Эстәлеккә күсергә

Вачаев Анатолий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вачаев Анатолий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 сентябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2000
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө яҙыусы
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Вачаев Анатолий Васильевич (14 сентябрь 1936 йыл2000 йыл) — ғалим-инженер-металлург. 1978 йылдан Магнитогорск тау-металлургия институты һәм Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылға тиклем йылылыҡ-газ менән тәьмин итеү һәм елләтеү кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1972), профессор (1997).

250-нән ашыу фәнни эш авторы, киң даирәле фәнни проблемалар буйынса: файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеү, металлургиянан алып квант техникаһына тиклем — тикшеренеүсе һәм яҙыусы.

Анатолий Васильевич Вачаев 1936 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Логовка ауылында тыуған.

1964 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеүе» һөнәре буйынса тамамлай. 1972 йылда аспирантурала уҡырға ҡала һәм ошо уҡ юғары йортонда «Рациональные параметры разработки тонких жил» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Уның ғалим булараҡ формалашыуында техник фәндәр докторҙары профессорҙар П. Э. Зурок һәм Н. И. Иванов мөһим роль уйнай.

А. В. Вачаев Магнитогорск ҡалаһының сәнәғәт предприятиеларының үҫешенә ҙур өлөш индергән. Ул материалдарҙы һәм мейестәрҙе ультра тауышлы генераторҙар менән диагностикалау, йылылыҡты интенсификациялау һәм массаны ультра тауыш менән күсереү, коксһыҙ киптереү-конденсациялау ысулы менән суйын һәм ҡорос етештереү авторҙарының береһе була. Бер нисә авторлыҡ таныҡлығы һәм патенттар алған[1].

Күп йылдар дауамында тау инженеры булып эшләгәндән һуң, Анатолий Васильевич Магнитогорск тау-металлургия институтына эшкә килә, унда 1978-1981 йылдарҙа йылылыҡ менән тәьмин итеү һәм елләтеү кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. 1981 йылда йылылыҡ техникаһы һәм энергетика системалары кафедраһында профессоры булып эшләй, унда бер нисә фән кандидатын тәрбиәләй. 1997 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.

Шуныһы ҡыҙыҡ, 1994—2000 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт техник университетында Николай Иванович Иванов һәм Анатолий Васильевич Вачаев, байтаҡ көнбайыш ғалимдарынан күпкә алданыраҡ, һалҡын ядро синтезы буйынса эш алып бара. Һыуыҡ ядро синтезы ҡоролмаларының («Энергонива» һәм «Энергониво-2»)[2] тәжрибә өлгөләре үҙҙәрен шундай уңышлы күрһәтә, шуның арҡаһында Магнитогорск ҡалаһында уларҙың ике тәжрибә-сәнәғәт өлгөләре төҙөлә башлай, шуларҙың береһе — Магнитогорск металлургия комбинатында. Иванов һәм Вачаевтарҙың эштәре шул тиклем көтөлмәгән, революцион була, шунлыҡтан уларҙың хеҙмәтен бер генә етди фәнни нәшриәт тә баҫтырыу яуаплылығын үҙ өҫтөнә алмай, уларҙы бары тик фәнни сенсация тип кенә донъяға хәбәр итә. 2000 йылда Вачаев вафат булғандан һуң, финанслау туҡтатыла, лабораториялар ябыла, техник материалдар баҫылмай ҡала[3][4].

А. В. Вачаев «Юғары мәктәп отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.