компьютер термодинамик моделләштереү менән етәкселек итә.

Тимер нигеҙендә иретмәләрҙе кристаллаштырғанда шыйыҡ һәм ҡаты фазаларҙың үҙ-ара бәйләнешен тикшереү менән дә шөғөлләнә

Урал районында металлургия сеймалын комплекслы файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнә. Ҡара һәм төҫлө металлургия ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләләрен тикшереү ванадийҙы Чусов металлургия заводында һәм Түбәнге Тагил металлургия комбинатында конвертер шлактарҙан сығарыу процессын камиллаштырырға мөмкинлек бирә, был конвертер шлактарҙан юғары таҙалыҡтағы ванадий пентоксидын алыу буйынса яңы технологияның барлыҡҡа килеүенә килтерә.

Н. А. Ватолин етәкселеге аҫтында 30 кандидатлыҡ һәм 15 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Коллегалары һәм уҡыусылары менән берлектә 700-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә, 19 монография, 120 авторлыҡ таныҡлығы һәм патент авторҙашлыҡта баҫылып сыға.

  • Окисление ванадиевых шлаков. М.Наука, 1978, 153 с.;
  • Ванадиевые шлаки. М.Наука, 1988, 108 с.;
  • Межчастичное взаимодействие в жидких металлах. М.Наука, 1979, 195 с.;
  • Дифракционные исследования строения высокотемпературных расплавов. М.Наука, 1980, 190 с.;
  • Моделирование аморфных металлов. 1985. М.Наука, 288 с.;
  • Термодинамическое моделирование в высокотемпературных неорганических системах. М.Металлургия, 1994, 352 с.;
  • Пирометаллургическая переработка комплексных руд. М.Металлургия, 1997, 432 с.;
  • Переработка вторичного свинцового сырья в ионных солевых расплавах. Екатеринбург, УрО РАН 2002, 200 с.;
  • Дифракционные исследования строения высокотемпературных расплавов. Екатеринбург УрО РАН, 2003, 355 с.;
  • Системы жидкий щелочной металл — газовая фаза с учётом «малых» кластеров. УрО РАН, Екатеринбург, 2005, 183 с.;
  • Расплавы как основа формирования структуры и свойств алюминиевых сплавов. Екатеринбург УрО РАН, 2005, 371 с.